Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Апрель 2019, 17:50

Нисек сәсһәң, шулай урырһың

Республиканың барлыҡ ауыл хужалыҡтары өсөн ауаплы осор етте: был йылдың яңы уңышына нигеҙ һалыу бара. Бөгөн район аграрийҙары ла яҙғы сәсеү мәшәҡәттәре менән йәшәй. Үткән аҙнала Таһир Миңлеәхсмәтовтың ныҡлы крестьян (фермер) хужалығы базаһында быйыл беренсе квартал малсылыҡ йомғаҡтары һәм баҫыу эштәрен үткәреү буйынса район-семинар кәңәшмәһе уҙҙы. 2006 йылда ойошҡан әлеге крәҫтиән (фермер) хужалығы районда беренселәрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә тотондо.

Семинар-кәңәшмә эшендә, хужалыҡ етәкселәре һәм белгестәре, район ауыл хужалығы идараһының әйҙәп барыусы белгестәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, төрлө фирма вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы идараһы етәксеһе Ғәзинур Хисмәтов алып барҙы.

Ҙур сараны уҙғарыу урыны итеп машина-трактор паркы базаһы һайланды. Бында техник ҡарау уҙған яҙғы баҫыу эштәрен башҡарып сығыу өсөн бик яҡшы әҙерләнгән трактор һәм ауыл хужалығы машиналары теҙелгән. КФХ һуңғы алты йылда яңы юғары етештереүсәнле техника һатып алыу буйынса бик етди аҙым яһаны. “Белорус”, Т-150 К тәгәрмәсле тракторҙар, “Аgrator Gombi-4200” сәсеү комплексы, бөртөклө һәм техник культуралар сәсеү өсөн сәскестәр, “Палессе” комбайны, “Мещера” үҙйөрөшлө сапҡыс, культиваторҙар. Ике рәтле дисклы тырмалар һ. б. һатып алынды.

Пленар өлөштә сығыштар яңғыраны. Крәҫтиән (фермер) хужалығы булған Таһир Миңлеәхмәтов 1158 һөрөнтө ере, 133 га пар ере бар. Быйыл иген культуралары 725 гектарҙа сәселәсәк. Көҙгө арыш – 200 га, яҙғы бойҙай – 195 га, 200 нга арпа, 130 га һоло. Сәсеү кампанияһын үткәреү өсөн запас бар – 20 тонна яғыулыҡ-майлау материалы, 1.5 тонна май, 20 тонна минераль ашлама. “Ахтар” сортлы элиталы орлоҡтар 20 тонна һатып алынған. Тырмалауҙа 1 ч агрегат, культивация, сәсеү һәм тығыҙлау буйынса ике агрегат – барлығы 9 берәмек техника эшләйәсәк.

Таһир Миңлеәхмәтов КФХ-ы игенселек менән генә сикләнмәй. Әлеге хужалыҡта 100 баштан артыҡ һыйыр малы, һарыҡтар күп. Бында йыл һайын бройлер тауыҡтары, һыу ҡоштары – өйрәк менән ҡаҙҙар үҫтерәләр. Димлеләрҙә башҡа ауыл хужалығы етештереүселәренә өйрәнерлек һәм үҙләштерерлек тәжрибә бар. Хужалыҡ етәкселәре алдында “Марк-ойл” йәмғиәтенең шәхси эшҡыуары, Өфө нефть заводтары менән аралашсыларҙан башҡа эшләүсе Фәниль Абдрахманов сығыш яһаны. Ул дизель яғыулығы, бензин һәм “Евро-3” маркалы яғыулыҡ-майлау материалдарына тәҡдим ителеүсе хаҡтар тураһында һөйләне.

Яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш белгесе Вәғиз Кәримов айырым баҫым яһаны.

Район ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идараһының баш зоотехнигы Шайнур Лоҡманов районда 2019 йылдың 1 апреленә малсылыҡ тармағы торошо тураһында һандар килтерҙе. Барлыҡ категориялағы хужалыҡтарҙа тулайым мал һаны 20 мең баш тәшкил итә. Һыйырҙар – 8.5 мең баш. Һарыҡ һәм кәзәләр – 11,7 мең баш, аттар – 1037 баш (122%). Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм КФХ-ларҙа һыйыр малы һаны – 10,6 мең баш, шул иҫәптән 5,1 мең һыйыр (100%). Ғинуар-март айҙарында һөт етештереү күләме 7.6 мең тонна тәшкил итте. Һуғымға ит етештереү 598 тонна тәшкил итте, шул иҫәптән КФХ-ларҙа 321,7 тонна. Хисап осоронда ауыл хужалығы предприятиеларында мал һимертеүҙә ауырлыҡ тәүлегенә уртаса 536 грамм тәшкил итә. 2019 йылдың 1 кварталы йомғаҡтары буйынса тауар-һөт етештереү күләме 1,1 мең тонна тәшкил иткән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, ни бары 79 процент ҡына. Ғинуар –март айҙарында район буйынса кооператив һәм КФХ-лар буйынса һөткә уртаса хаҡ килограмына 17,9 һум тәшкил итте. был 2018 йыл хаҡтары дәрәжәһенән 1 %-ҡа кәмерәк. Һөт һатыуҙан алып еткерелмәгән табыш 220 мең һум тәшкил иткән.

Доклад яһаусыларҙың сығыштары ваҡытында Ғәзинур Мөхәмәт улы ҡыҫҡаса коментарийҙар биреп, районда малсылыҡты үҫтереүҙә яңғыраған киҫәтеүҙәрҙе хупланы.

- Малсылыҡ – йыл әйләнәһенә аҡса килтереүсе тармаҡ. Һәи уны дөрөҫ үҫтерергә кәрәк. Уға ҡарата бөгөнгө мөнәсәбәт республика етәкселеге һәм шәхсән мине ҡәнәғәтләндермәй. Фермала әлегә үгеҙ хужа, бер ниндәй ҙә фәнни ысул юҡ. Артабан да былай дауам итә алмай. Ҡышҡыһын, һөткә хаҡ юғары булғанда, беҙ күпселек осраҡта һөтһөҙ ултырабыҙ һәм, әлбиттә, хужалыҡ иҫәбендә аҡса юҡ, - тине Гәзинур Хисмәтов.

“Россельхозцентр” Федкраль дәүләт учреждениеһының Бишбүләк районы филиалы етәксеһе Флорит Исламов хужалыҡтарҙа орлоҡ материалы булыу менән таныштырҙы. Блы яҡтан барлыҡ эштәр ҙә имен түгел. Күп кенә хужалыҡтар орлоҡтарҙы анализға бирмәне һәм орлоҡ фондының тишелеш нормалары һәм булған ауырыуҙары тураһында белмәйенсә, сәсәсәктәр. Барлыҡ орлоҡҡа тейешле анализдар яҙғы сәсеүгә сығырға мөмкин булған һигеҙ хужалыҡта ғына уҙғарылды, улар орлоҡтарҙың барлыҡ параметрҙарға тура килеүен белеп тора. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы һис шикһеҙ ағыуларға кәрәк.

Район ауыл хужалығы идараһының баш инженеры Виталий Ерофеев семинар-кәңәшмәнең практик өлөшөндә тәҡдим ителгән сәсеү техникаһы миҫалында агрегаттарҙың һәм механизмдарҙың техник характеристикалары менән ентекләберәк таныштырҙы. Күргән һәм ишеткәндәр ғәжәпләндерҙе: теүәл сәсеү буйынса юғары технологиялы сәскестәр, тырмалар һәм күп функциялы сәсеү агрегаттары эште сифатлы башҡарырға тейеш.

Йомғаҡ яһауҙа Ғәзинур Хисмәтов республиканың 38 ауыл хужалығы районында башланған сәсеү эштәре барышы тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирҙе. Ваҡыт беҙҙең аграрийҙарҙы ла ашыҡтыра. Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев исемендәге, алдында “Марс” кооперативтары һәм алдында “Дим” ймғиәтендә баҫыу эштәренә керештеләр. Сәсеү осорона яғыулыҡ-майлау материалдары менән проблемалар булырға тейеш түгел, сөнки Бәләбәй һөт заводы менән дизель яғыулығы һатып алыуға район хужалыҡтары менән һөт тапшырыу буйынса ике ай алдан түләү тураһында килештеләр. Тупраҡта дым аҙ, ямғырҙар юҡ тиерлек. Ваҡытында сәсеп ҡалыусылар ғына уңышҡа өмөт итә аласаҡ. Сәсеү кампанияһын тулыһынса контролдә тотоусы Таһир Миңләхмәтов хужалығы барыһына ла өлгө булып тора.

Владимир Смолов,

Автор фотолары.
Читайте нас: