Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллиндың сығышына ҡарағанда, 2018 йылды яңы баҫҡысҡа күтәрелеү осоро тип атарға мөмкин. Сағыу ваҡиғаларҙың береһе – ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһының башланыуы цивилизациялы, хәүефһеҙ системаны формалаштырыуҙа тәүге ҙур аҙым. Етәксенең әйтеүенсә, халыҡ, муниципалитеттар, төбәк операторҙары менән ҙур аңлатыу һәм ойоштороу эштәре тора.
Бурыс еңел түгел, 2024 йылға эшкәртеүгә оҙатылған ҡалдыҡтар күрһәткесен 55 процентҡа еткереү өсөн күп көс һалаһы бар.
Тағы ла иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға – “Янғантау” геопаркы проектын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш башланды, юҡҡа ғына ул Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә юғары баһаланманы. Өҫтәүенә “Торатау” геопаркын булдырыу процесы башланды. Киләсәктә парктарҙың икеһе лә ЮНЕСКО геопарктары исемлегенә индереләсәк. Торатау районында геологик, биологик, тарихи, этномәҙәни мираҫты тулыһынса һаҡлау – өҫтөнлөклө бурыс. Былтыр, бынан тыш, “Еҙем” тәбиғәт паркы һәм республика әһәмиәтендәге 15 тәбиғәт ҡомартҡыһы булдырылған. Өфө ҡалаһының Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу буйынса инженер ҡоролмаларын төҙөү дауам итәсәк әле. Киләсәктә яр буйҙарының ҡала халҡы һәм туристар өсөн һоҡланғыс ял урыны буласағына шик юҡ.
Республикала сәнәғәттең ҙур урын тотоуы һөҙөмтәһендә техноген факторҙарҙың тирә-яҡ мөхитте бысратыуы сер түгел.
Башҡортостан Волга буйы федераль округында атмосфераны бысратыусы ҡалдыҡ күләме буйынса беренсе урынды биләһә, Рәсәйҙә етенсе урынды тота (2017 йылғы һандар). Сибай тәжрибәһе тағы ла бер тапҡыр һауа сифаты мониторингы системаһын камиллаштырыу кәрәклеген иҫбатланы. 2018 йылда “Ҡашҡаҙан” паркында ошо маҡсатта һауа бысраныуын контролләүсе автоматик станция төҙөлгән, Салауат һәм Сибай ҡалаларында ла ошондай уҡ станциялар төҙөү буйынса эш бара.
Мирхәйҙәр Фәтхуллин шулай уҡ законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙағы проблемаларға туҡталды һәм камиллаштырыу, көсәйтеү талап ителгән йүнәлештәрҙе билдәләне.
Билдәле булыуынса, Белорет, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы райондарында ғәмәлдәге лицензияларҙың 50 проценты шарттарҙы боҙғаны өсөн туҡтатылған. Тимәк, законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн яуаплылыҡ артасаҡ ҡына.
Сүп-сарҙың “алтынға” әүерелеүе ихтимал
2018 йылда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙәге үҙгәрештәргә бәйле норматив-хоҡуҡи базаны булдырыу буйынса эш алып барылды, дүрт төбәк операторы һайлап алынды, тине үҙенең сығышында министр урынбаҫары Нияз Фазылов.
Халыҡҡа аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт биреү маҡсатында “ҡыҙыу линия” ялһыҙ эшләй, республиканың һигеҙ ҡалаһында өс гектар майҙанды биләгән, рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килтерелгән сүп-сар өйөмөн бөтөрөү буйынса саралар “Таҙа ил” федераль проектына индерелгән. Был тәңгәлдәге күләмле, етди эштәр ҡолас еткеһеҙ. Бер нисәһен генә атап үтәйек. 2024 йылға тиклем ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу буйынса өс объект, Дәүләкән районында икенсел ресурстарҙы эшкәртеү буйынса инновациялы комплекс, Стәрлетамаҡ ҡалаһында икенсел сеймалды тәрәнтен эшкәртеү буйынса завод, етештереү-технологик комплекс, Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында дүрт сүп-сар айырыу комплекстары төҙөү планлаштырыла.
Әлеге көндә республика биләмәһендә экологияға зыян килтереүсе рөхсәтһеҙ, стихиялы рәүештә барлыҡҡа килгән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары 11 ҡала янында тупланған (91,97 гектар майҙанды биләй). Унан тыш, тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә айырыуса ҙур зыян килтергән йәнә өс хәүефле объект хаҡында ла сығыш яһаусы әйтеп үтте. Башҡортостан – федераль бюджеттан субсидиялар алыуға хоҡуҡлы төбәктәр исемлегендә. Яңы системаның тулыһынса проект ҡеүәтенә сығып эш башлауы өсөн, һис һүҙһеҙ, ваҡыт кәрәк. Әммә “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яйлап ҡуҙғалыу, “бәүелеү”, ваҡытты һуҙыу мөмкин булмаясаҡ. Бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың – эшҡыуарҙарҙың һәм дәүләттең берҙәй булып, аңлашып, ең һыҙғанып, һис кисекмәҫтән эшкә тотоноуы кәрәк.
Башҡортостан халҡы ҡырағай хайуандар донъяһына ниндәй мөнәсәбәттә? Һунарсылар күпме? Һуңғы йылдарҙа ҡиммәтле йәнлек тиреләренә ихтыяж әллә ни күҙәтелмәгән дә кеүек, сөнки ҡышҡы йылы кейем етештереү көндән-көн үҫешә, яһалма материалдарҙан тегелгән модалы тун һәм курткаларға өҫтөнлөк биреүселәр күп. Кешеләр һәм ҡырағай хайуандар донъяһы һыйышып, гармонияла йәшәһен өсөн нимәләр эшләнә?
Һунарсылыҡ хужалығы – йәнлектәрҙе һәм уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алған мөһим өлкә. Һунарсылыҡ биләмәләренең 68 проценты юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар өлөшөнә тура килә, ә 32 процентында һәр кем һунар итеү хоҡуғына эйә.
Ҡырағай хайуандар мониторингына ярашлы, әле республикала мышы, ҡоралай, айыу, бүре, һеләүһен, бурһыҡ, ҡондоҙ һаны артыуын дауам итә. Төлкө, һуҫар, һуйыр, ҡор һаны тотороҡлолоғон һаҡлаһа ла, ҡабан, сел ҡош бер ни тиклем кәмей төшкән. Республикала 67 меңдән ашыу һунарсы теркәлһә лә, уларҙың өстән бере генә һунарсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм һунар туризмын үҫтереү маҡсатында күп кенә хужалыҡтарҙа кейектәрҙе үрсетеү өсөн вольерҙар төҙөлә. Браконьерлыҡ осраҡтары артмаһа ла, һунар итеү талаптарын боҙоу осраҡтары булғылап тора икән. Мәҫәлән, ҡарйөрөгөстә ҡуянды ҡыуып барып, табышыңды ҡулға төшөрһәң, тимәк, һин законды боҙғанһың тигән һүҙ.
Әле маралдар, мышылар, ҡабандар аҫралған хужалыҡтарҙа вольерҙар төҙөү планлаштырыла. Һыу ятҡылыҡтарында хәҙерге ваҡытта 45 төрлө балыҡ тереклек итә. 68 балыҡсылыҡ участкаһы сәнәғәт кимәлендә продукция етештерә. Федераль бюджеттан бирелгән субвенциялар һыу ресурстарын һаҡлауҙағы бурыстарҙы үтәү өсөн тулыһынса файҙаланылған, тип белдерҙе докладсы Илдус Яхин. Һәр һыу ятҡылығының физик характеристикаһына ҡарап, уларҙа ниндәй биоресурс үрсетеү һәм уны күпмегә еткереү планлаштырыла.
Ирекһеҙҙән бынан быуат ярым элек яҙыусы-этнограф Филипп Нефедовтың тыуған төйәгебеҙҙе һүрәтләп яҙған һүҙҙәре иҫкә килде: “Янына барһаң, балыҡтары үҙҙәре килеп ҡабырға әҙер торған ҙур һәм ваҡ, әммә һәр береһе үҙенсә йәмле күлдәр һәм йылғалар илен, береһе икенсеһенән мөһабәтерәк булып бейеккә күтәрелгән тауҙар һәм кейектәр донъяһына тулы ирек, хәүефһеҙлек биргән ҡуйы урмандар илен күргәнегеҙ бармы? Был ил – Башҡортостан, донъяның ғәжәп бер мөйөшө!”