Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2019, 22:43

Хәрби комиссариаттың көндәлек тормошо

Илебеҙҙең хәрби традицияларын тергеҙеү һәм үҫтереү, хәрби хеҙмәттең абруйын күтәреү маҡсатында һәм хәрбиҙәрҙең дәүләттең оборона һәм именлеген тәьмин итеү бурыстарын хәл итеүҙә ҡаҙаныштарын таныу йөҙөнән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2006 йылдың 31 майында сыҡҡан Указы менән 8 апрель датаһы Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө тип билдәдәнде. Шул уңайҙан Бишбүләк районының хәрби комиссары Валерий Мөсәғит улы Шәрифуллин менән һөйләшәбеҙ.

- Һәр хәрби көрәштә еңеү яу ҡырҙарында ғына ирешелмәй. Ул һәр ваҡыт йәмғиәттең был көрәшкә оҙаҡ һәм көсөргәнешле әҙерлеге менән бәйле. Һуғыштарҙа еңеү – иҡтисадтың, сәйәси строй, фән һәм техника, мәҙәниәт, хәрби сәнғәттең үҫеш дәрәжәһенә һәм теләһә ҡайһы ҡораллы бәрелештең барышына һәм һөҙөмтәгә туранан-тура йоғонто яһай торған дәүләт резервтары булыуҙың төп күрһәткесе. Блы күрһәткестәр кемдә юғарыраҡ, шул һуғышта еңә. Хәрби идараның урындағы органдары ла һуңғы роль уйнамай . Улар, ғәҙәттә, һуғыш алып барыу өсөн мобилизацион резервтар булдырырға, ә уның барышында Ҡораллы көстәр сафтарны кеше һәм башҡа ресурстар менән өҙлөкһөҙ тулылындырырға тейеш, - тип һөйләй хәрби комиссариаттарҙың әһәмиәте тураһында Валерий Мөсәғит улы.
- Хәрби комиссариаттың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
- Бишбүләк районы хәрби комиссариатын формалаштырыу процесы XX быуат башында республика һәм Рәсәйҙә барған көслө сәйәси, социаль-иҡтисади һәм хәрби ваҡиғалар менән тығыҙ бәйләнгән. Район хәрби комиссариаты 1938 йылдың 26 авгусында ойошторолған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армия сафтарына хәрби комиссариат тарафынан 10891 кеше алына, шуларҙың 5445-һы (хәбәрһеҙ юғала) һәләк була. Һуғыштан 5445 кеше тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Бишбүләк ере илгә ете Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының тулы ике кавалерын биргән. Хеҙмәт армияһына 3454 кеше ебәрелгән. Райондан 118 ир-егет Афғанстанда интернациональ бурыстарын үтәүҙә ҡатнашҡан, шуларҙың 13-ө СССР орден һәм миҙалдары менән бүләкләнгән. Районда йәшәүсе 16 кеше Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәтте бөтөрөүҙә, 252 кеше Төньяҡ Кавказ һәм Тажикстанда антитеррор операцияларҙа ҡатнашҡан, шуларҙың 200-ҙө хөкүмәт бүләктәре менән бүләкләнгән. Уҙған йылдарҙа хәрби комиссариатты 17 хәрби комиссар етәкләгән: ИБартуи, Кулюглов, Гәрәев, Г.Г.Кәлиуллин, О.Т.Мазепа, А.Г.Петров, А.Д.Шәфиҡов, Д.А.Тесленок, А.И.Басов, А.Г.Спирев, Г.А.Сафронов, Ф.И.Фәизов, А.В.Епифанов, Ю.В.Розяев. А.Ю.Жаринов, И.А.Иванов.
- Хәрби комиссариаттың бурыстары тураһында һөйләгеҙ.
- Бурыстар күп, шуларҙың мөһимдәрен генә һанап китәм: граждандарҙы һәм транспортты хәрби иҫәпкә алыуҙы ойоштороу, районды кеше һәм транспорт ресурстарын мобилизациялауға әҙерләү һәм әлбиттә, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу, һөнәри белем беиреү, хәрби-мәғариф учреждениеларына инеү өсөн кандидаттар һайлап алыу һәм хәрби хәрби хеҙмәттән азат ителгән кешеләр менән эшләү, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу һәм хәрби-патриотик йүнәлештәге эшсәнлек алып барыу һ.б. Хәрби комиссариат район хакимиәте, мәҙәниәт, йәштәр һәм спорт комитеты, мәғариф бүлеге, район үҙәк дауаханаһы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы бүлеге, ауыл биләмәләре, район ойошмалары һәм предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
- Йәштәрҙе армияла хеҙмәткә әҙерләү нисек бара?
- Йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүгә районда айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Был мәсьәләне хәл итеүгә мәғариф учреждениелары уҡыусылары араһында тәрбиә һәм мәҙәни саралар мөһим роль уйнай. Уҡыусыларҙың патриотик аңын, Ватанға тоғролоғон, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә әҙерләген формалаштарыла.
Баҙлыҡ ауылында хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре буйынса йыл һайын уҙа торған биш көнлөк уҡыу йыйындарын миҫал итеп килтерәм. Район уҡыусылары һәм Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылында филиалы уҡыусылары армия тормошо, хәрби ҡорал менән таныша. Бының өсөн Алкиноға йыһазландырылған атыу урындарына баралар. Район мәктәптәрендә “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби патриотик ижтимағи хәрәкәтенә инеү буйынса егеттәр һәм ҡыҙҙарҙы көсәйтелгән әҙерлек алып барыла. Йыл дауамында ветеран советтары, һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар, район хакимиәте һәм ауыл Советтары менән берлектә илдең буласаҡ һаҡсыларына патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән күп кенә саралар үткәрелә. Егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында тормошон армия менән бәйләргә һәм РФ Оборона министрлығының уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләүселәр һәр ваҡыт бар.
- Бишбүләк хәрби комиссариаты республикала иң яҡшыларҙан һанала...
Район хәрби комиссариаты коллективы 2018 йыл йомғаҡтары буйынса мобилизация әҙерлегендә һәм хеҙмәт эшсәнлегендә ирешкән уңыштары өсөн 1-се урын алды., Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Маҡтау грамотаһы һәм күсмә вымпелы менән бүләкләнде. Беҙҙең район мобилизацион йәйелдереү буйынса иң яҡшы базаға Бөтә Рәсәй Сморт-конкурсында ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһын һәм Үҙәк хәрби округты тәҡдим итте. Рәсәй Фелдерацияһы Ҡораллы көстәре Генераль штабы комиссияһы райондың Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә мобилизация ресурстарын йыйыу, оҙатыу торошо һәм әҙерлегенең юғары дәрәжәлә булыуын билдәләп үтте. Сморт-конкурс һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең район Рәсәй Федерацияһында 1758 муниципалитет район араһында мобилизацион йәйелдереү базаһы өсөн беренсе урын алды. Районды шундай әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары Игорь Харченко килде. Бындай һөҙөмтәгә беҙ район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин, район хакимиәте бүлектәре, ауыл хакимиәттәре, район учреждениелары һәм ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә ирешәбеҙ.
- Быйылғы яҙғы саҡырылыш барышында күпме йәштәрҙе саҡырыу планлаштырыла, улар ҡайҙа хеҙмәт итәсәк?
Яҙғы саҡырылыш барышында РФ Ҡораллы Көстәре сафына 41 кешене хәрби хеҙмәткә саҡыру планлаштырыла. Алынған медицина баһалауы, күнекмәләре һәм оҫталыҡтары булған һөнәри яраҡлығы нигеҙендә саҡырылыш комиссияһы йәш кешене ниндәй ғәскәрҙәргә ебәрергә икәнлеген ҡарар итә. Беҙҙең егеттәр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙәренең Владивостоктан алып Калининградҡа тиклем барлыҡ төрҙәрендә лә тиерлек лайыҡлы хеҙмәт итә. Атә-әсәләр һәм район хакимиәте адресына хәрби часть командирҙарынан Рәхмәт хаттары килә, был беҙҙең уртаҡ эштең юғары баһаһы булып тора.
Ирина Михайлова әңгәмәләште.
Читайте нас: