Өфөнөң 21-се дауаханаһында ошондай бүлексә эшләй башлаған да инде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 4 апрелдә 21-се ҡала клиник дауаханаһында уҙған «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» форматындағы күсмә кәңәшмә барышында уның эш принциптары менән танышты.
Бындай үҙәктең майҙаны шартлы рәүештә йәшел, һары һәм ҡыҙыл зоналарға бүленә. Ҡыҙыл зонаға реанимация һәм операция талап ителгән пациенттар эләгә. Статистика буйынса, бындайҙар 10 процент самаһы тәшкил итә. Һары зонаға — ренимация талап ителгән (30 процент), йәшеленә иһә үҙҙәре хәрәкәт итә алған, ғүмерҙәренә хәүеф янамаған пациенттар (яҡынса 60 процент) урынлаштырыла.
«Ошондай үҙәктәр ойоштороу тиҙ арала ашығыс рәүештә килтерелгән сирлене дауалау алымы тураһында ҡарар ҡабул итергә, маршрут билдәләргә мөмкинлек бирергә тейеш», — тине һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин.
Тағы ике үҙәкте — 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы янындағы медицина ҡаласығы биләмәһендә, өсөнсөһөн Черниковкала асыу күҙаллана.
Максим Забелин һүҙҙәренсә, бындай үҙәктәр ҙур стационарҙар эргәһендә ойошторола. Лидерҙар — Санкт-Петербург һәм Мәскәү, шулай уҡ Волгоград, Ҡазан, Яр Саллы һәм Элиста ҡалаларында бар.
Башҡортостанда аҙыраҡ ҡеүәткә эйә үҙәктәрҙе һәр муниципаль-ара медицина берәмегендә асыу күҙаллана.
«Быны алдағы йылдарҙа тормошҡа ашырырға мөмкин, хәҙер проект-смета документацияһын әҙерләү мәсьәләһе хәл ителә. Үҙәктәр дауаханаларҙың төкәтмәһендә асылыр тип күҙ уңында тотола», — тип һөйләне Максим Забелин.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров проект тикшеренеүҙәрен республика бюджетынан финанслау мәсьәләһен өйрәнергә, шулай уҡ Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итергә ҡушты.
Радий Хәбиров бөгөн 21-се ҡала клиник дауаханаһындағы Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә лә булды.