Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2019, 17:14

Һәр шәмбе бер темаға арналырға тейеш

Башҡортостан Хөкүмәтендәге «Мәғариф сәғәте»ндә Мәғариф министрлығы республикала биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән мәктәптәр өсөн тематик шәмбеләр уҙғарыу проекты менән таныштырҙы.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы балалар ваҡытын ғаилә менән үткәрә алһын өсөн мәктәптәргә биш көнлөк уҡыуға күсергә тәҡдим итте. Йәмәғәтселек тәҡдимде хупланы. Республика мәктәптәренең 60% яңы форматҡа күсте. Ҡалғандары яңы уҡыу йылы башынан биш көнлөк индерә.

Шуның менән бергә һәр мәғариф учреждениеһы айҙың бер шәмбеһендә уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы саралар уҙғарырға тейеш тигән ҡарар ҡабул ителде.

Мәғариф министрлығы ошондай тематик шәмбеләрҙе ойоштороу өсөн яҡынса темалар исемлеген төҙөгән. Әйтәйек, сентябрҙә — спорт шәмбеһе, октябрҙә — этношәмбе, ноябрҙә һөнәри йүнәлештәге шәмбе үткәрергә тәҡдим ителә. Шулай уҡ хәүефһеҙ, экологик, патриотик, сәләмәтлек, мәҙәни, туристик, һанлы, һаҡсыл, ижади, хәйриә, бейеү, толерантлыҡ, ирекмәнлек шәмбеләре ҡаралған.

Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, мәктәптәр тәҡдим ителгән темаларҙың оҡшағанын һайлап алырға мөмкин, ләкин ҡайһы берҙәре мотлаҡ була.

Интернетта уҡыусыларҙың ата-әсәләре араһында уҙғарылған һорау алыу 74% шәмбене мәктәптә балалары менән үткәрергә әҙер булыуын, 26% ошо ял көнөндә шәхси эштәре менән шөғөлләнергә теләүен күрһәтте. Уҡыусыларҙың күбеһе (61% ашыуы) шәмбелә әүҙем ял итергә, 21% ашыуы — ҡыҙыҡлы нәмә ҡарарға, 8% яңы нәмәгә өйрәнергә теләй.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, мәктәптәрҙә тематик шәмбеләр моделен бик яҡшы итеп уйларға кәрәк. Республика етәксеһе бер айҙан алтынсы уҡыу көнөндә мәктәптәрҙә сараларҙың нисек уҙыуы тураһында мәғлүмәт бирергә ҡушты.
Читайте нас: