Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2019, 14:06

Барҙы файҙалана беләйек

Һуңғы ваҡыттағы күҙәтеүҙәремә ҡарағанда, илебеҙ мәғарифы, белем һәм тәрбиә биреү системаһы хаҡында ваҡытлы матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә кем генә яҙмай ҙа ниндәй генә фекер белдермәй.

Ваҡытында Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарған күренекле педагог, фән докторы, бөгөн БФА президенты, академик Әлфис Ғаязов уйынлы-ысынлы былай тип әйтергә ярата: “Мәғарифты тик ялҡау ғына тәнҡитләмәй...”

Бер яҡтан ҡарағанда, йәмәғәт­селектең, айырым кешеләрҙең мә­ғарифҡа ҡарата әйтер фекере бар икән, был насар күренеш түгел, сөн­ки уны ҡайғыртҡан кеше йәш быуынды хәстәрләй, илебеҙ килә­сәген уйлай, тигән һүҙ. Шул уҡ ва­ҡытта, үҙ-үҙеңдән “һүтек һәм йөй” эҙләү, минеңсә, бигүк маҡтанырлыҡ ғәмәл түгел.

Шәхсән үҙемә килгәндә, һуңғы ярты быуат дауамында мәғариф тарихын эстән күрергә, ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашырға тура килде тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Ысынлап та, 70 – 80-се йылдарҙағы ең һыҙғанып эшләүҙәр, 90-ынсылар башындағы ҡыйралыштар, “нулен­се” йылдарҙағы үҫешкә ынтылыш әлегеләй күҙ алдымда. Республика гимназияларының береһен ҡабул итеп алғанда, йөҙәрләгән баланы туҡландырыу өсөн бурысҡа аҙыҡ-түлек ташыу, магазин хужаһы ебәргән әзмәүерҙәй ҡораллы ир­ҙәрҙең яғанан ҡымтып алыуы оно­торлоҡмо һуң?! Шөкөр, былар ба­рыһы ла тарихта ҡалды. Яңы быуат башындағы рухи күтәрелешкә, урта белем биреү мәктәптәренең матди базалары нығына барыуына ла шаһит булдыҡ. Әйтеүе генә анһат, республикабыҙ етәксеһенең даими хәстәре менән заманса йыһаз­ландырылған мең мәктәп һалынды! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһының яңы бина­һының нигеҙ ташын һалыуҙа Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимов та ҡатнашҡайны. Йола буйынса көмөш аҡсалар теҙгәндә, ул: “Ниңә ҡулдарың ҡалтырай?” – тип шаяртты. “Бындай ваҡиға ғү­мергә бер була!” – тип яуапланым, тулҡынланып. Баяғы мең мәктәптең байтағында булырға, яҡты һәм иркен класс бүлмәләренә һөйөнөргә, дәрестәр бирергә насип итте.

Илебеҙ мәғарифында барған бөгөнгө ынтылыштар ҙа ҡыуан­дыра. Беҙ бығаса был тармаҡты тик әрләү һәм тәнҡитләү менән шө­ғөлләндек. Йәнәһе, илдән көслө ға­лим­дарыбыҙ, аҡыллы йәштә­ребеҙ китә, образлы итеп әйткәндә, “аҡыл ситкә аға”. Ошо көндәрҙә “Рос­обрнадзор” етәксеһе, физика-математика фәндәре докторы Сергей Кравцовтың “АиФ” (51-се һан, 2018 йыл, 19 декабрь) гәзитенә бир­гән интервьюһы менән таныштым. Ҡеүәтле тикшереү ойошмаһы етәксеһе бына нимә ти: “Рәсәй – ҙур дәүләт. Шулай ҙа хәҙер мөмкин тиклем эштәр башҡарыла. Бөгөн илебеҙ башланғыс кластарҙа белем биреү сифаты буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты, тәбиғи фәндәрҙән белем биреү сифаты йәһәтенән, ТIMSS тикшере­неү­ҙәренән күренеүенсә, донъяла тәүге тиҫтә иҫәбендәбеҙ. Беҙҙә тексты уҡыу, математика һәм тәби­ғи фәндәр йәһәтенән дә динамика һәйбәт”. Тимәк, һуңғы тиҫтә йылда мәғарифыбыҙ СССР заманында бөтә фәндәр буйынса ла яуланған тотороҡло беренсе урындарҙы кире ҡайтара башланы тигән һүҙ.

Башланғыс класс уҡыусы­ла­рының донъя кимәлендәге уңыш­тарының нигеҙе, һис шикһеҙ, Рәсәй Конституцияһының 43-сө статья­һының 5-се пунктына ярашлы, Рә­сәй Мәғариф һәм фән министр­лығының 2009 йылдың 6 октябрен­дә ҡабул иткән “Федераль дәүләт бе­лем биреү стандарттары”на ҡай­тып ҡала. Ябайлаштырып әйткәндә, федераль белем биреү стандарттары башланғыс дөйөм белем биреү процесында уҡ баланың рухи һәм аҡыл үҫешенә киң мөм­кинлектәр аса. Һуңғы осорҙа донъя кимәлендәге тикшеренеүҙәрҙә эксперттар Рәсәйҙең башланғыс класс уҡыусыларының белем кимәлен юғары баһалай икән, тимәк, инде туғыҙынсы йыл эшләп килгән федераль стандарттар юҡҡа ҡабул ителмәгән. Төп һәм дөйөм урта белем биреү кимәлендә лә ошондай һөҙөмтәләргә өмөт бағлана.

Йәнә бер абруйлы фекергә туҡталайыҡ. Шул уҡ “АиФ”та (45-се һан, 2018 йыл, 7 ноябрь) Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университеты ректоры, Юғары аттестация комис­сияһы рәйесе Владимир Филиппов менән әңгәмә лә иғтибарҙы йәлеп итә. Танылған ғалим һәм етәксе юғары һөнәри белем биреү мәсьә­ләләре хаҡында фекер йөрөтә. Беҙгә уғата яҡын булғаны ошо: “Һанлы иҡтисадта мәғлүмәти техно­логияларҙан бер ҡайҙа ла китеп булмай. Мәҫәлән, Рәсәй тарихы, философия кеүек лекция­ларҙа онлайн-лекциялар отошло, тарихи шәхестәр, ваҡиғалар хаҡын­да видеоматериалдар бирергә, фильм­дар күрһәтергә була, традицион лекцияларҙа уларҙы биреү мөмкин түгел. Техник саралар ҡуллана баш­лағанда бер лаҡап килеп сыҡ­ҡайны. Профессор: “Туҙып бөткән лекцияларҙы уҡыуҙан ялҡтым, шуға магнитофон алып килдем. Һеҙ тыңлай тороғоҙ”, – тип сығып китә. Сәғәт ярымдан аудиторияға килһә, бер студент та юҡ, ә магнитофон тирәләй диктофондар ғына ята, ти.

“Рәсәйҙә мәғариф тураһында” федераль законда белем биреү – ул маҡсатлы тәрбиә һәм уҡытыу процесы, тиелгән. Эйе, беренсе урында тәрбиә. “Медикты, педагогты уҡытыусы һәм студенттың шәхси аралашыуынан башҡа тәрбиәләп булмай”. Ни тиклем хаҡ һүҙҙәр! Һуңғы осорҙа беҙ уҡытыу, белем биреү менән артыҡ мауығабыҙ, ә тәрбиә процесы, уҡыусы шәхесен формалаштырыу икенсе планға күсә бара. Юғары уҡыу йорттарында был мәсьәләгә бөтөнләй иғтибар бирелмәй. 100 балл йыйып уҡырға ингән студенттар Сергей Кравцовҡа былай тип зарланған: “Мәктәптә беҙҙән ете ҡат тирене тунанылар, юғары уҡыу йортонда иғтибар иткән кеше лә юҡ”.

Бөгөн донъяла 23 мең юғары уҡыу йорто иҫәпләнә. Рәсәйҙә 2013 йылда барлыҡ филиалдары менән 1564 юғары уҡыу йорто булған, бөгөн улар – 891. Ошоғаса дәүләт ҡарамағында булмаған 1041 уҡыу йорто иҫәпләнһә, хәҙер 217-гә ҡалған. Был осраҡта динамика сифатҡа йөҙ борғаны һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Тик мәсьәлә шунда: халыҡ-ара рейтингка әлеге 23 мең юғары уҡыу йортоноң 600-ө генә (4%) ингән. Рәсәйҙән Мәскәү дәүләт университеты ғына ошо иҫәптә. 2020 йылға Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы топ-100 халыҡ-ара рейтингына биш юғары уҡыу йортон индерергә иҫәп тота. Ошо көндәрҙә шул билдәле булды: Индонезия университеты эксперттары алып барған халыҡ-ара рейтингта (UI Green Metric World University Ranking) беҙҙең Башҡорт дәүләт университеты 563-сө урынды яулаған, һәм ул – республи­кабыҙҙан был исемлеккә ингән берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Әлеге рейтинг 2010 йылдан алып 70 ил араһында үткәрелә. Рейтинг тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экология өлкәһендәге эшмәкәрлек буйынса билдәләнә. Ни генә тимә, донъя халыҡтары араһында танылыу был. Шулай ҙа илебеҙ мәғарифы тураһында уйланғанда, миндә ошондай уй-фекер нығына: бөгөн ваҡыт осоп тигәндәй алға бара, тимәк, ул яңынан-яңы һорауҙар, проблемалар ҡуясаҡ һәм шуға бәйле урынлы һорау тыуа: мәғарифта реформалар бер ҡасан да бөтмәҫме ни?!

Минеңсә, реформалар тиҙ генә бөтмәйәсәк әле. Ә ҡасан мәктәп, уҡытыусы лозунгыларҙан ҡотолоп, тотороҡло эшләй башлар һуң? Туҡ­тауһыҙ уйланып, шундай фекергә килдем: Рәсәй мәғарифының һуңғы реформаһы “мотивация рефор­ма­һы” тип аталасаҡ. Һәр хәлдә, донъя баҙары шарттарында көнәркәш­леккә һәләтле дәүләт, республика, граждан формалаштырырға теләй­беҙ икән, илдә мотивация рефор­маһы кәрәк буласаҡ! Дәүләттең мәғариф системаһы, шундай ҙур сығымдар түгеп, ни өсөн йәш быуынды уҡыта? Уҡыусы, студент ни өсөн уҡый? Нимә тип көн дә белем усағына йөрөй? Белеп торам: һеҙ ҙә, мин дә бөгөн бер төрлө яуап бирәсәкбеҙ – математиканан һәм рус теленән, шулай уҡ үҙе һайлаған фәндәрҙән БДИ тапшырыу өсөн! Уҡытыусының да, ата-әсәнең дә, сығарылыш уҡыусыһының да, иң мөһиме – дәүләттең дә төп маҡса­ты шул! Шуның арҡаһында баланы тәрбиәләү, кеше итеп формалаштырыу, илһөйәрлек, туған телдәрҙе өйрәнеү икенсе планға күсте. Ә юғары уҡыу йорто студенты нимәгә ынтыла? Дөрөҫ: зачет йәки имтихан өсөн. Студенттар менән эшләгән кеше булараҡ шуны өҫтәйем: “автомат зачет”, “автомат имтихан” – студент өсөн иң ҙур бәхет! Быға “йүкәнән һуғылған” дипломдарҙы ла өҫтәһәң, иҫ-аҡылың китер.

Һығымта: алға киткән бар илдәрҙә уҡыусы, студент белем алыр, үҙ һөнәрен юғары кимәлдә белер, киләсәктә яҡшы белгес булыр, юғары хеҙмәт хаҡы алыр өсөн тырышып уҡый. Шуға күрә уларҙа бер-береңдән күсереү, плагиат, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ юҡ. Тимәк, Рәсәй мәғарифында мотивация рефор­маһы һуңғы ярты быуаттағы иң мөһим реформа буласаҡ, тип фаразларға ҡала. Иманым камил: ул ғына илебеҙҙе сәскә атыуға килтерәсәк.

Автор: Фәнзил САНЪЯРОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР-ҙың башҡорт теле һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе
Читайте нас: