Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2019, 12:03

Тел һаҡсылары оло ҡорға йыйылды

Республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр ойошторолған мәртәбәле сараға Башҡортостандың барлыҡ төбәктәренән һәм башҡорт теле уҡытылған күрше республика һәм өлкәләрҙән 700-ҙән ашыу делегат йыйылды. Кисә “Торатау” конгресс-холында съезд тантаналы шарттарҙа асылды.

Иң тәүҙә залды иңләп ҡурай моңо – башҡорт халҡының гимнына әүерелгән мәшһүр “Урал” көйө яңғыраны, уны съезд делегаттары аяғүрә баҫып тың­ланы. Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡа­рыусы Айбулат Хажин үҙ сығышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын телебеҙ һағында торған иң ҙур һәм мәртәбәле көс тип баһаланы. Ул шулай уҡ хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған бер төркөм белгестәргә “Башҡорт­остан Республикаһының мәға­риф алдынғыһы” маҡтаулы исемен һәм министрлыҡтың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

Артабан һүҙ алған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин съездың респуб­ликабыҙҙың 100 йыллығы билдәләнгән иҫтәлекле йылда, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорт­тарының V ҡоролтайы алдынан үткәрелеүе, уны ойоштороу башланғысында республикабыҙ Хөкүмәте тороуы сараға оло мәртәбә өҫтәүен билдәләне. Үҙҙәрен телһөйәр ҙә, илһөйәр ҙә итеп танытҡан мөғәллимдәр Данир Әхмәҙи улының ҡулынан ҡоролтайҙың “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын һәм Маҡтау грамотаһын алып ҡыуанды.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тәбрикләү һүҙҙәрен съезд делегаттары көслө алҡышҡа күмде. Хеҙмәт биографияһын башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлаған әҙип был өлкәгә ҡағылышлы ҡайһы бер ҡырҡыу мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе, туған телдәрҙе ата-әсәнең ғаризаһы нигеҙендә уҡытыуҙың уйланыл­маған аҙым булыуын, уның әсә теленең бәҫен төшөрөүен әсенеп билдәләне. “Туған тел – иң ҡәҙерле, иң ҡиммәтле байлыҡ ул. Шул байлыҡты һаҡлауҙа беҙ һеҙгә күҙ төбәйбеҙ, һеҙгә ышанабыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар!” – тине ул.

Артабан делегаттар Өфө ҡалаһының башҡорт мәктәптә­ренә юлланды. Бында улар башҡорт телен ҙур ҡала шарттарында уҡытыуҙы ойош­торған мәғариф ойошмаларының эшмәкәрлек үҙенсәлектәре менән танышты, алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының оҫталыҡ дәрестәрендә булды, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.

Сараның бөгөнгө өлөшө башлыса “түңәрәк өҫтәл” рәүешендә һөйләшеүгә ҡорола. Бында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, туған телде һаҡлауҙа ғаиләнең әһәмиәте, һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында башҡорт теленең тотҡан урыны, әсә телен уҡытыуҙа һанлы белем биреү мөхите булдырыу һәм башҡа көнүҙәк темаларға арналған майҙансыҡтар эшләй. Шулай уҡ съездың пленар өлөшөндә республика Башлы­ғының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттарына үткәрелгән конкурс еңеүселәрен тәбрикләү ҡаралған.
Читайте нас: