Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2019, 18:54

“Шешә ҡапҡастары ярҙамға ашыға”

Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәбенең элекке химия һәм биология уҡытыусыһы Светлана Фазуллина бөгөнгө экологик проблеманың киҫкен тороуын барыһынан да яҡшыраҡ белә. БСТ каналында иртәнге “Сәләм” телепрограмаһын ҡарау уға планетабыҙҙы нисек таҙараҡ итеү теләге уятҡан. Ул “Шешә ҡапҡастары ярҙамға ашыға” экологик-хәйриә акцияһы тураһындағы сюжетты күргән.

- “Таҙа Өфө” экологик ижтимағи ойошмаһы булдырған проект тирә-яҡты таҙартыуға һәм Республика клиник онкология диспансеры паллиатив бүлегенең ҡаты ауырыусы пациенттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Йыйылған пластик ҡапҡастарҙы тапшырыуҙан кергән аҡса пациенттарҙы йөрөтөү өсөн заманса коляска-каталкалар һатып алыуға тотоласаҡ, - тип һөйләй Светлана Салауат ҡыҙы. – Беҙҙең көнкүрештә сүп һауытына эләгә торған пластик һауыт күп. Ә бында улар ҡаты сирлеләргә ярҙам итә ала. Акцияның девизы - “Бәләкәй шешә ҡапҡасы – ҙур эш”

Светлана Фазуллина аҙыҡ-түлек продукттары, көнкүреш химияһы, косметик сара һәм башҡа һауыт ҡапҡастарын йыя. Ул беренсе партияһын март башында Өфөгә ҡабул итеү пунктына тапшырған инде. Шунан һуң, хәйриә акцияһын районда йәшәүселәр араһында тормошҡа ашырыу идеяһы тыуа. Инициативалы ханым эшен үҙ ауылынан башлай. Светлана Салауат ҡыҙы ире менән үҙенең йорто янында шешә ҡапҡасы йыйыу өсөн контейнер урынлаштырған, эргәлә генә аңлатмалы мәғлүмәт ҡуйған. Теләге булған һәр кеше шешә ҡапҡасын шунда һала ала.

Ул үҙенең изгелекле ғәмәлдәре менән Калинин ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә, Уҫаҡ-Кисеү. Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәптәрендә, үҙәк район дауаханаһында, “Яҡты юлдан” гәзите редакцияһында булып, шешә ҡапҡастарын йыйыу тураһында хәбәр таратҡан.

- Дауаханаларҙа һәм мәктәптәрҙә бахила һауытын йыйыу өсөн контейнер ҡуйыу яҡшы булыр ине, - ти ул. – Ҡапҡас йыйыу өсөн һауыттарҙы теләһә ҡайһы ойошмала ҡуйып була.

Светлана Фәйзуллина район халҡына Өфө ҡалаһындағы ҡабул итеү пунктына шешә ҡапҡастарын тапшырыуҙа ярҙам итергә әҙер.

- “2”,“4”,“5” маркировкалы ҡапҡастар эшкәртергә яраҡлы. Ҡалғандары – эшкәртелмәй торған пластик. “2” маркировкалыһына һыу, кеүәҫ, һыра, үҫемлек майы, газлы һыу, һөтт һәм һөт эсемлектәренән (шулай уҡ тотҡалары һәм дүңәләктәре), дой-пак төргәктәренән: ҡуйыртылған һөт, кетчуп, майонез, соус, балалар йогурты һ.б. пластик шешә ҡапҡастары инә. “4” һәм “5” маркировкаларға туҡланыу продукттары (балалар пюреһы, эремсек сыры, ҡәһүә, какао) киндер-сюрприз һәм бахила, көнкүреш химияһы, косметика саралары, шыйыҡ һабын һауыты ҡапҡастары инә. “2” маркировканы төҫтәре буйынса сорттарға айырырға кәрәк. Төп шарт – уларҙы йыуырға, наклейка һәм вкладтарынан таҙартырға кәрәк. Ойоштороусылар бер яраҡһыҙ ҡапҡас – һәм барлыҡ продукция юҡҡа сыға, ти.

“Яҡты юлдан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм гәзит уҡыусылары өсөн йыйыу пункты ойоштороп, акцияға ҡушылды инде.

Ирина Михайлова,

Светлана Фазуллина фотоһы.
Читайте нас: