Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2019, 11:29

Һабанайҙа, йөҙ йыл элек

Рәсәй. Май. Ваҡиғалар

“Илай-илай яҙ була” тигәндәй, ҡарлы-боҙло, йонсоу көндәрҙе үткәреп, шөкөр, майға ла аяҡ баҫтыҡ. Был юлдар гәзит битендә күренгәнсе баҫыуҙарҙа ужым йәм-йәшел булып, яҙ сәселә торған культуралар орлоҡтары йылынып өлгөргән тупраҡ ҡуйынына инеп тә һыйыныр.

Һабан, сәсеү мәле, “Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай”, – тип Рәми ағай йөрәкһеһә лә, әллә ниндәй ағыуҙар һибелгән, төрлө техника ауырлығынан дер һелкенгән баҫыуҙар өҫтөнә һабантурғай аҙашып ҡына килеп инмәһә… Ингән хәлдә лә, ул ҡошсоҡтоң сырҡылдауын кем ишетһен дә быға кемдең ваҡыты булһын?

Сәбәләнеүҙәр, ҡаңғырыш бөгөн генә хасил булған күренеш түгел. Әүәлге замандарға күҙ ташлаһаҡ, ватандаштарыбыҙ йәшәү өсөн тырабызлыҡты йөҙ йыл элек тә күрһәтә килгән икән.

Май көндәре, донъяуи төрлө ваҡ-төйәктән күтәрелеберәк ҡарағанда, ил эсендә тетрәндерерлек, һабаҡ алырлыҡ ваҡиғаларға бай булған. Шуларҙың береһе – 6-сы украин совет дивизияһының, командованиеның бойороғона буйһонмай, совет власына ҡаршы көрәш башлауы. Дивизия командиры Николай Григорьев элек штабс-капитан булған, Үҙәк Рада ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ҡыҙыл Армия яғына сыҡҡас, Одессаны алған, әммә дивизияны Румыния фронтына күсереү фарманын үтәмәй, совет власына ҡаршы ҡорал күтәргән. Уның егерме мең кешелек ғәскәре Черкассы, Умань, Кременчуг, Екатеринослав, Елизаветград, Херсон, Николаев һәм бүтән ҡалаларҙы баҫып алған.

“Универсал” тип аталған программа документтарында Григорьев: “Коммунистарһыҙ Совет власы”, “Украина – украиндар өсөн”, “Икмәк менән ирекле сауҙа итеү” һ.б. шундай лозунгтар күтәрә. Кисәге штабс-капитан, ҡулына власть эләккәс, иҫ киткес яуызлыҡтар күрһәтә – 9 майҙа Елизаветградта 30 совет һәм партия хеҙмәткәре, 15–17 майҙа тағы 1526 кеше атыла. Атыу, йәһүдтәрҙе йәберләү башҡа ҡалаларҙа ла көндәлек күренешкә әйләнә. Тик июль урталарына ғына К.Е. Ворошилов менән А.Я. Пархоменко етәкселегендәге Ҡыҙыл Армия частары фетнәне баҫа ала. Отрядының ҡалдыҡтары менән Григорьев Нестор Махноға барып ҡушыла. Тегеһе 27 июлдә Григорьевты үлтерергә бойора.

Граждандар һуғышының тәбиғи күренеш­тәре инде былар.

8 майҙа Рәсәй революцион хәрәкәтенең иң оло вәкилдәренең береһе булған Вера Ивановна Засулич донъя ҡуя. Ғүмерен башкөллө революцион көрәшкә арнаған был ханымдың тормошо романдарға ла һыйғыһыҙҙыр. Ҡулға алыныуҙар, тотҡонлоҡ, язалар, К. Маркс, Ф. Энгельс менән хатлашыу, уларҙың хеҙмәттәрен рус теленә тәржемә итеү, РСДРП-ның тәүге программаһын әҙерләшеү, партияны ойоштороу мәсьәләләре буйынса В. Ленин менән бәхәстәр… 1917 йылдың октябренән һуң Вера Засулич большевиктар сәйәсәтен тәнҡитләп сығыш яһай, уларҙы власты законһыҙ баҫып алыуҙа ғәйепләй.

22 майҙа академик Евграф Степанович Федоров үлә. Уның тыуған урыны – Ырымбур ҡалаһы. С.-Петербургта Хәрби-инженер училищеһын тамамлаған, Технология институтынан һуң геология, кристаллография, минералогия, геометрия, петрография менән уңышлы шөғөлләнгән, Уралдағы Турьинск рудниктарында тау инженеры булып эшләгән. Мәскәү ауыл хужалығы институтының геология һәм минералогия профессоры, Петербург тау институтының һайлап ҡуйылған тәүге директоры. Федоровтың ғилми эштәре исемлегендә 500-гә яҡын хеҙмәт бар.

Ошо йылдың яҙ-йәй көндәрендә Петро­г­радтың яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡала. 3 майҙа Петроградты обороналау комитеты булдырыла. Ҡалаға аҡ гвардия, аҡ эстон, аҡ фин частары һөжүм алып бара. Уларға инглиздәр эскадраһы ла ярҙамға килә. Ғөмүмән, үҙәк хөкүмәт Петроградты күмәк дошман көстәренән йолоп алып ҡалыу өсөн хатта мөмкин булмағанды ла эшләй.

Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе һәм эске эштәр халыҡ комиссары Ф.Э. Дзержинскийҙың тәҡдиме менән, тимер юл, сик буйы һағы һәм конвой хеҙмәтенән бүтән ярҙамсы тәғәйенләнештәге һәммә ғәскәр төрҙәре бергә туплана. Улар менән ВЧК ғәскәрҙәре штабы етәкселек итә. Торараҡ ул ВОХР штабы тип үҙгәртелә. Ҡыҫҡаһы, авгусҡа ВОХР ғәскәрҙәрендә 120 мең кеше була. Шул хәтлем көскә Советтарға ҡаршы ҡораллы сығыш менән көрәшеү, юлдарҙы, мөһим дәүләт ҡоролмаларын, предприятиеларҙы һәм йөктәрҙе һаҡлау, алыпһатарлыҡты тыйыу бурысы йөкмәтелә.

…Май. Һабанай. Көллө халыҡ элек ошо мәлдә баҫыуҙа була торғайны. Яланға сығыу, йылы тын бөркөп ятҡан ергә орлоҡ күмеү, салт аяҙ күккә сөйөрөлгән ҡоштарҙың йырын тыңлау… Донъя хозурлығы бына ҡайҙа булған!
Читайте нас: