Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2019, 14:36

Онотолмай ул йылдар....

Ауыл урамы буйлап уртаса буйлы, таяҡҡа таянған бер оло йәштәге ир-уҙаман килә. Костюмына тағылған миҙалдары ҡояш нурында йылтырай. Аҙнай ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүҙәр Сөләймәнов көн һайын тыуған ауылы урамдары буйлап үтмәһә, уның күңеле булмай.

1928 йылдың 9 мартында донъяға килгән Әбүҙәр бабайҙы тормош бала саҡтан ауыр һынауҙар алдына ҡуя. Ул атаһын бөтөнләй хәтерләмәй, атаһы 1931 йылда аслыҡтан үлә, ә әсәһе күрше Исламгол ауылына кейәүгә китә. Үкһеҙ етем ҡалған малай мәрхәмәтле ту4андарына һыйына, күршеләре лә ярҙамынан ташламай.

- 16 йәшем тулғас, мине төрлө ауылдарҙан йыйылған үҙем кеүек тиҫтерҙәрем менән ФЗО-ға ебәрҙеләр. Өс ай буйы Дим станцияһындә шпалдар ташыныҡ. Ауыр эш үҙәктәргә үткәс, иптәштәрем менән ҡасырға булдыҡ, – тип үткәндәрҙе иҫкә ала ул. – Үҙебеҙҙең яҡҡа барыусы тауар вагонына эләгә алдыҡ. Ул ваҡытта оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар поезд йөрөтә ине. Улар беҙгә сүплектән иҫке-моҫҡо кейем алып кейергә ҡушты, сөнки күмер саңына өҫ-баш ҡарарлыҡ түгел ине. “Абдуллин” станцияһында төшөп, ауылдарҙа кемгә ниндәй эш бар, шуны эшләшеп, бер аҙна тигәндә Аҙнайға ҡайтып еттем.

Ауылда ла хәлдәр шәптән булмай: аслыҡ-яланғаслыҡ, фәҡирлек хөкөм һөрә. Үҙе кеүек үҫмерҙәр менән ул да колхоз эшенә йәлеп ителә – үгеҙ егеп, Приютҡа иген ташыйҙар. 1944 йылдың мартында уны ҡабат ФЗО-ға ебәрәләр. Был юлы – Белорет ҡалаһындағы тимер сым эшләү заводына. Һыуыҡ барактарҙа аслы-туҡлы йәшәгән эшселәргә еңел булмай, әммә “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн” тигән саҡырыу һәр кемгә ҡаҡшамаҫ закон.

- Көн оҙоно станок артында тора инек, план буйынса 2-3 тонна тимер сым әҙерләргә кәрәк. Кеше етешмәй, миңә хатта бер юлы ике станок артында эшләргә тура килде. Көндәлек норманы үтәһәң, 400 грамм икмәк бирелде, тултыра алмаһаң, ашарға ла юҡ, - тип бар ил өҫтөнә төшкән аяныслы йылдарҙы иҫкә ала ул.

Яугирҙең йәмәғәте Рәсимә апайҙың да үткәндәре барлыҡ һуғыш осоро балалары яҙмышы менән ауаздаш. Һуғыш башланыу менән атаһы, ағалары фронтҡа алына. Зарығып көткән өсмөйөш хаттарҙа уның Смоленск йүнәлешендә барған ҡаты алыштарҙа ҡатнашыуы тураһында хәбәр ителә. Һәр йортто, һәр ғаиләне ҡайгы, үлем һағалап йөрөгәндә, уларға ла һуңғы өметтәрен өҙөп, “ҡара ҡағыҙ”ҙар килә.

Тормош ни тиклем ауыр булмаһын, ҡыҙ бала Боғҙан мәктәбенә йөрөп, 7-се класты тамамлауға ирешә, әлбиттә башҡалар кеүек колхоз эшенән дә ситтә ҡалмай. Баҫыуҙа сүп утай, өлкәндәр менән бергә көлтә ташый, ғөмүмән, уның ҡулы аша ниндәй генә эш үтмәгән.

- Мәктәптән ҡайтабыҙ ҙа, колхоз эшенә китәбеҙ. Ә кисен, кәрәсинле лампа яҡтыһында сус иләйбеҙ, киндер һуғабыҙ, унан күлдәк-ыштан тегәбеҙ. Өй һайын фронтка тип унар тоҡ әҙерләп бирергә ҡушылды. Бер нисә йылдан һуң мине бер төркөм ҡыҙҙар менән Өфөгә төҙөлөш эштәренә вербовать иттеләр. Шул ваҡытта Черниковкалағы завод шартлағайны, йыл буйына шунда эшләнек, - ти, һуғыштан һуңғы емеректәрҙе тергеҙеүгә өлөш индергән Рәсимә инәй.

Эйе, Бөйөк Ватан һуғышының шаңдаулары тынһа ла, Алыҫ Көнсығышта хәлдәр үтә лә киҫкен була. Әбүҙәр Сөләймановҡа ла иңенә шинель һалыр, билен ҡыҫып быуыр саҡ етә, 1950 йылда ул Белорет хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл армияға саҡырыла.

- Хабаровскиҙан һауа тревогаһы менән беҙ, 8000 һалдат, Ҡытай сигенә барып төштөк. Миңә зенит-ракета ғәскәрҙәрендә артиллерист булып хеҙмәт итергә тура килде. Беҙҙең бурыс - аэродромды һаҡлау ине. Икенсе урынға күскәс иһә яңы аэродром төҙөргә булдылар. Осло тау ине, шуны ҡытайҙар бер көндә көйәнтә менән ҡом-ташын ташып, тигеҙләнеләр, - тип хәтер дәфтәрен аҡтарып, үткәндәрҙе иҫкә ала ул. - Бер ваҡыт миңә хәрби задание йөкмәтелде. Егерме саҡрым алыҫлыҡтағы постҡа хат тапшырырға кәрәк ине. Һуңынан ҡушылған бурысты үтәгән өсөн командование исеменән Рәхмәт хаты алдым.

Тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас, ул ҡабат Белорет заводында өйрәнгән эшен дауам итә. Отпускыға ҡайткан мәлендә Ереклекүл һылыуы Рәсимәгә өйләнә.

- Хеҙмәттән бер ваҡытта ла ҡуркманым һәм эште һайламаным, - тип һүҙен дауам итә һуғыш һәм тыл ветераны. – Тыуған ауылыма ҡайтҡас, фермаға эшкә килдем. Оҙаҡ йылдар ирле-ҡатынлы хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләнек, - ти күңел күтәренкелеге һәм оптимизм һаҡлап ҡалған Әбүзәр Йосоп улы.

Сөләймановтарҙың ғаиләһендә ашҡынып көтөп алған байрамдар күп, шулай ҙа юбилейҙар, тыуған көндәр һәм башҡа иҫтәлекле даталар араһында улар өсөн май айы айырыуса әһәмиәтле. Бөйөк Еңеү көнендә һәр саҡтағыса балалары, ейәндәре, ауылдаштары изге байрам менән ҡотлай, шулай уҡ түңәрәк дата - бергә ғүмер итеүҙәренең 65-йыллығын билдәләй улар. Әленән-әле тыуған йортҡа ҡайтып, ата-әсәһенең хәлен белеп торған балалары өсөн был үҙенә күрә тағын бер тапҡыр түңәрәк табын артына йыйылырға бер сәбәп.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.
Читайте нас: