Ырымбурҙан килгән ташлы юлдың Башҡортостан биләмәһенә етеү менән асфальт япмалыға әйләнеүе күңелдә республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ, район етәкселегенә ихтирам хистәре уятты. Әллә ҡайҙан күренеп, сәләмләп ҡаршы алған стелала бәләкәй Ватаныбыҙҙың һәм Бишбүләк районының атамаһы башҡортса ла яҙылып ҡуйылһа, тағы ла шәберәк буласаҡ!
Әллә ҡайҙан балҡый Дүсәндәге был йорт
Бикҡол ауылы хакимиәте башлығы Ришат Әхмәтшин төбәк тормошо менән таныштырыуҙы мәҙәниәт усаҡтарынан башлап ебәрҙе. Иң тәүҙә Дүсән ауылында тыуып үҫкән данлыҡлы илсе Кәрим Хәкимов исемен йөрөткән күп функциялы мәҙәни үҙәккә юлландыҡ. Әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултырған мәҙәниәт усағының бынан ике-өс йыл элек кенә ҡот осмалы емерек хәлдә булыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Был хаҡта фойелағы күргәҙмәгә ҡуйылған фотолар ғына һөйләй. “Урал” хәйриә фонды тарафынан бүленгән 25 миллион һум аҡсаға эстән дә, тыштан да ялтырап торған, бөтә уңайлыҡтары булған мәҙәни үҙәккә эйә булған дүсәндәр. Ул бынан ике йыл элек, 2017 йылдың 30 авгусында, тантаналы шарттарҙа асылған.
Мөдир Мәүлиҙә Зарипова менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә барышында бында мәҙәни тормоштоң гөрләп тороуы, ансамблдәрҙең уңышлы эшләүе, ағинәйҙәр хәрәкәтенең әүҙемлеге хаҡында хәбәрҙар булдыҡ. “Зиләйлүк” фольклор ансамбленең даны тотош районға таралған. Китапханасы Зөлфиә Хәсәнова ла төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойоштороуҙары тураһында һөйләп үтте.
Үҙәк янындағы айырым йортта илсе Кәрим Хәкимовтың музейы урынлашҡан. Әлеге көндә уны мәҙәни үҙәк бинаһына күсереп, яңы форматтағы музей итеп үҙгәртеп ҡороу эше бара.
Мәҙәниәт усағы янында 19 ғына йәшендә Афған һуғышында һәләк булған Марсель Кашапов иҫтәлегенә аллея булдырылған. Республикала иғлан ителгән Урмандарҙы тергеҙеү айлығы барышында унда, былтырғыһына өҫтәп, ҡайын һәм ҡарағай үҫентеләре ултыртҡандар. Ғөмүмән, бишбүләктәр был изге эшкә әүҙем ҡушылған. Мәктәп, мәсет, мәҙәниәт усаҡтары янында йәш үҫентеләрҙе күреп ҡыуандыҡ. Ришат Әхмәтшин әйтеүенсә, был йүнәлештәге эштәр алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Шулай уҡ һәр урында яңы ултыртылған ағастарға һыу ҡойоу, уларҙы тейешенсә тәрбиәләү бурысы ҡуйылған.
Ҡаныҡай клубында ҡот уйнай
Юлыбыҙҙы артабан дауам итеп, Ҡаныҡай ауылы клубына туҡтаныҡ. Шыңғырҙап торған ҡарағай бураны 2008 йылда Баймаҡ хәтлем Баймаҡтан килтереп күтәргәндәр. Мөдир Роза Нафиҡова клуб эшмәкәрлегенең барлыҡ мәшәҡәттәрен – төрлө саралар ойоштороуҙы ла, мәҙәни усаҡты тейешле тәртиптә тотоуҙы ла бер үҙе башҡара.
Мәҙәниәт усағында “Зөбәржәт” вокал-хор коллективы, “Ынйылар”, “Дим биҙәктәре” фольклор ансамблдәре уңышлы эшләй. Уларҙың тәүгеһенә әллә ни ҙур булмаған ауылдан 30 кешене йәлеп итеүгә өлгәшкән Роза Рәйес ҡыҙы.
Ансамблдәргә йөрөгән ағинәйҙәр, йәштәр үҙҙәренә костюмдар, селтәр-ҡашмауҙар тегеп алған. Мәҫәлән, быйыл “Ынйылар” ансам-бле башҡорт фольклор коллективтары араһында үткән “Тылсымлы моңдар” республика фестивалендә махсус призға лайыҡ булған. “Алтынай” драма түңәрәгендә шөғөлләнгән ауыл әртистәре, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһын сәхнәләштереп, күрше-тирәләге барлыҡ ауылдарҙа сығыш яһаған.
– Эшем оҡшай. Хеҙмәт хаҡының аҙ булһа ла артыуы күңелде күтәреп ебәрҙе. Әлбиттә, ауыл клубының мәшәҡәттәре күп, иртәнән кискә тиклем ошондамын. Төштән һуң ансамблдәр йыйылһа, кискеһен ауыл йәштәре матур итеп күңел аса, – тип эш нескәлектәре хаҡында һөйләне мөдир.
Ауылдаштары араһында эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләрҙең күп булыуына һөйөнөс белдерҙе Роза. Йәштәрҙән Азамат Хәбетдинов, Артур Нафиҡов, Вадим Семенов һәр эштә иң алдан башлап йөрөй. Хаҡлы ялдағы Мәрйәм апай Хәкимова – бөтә башланғыстарҙы хуплап ҡаршы алған ярҙамсы ла, кәңәшсе лә. Вәхизә Хөсәйенова, Светлана Хәйруллина, Сәмиға Салихова, Нәйлә Рахманғолова кеүек хаҡлы ялдағы апайҙар, уҡытыусы Әминә Абдрахманова, Ҡаныҡай мәктәбенең мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе Гөлшат Хәлиуллина барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. Уларға быйыл йәшерәк быуын вәкилдәре Юлиә Айытова менән Мәҙинә Рәхмәтуллина ла ҡушылған.
– Яҡын арала мәҙәниәт усағының эргә-тирәһен төҙөкләндереү, балалар өсөн уйын майҙансығы булдырыу бурысы тора. Киләсәктә клубҡа төкәтмә төҙөп, бер аҙ иркенәйтергә – мөдир өсөн эш кабинеты, костюмдар, башҡа кәрәк-яраҡты һаҡлау өсөн айырым бүлмә булдырырға ла уй бар, – тип изге ниәттәре менән уртаҡлашты хакимиәт башлығы Ришат Нуриман улы.
Былтыр Ҡаныҡай ауылы клубы “Берҙәм Рәсәй” партияһының проектына ярашлы бүленгән 100 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам алып һөйөнгән. Шуның 63 мең һумына – музыка ҡорамалы, ҡалғанына ултырғыс, өҫтәл кеүек йыһаз һатып алғандар.
Ауыл йәшәһен һәм йәшәрһен
Бөгөн Ҡаныҡай ауылында урта мәктәп эшләй, унда 80-гә яҡын бала белем ала. Бынан тиҫтә йыл самаһы элек башланған ҡулайлаштырыу еле был белем усағына ла килеп етә, әммә мәктәпте урта дөйөм белем биреү учреждениеһы булараҡ һаҡлап ҡала алыуҙарына урындағы халыҡ та, уҡытыусылар ҙа ихлас һөйөнә. Күрше Бикҡолда мәктәп юҡ, Дүсәндә башланғыс мәктәп эшләй. Ҡатнаш халыҡ йәшәгән Набережныйҙа белем усағы ябылғас, Ҡаныҡай мәктәбе етәкселеге һәм уҡытыусылары ундағы балаларҙы үҙҙәренә йөрөтөп, уҡытыу өсөн ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ өлгөһө күрһәтә. Өй беренсә йөрөп, ата-әсәләр менән һөйләшәләр, балаларҙы автобус менән йөрөтөү мәсьәләһен хәл итәләр, хатта ике ауылды тоташтырған юлды ла төҙөкләндереүгә өлгәшәләр. Нисек тә балалар һанын арттырыу маҡсатында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө лә ойоштороп ебәргәндәр, әле унда тиҫтәгә яҡын кескәй ҡыҙ һәм малай шөғөлләнә.
1967 йылда төҙөлгән бина, әлбиттә, һәр йәһәттән иғтибар, тейешенсә ҡарау талап итә. Иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе – уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү өсөн талаптарға яуап биргән ашхананың булмауы. “Әгәр төкәтмә рәүешендә булһа ла яңы ашханаға эйә булһаҡ, мәктәп бинаһы әлегә хеҙмәт итерлек. Уҡыу бүлмәләренә ремонт яһап, йыһаздар, спорт ҡорамалдары һатып алып, һәр йәһәттән камил, белемле, сәләмәт йәш быуын тәрбиәләргә тырышабыҙ”, – ти директор Фәнүзә Ғиләжетдинова.
Ҡаныҡай мәктәбе районда башҡорт телен уҡытыу буйынса көслө белем усағы һанала, шуға күрә тел уҡытыусыларының семинарҙары, башҡа төрлө ижади конкурс һәм саралар гел бында үтә. Был йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы Сөмбөл Әсфәндийәрованың хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Директор урынбаҫарҙары Дилара Батраева менән Әлфиә Мөфтәхова ла – үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған белгестәр. Мәктәп директоры йәш белгес – инглиз теле уҡытыусыһы Фәриҙә Әхмәтшинаның эшен дә юғары баһаланы. Ул бейеү, йыр, театр түңәрәктәрен дә алып бара.
– Йәштәр эшкә ҡайтһын ине. Бөгөндән математика уҡытыусыһына мохтажлыҡ кисерәбеҙ, – ти Фәнүзә Әмерйән ҡыҙы. – Урта мәктәпте һаҡлап алып ҡалыуыбыҙға, әлбиттә, ҡыуанабыҙ, әммә киләсәккә күҙ ташлаһаң, күңелде борсоулы уйҙар ҙа биләп ала. Мәктәптәр ябылмаһын, ауыл йәшәһен өсөн йәштәрҙең тыуған төйәгендә төпләнеүе, дипломлы белгестәр булып ҡайтыуы, балалар һанының кәмемәүе зарур.
Эйе, директор ханымдың борсолоуҙарында нигеҙ бар. Йәшерен-батырын түгел: ауылдар “ҡартая”, шуға күрә был мәсьәләгә ил, республика етәкселеге тарафынан аңлы ҡараш, маҡсатлы эштәр талап ителеүе көн кеүек асыҡ. Әлеге йүнәлештәге башланғыстар, “Ауыл табибы”, “Ауыл уҡытыусыһы” кеүек программаларҙың ҡабул ителеүе күңелдә өмөт-ышаныс уята.
Мәктәптә физик тәрбиә дәрестәрен алып барған йәш белгес Илһам Әхмәтшин Урал физик тәрбиә институтының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормаған, тотҡан да тыуған ауылына ҡайтҡан. Кәләше Гөлдәр Әсҡәт ҡыҙы ла – уҡытыусы, әле декрет ялында. Әхмәтшиндарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Мәктәпкә яҡын ғына урында ҙур итеп йорт һалып ингәндәр.
Илһам Ришат улы милли көрәш һәм армрестлинг буйынса түңәрәктәр ҙә алып бара. Бөгөн бөтә Ҡаныҡай малайҙары буш ваҡыттары булыу менән Илһам ағайҙары янына ашыға. Армрестлинг менән ҡыҙҙар ҙа теләп шөғөлләнә.
Милли көрәш секцияһы ете йыл элек асылған. Уңыштары тос йәш көрәшселәрҙең. Беҙ барған осорҙа Хәйбуллала Ғаззали Үтәшев исемендәге призға уҙғарылған республика бәйгеһендә икенсе урын яулап ҡайтҡандар ине. Дәүләкәндә, Илештә үткән ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһағандар. Тренер бигерәк тә Азамат Хәбетдинов, Асҡар Юнысов, Артур Нафиҡов, Айрат Батраевтың уңыштарынан ҡәнәғәт. Егеттәр үҙҙәрен әллә күпме майҙандарҙа бил бирмәҫ батыр итеп танытып өлгөргән.
Мәктәптең спорт залында көрәш һәм армрестлинг менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, тейешле ҡорамалдар һатып алынған. Ата-әсәләр ҙә балаларының шөғөлдәрен хуплай, ярҙам итергә тырыша, мәҫәлән, һәр йәш көрәшсенең махсус тегелгән аяҡ кейеме бар.
Тренер, үҙе лә көрәшсе Илһам Әхмәтшин мәктәп етәкселегенә оло рәхмәтле булыуын белдерҙе. “Барлыҡ башланғыстарыңды хуплап ҡаршы алған, ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырған, эшеңде баһалаған етәксе булыуы тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә дәртләндерә. Ауыл хакимиәте, ата-әсәләр ҙә ярҙамынан ташламай”, – ти ул.
Мәсет ишеге һәр кемгә асыҡ
Бикҡол ауылы мәсетенең ишегендә беҙҙе үҙенсәлекле иғлан ҡаршы алды. “Хөрмәтле кешеләр! Мәсет ишеге асыҡ. Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ”, – тип мәхәллә рәйесе Сөмбөл Әсфәндийәрова үҙенең телефон һандарын күрһәткән.
Ауылда мулла вазифаһына тәғәйенләрлек белемгә эйә ир-егет табылмағас, мәсет эшмәкәрлеге өсөн яуаплылыҡты Өфөлә дини уҡыу йортон тамамлаған Сөмбөл Алламорат ҡыҙы үҙ иңенә алған. Төп һөнәре буйынса уҡытыусы ханым һәр иртәлә, мәктәпкә юлланыр алдынан, мәсет ишеген асып китә.
2017 йылда ауыл хакимиәтенең тырышлығы менән иҫке генә башланғыс мәктәп бинаһына 1,2 миллион һумлыҡ капиталь ремонт эшләнә һәм ул, иман йорто булараҡ, үҙ ишектәрен аса. Был изге эштә ауыл халҡы, бағыусылар ҙур ярҙам күрһәтә, һәр кем хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. “Мәсетте төҙөкләндереү барышында нисә тапҡыр өмә үткәргәнбеҙҙер, хәҙер әйтеүе лә ҡыйын, әммә халыҡ һәр ваҡыт дәррәү булды. Бының өсөн бикҡолдарға ҙур рәхмәтлемен”, – ти хакимиәт башлығы. Ғөмүмән, был урында борон-борондан мәсет булған. Коллективлаштырыу йылдарында мәсеттән клуб яһағандар, әле килеп, ғәҙеллек яңынан тантана иткән.
Мәсеттең эсе бик матур, нур һәм ҡот уйнап тора. Юлаусылар махсус йәшниккә хәйер-саҙаҡа һалып, кемдең һаулығына йәки рухына аят уҡырға кәрәклекте дәфтәргә яҙып китә. Сәй эсеү өсөн электр самауыры, сәйнүк, сынаяҡтар ҡуйылған. Бындағы әйберҙәргә бер кем дә теймәй, хилафлыҡ ҡылмай. Был – үҙе үк ауыл халҡының әҙәбе, тәртибе тураһында һөйләгән матур күренеш.
Мәсеттә никахтар уҡыла, сабыйҙарға исем ҡушыу йолалары атҡарыла. Теләгәндәр бында дин дәрестәренә йөрөй, ғәрәп алфавитын өйрәнә.
Ҡаныҡай ауылы клубы мөдире Роза Рәйес ҡыҙы менән әңгәмә барышында тормош юлдашы менән дүрт бала тәрбиәләүҙәрен, йәштәргә тәғәйен программа буйынса йорт төҙөп инеүҙәрен белгәс, был матур ғаилә менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы.
Ап-аҡ сайдинг менән көпләнгән ике ҡатлы йортто Нафиҡовтар “Йәш ғаилә” махсус программаһына ярашлы алынған сертификатҡа төҙөгән. Дөрөҫөрәге, бер миллион һумға яҡын аҡса иш янына ҡуш булып ҡалған.
– Йорт һалғанда туғандарҙың ярҙамы ҙур булды. Нигеҙ ҡороу, бура күтәреү кеүек ҙур эштәрҙе башҡарғандан һуң, эстәге барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ көсөбөҙ менән йырып сыҡтыҡ. Ғөмүмән, бер нәмәнән дә ҡурҡмайбыҙ, тәүәккәлләйбеҙ ҙә тотонабыҙ. Дамирҙың ҡулы һәр нәмәгә оҫта. Улдарыбыҙ ҙа атайҙары янында эшкә өйрәнеп үҫә, – тип шатлана Роза.
Ғаилә башлығы Дамир Тимербай улы вахта ысулы менән Себер тарафтарында водитель булып эшләй. Беҙ барған мәлдә лә өйҙә булмай сыҡты. Дүрт улдың иң өлкәне – 18 йәшлек Артур – ата-әсәһенә төп ярҙамсы, ҡустылары – ун йәшлек Замир, ете йәшлек Дим һәм дүрт йәшлек Айназ өсөн – талапсан ағай. Атаһы эштә саҡта күпселек йорт мәшәҡәттәре уның иңенә ята. Спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғы егет быйыл 11-се класты тамамлай. Башланғыс класс уҡыусылары Замир менән Дим дә ағаларынан ҡалышмаҫҡа тырыша, “4”-кә һәм “5”-кә генә өлгәшә. Замир шиғыр һөйләргә оҫта, район конкурстарының еңеүсеһе булып танылған. Дүрт йәшлек Айназ да бик һәләтле бала булмаҡсы, беҙгә матур итеп Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Йәш ғаиләгә бөтә уңайлыҡтары булған иркен йортта бәхетле ғүмер кисереүен, балаларының уңыштарына шатланып йәшәүен теләп хушлаштыҡ.
Ауыл хакимиәте башлығы Ришат Әхмәтшин һәм хакимиәттең эштәр идарасыһы Зилиә Сәлихова менән юлыбыҙҙы дауам итеп, хеҙмәт ветераны, Ленин ордены кавалеры Зәйтүнә Зарипованың йортона боролдоҡ. Ул күптән түгел район үҙәгендә үткән тантанала ҡатнашып, “Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл” юбилей миҙалы менән бүләкләнеп ҡайтҡан. Ауыл хакимиәте етәкселеге ветеранды ихлас күңелдән тәбрикләп, хәл-әхүәлен һорашты.
Зәйтүнә Фәррәх ҡыҙы бөтә ғүмерен малсылыҡҡа арнаған, төбәктә иң алдынғы һауынсыларҙың береһе булған. “Бөгөн тормош матур, шөкөр итеп кенә йәшәргә кәрәк. Пенсиям килеп тора, өйөм йылы, газ үткән. Етәкселәр ҙә иғтибар-хәстәренән ташламай, ярҙам итергә тырышып тора. Барыһына ла рәхмәтлемен”, – ти ветеран.
Ғөмүмән, ауыл халҡы менән аралашыу барышында күптәр ауыл хакимиәте башлығына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мәҫәлән, Бикҡол ауылының Йәштәр урамында йәшәүселәр нисәмә йылдар буйы юлһыҙ ыҙалағандан һуң, ниһайәт, был мәсьәләнең хәл ителеүен ҡыуанып хәбәр итте. “Ҡышын урамдар ҡарҙан таҙартылманы, яҙын һәм көҙөн үтеп сыҡҡыһыҙ батҡаҡ булды. Күптәр еңел машинаһын үҙәк урамға ҡалдырып йөрөргә мәжбүр ине. Ришат Нуриман улының туранан-тура хәстәрлеге менән урамыбыҙ юллы булды”, – тине улар.
Үҙ сиратында хакимиәт башлығы халыҡҡа рәхмәтле булыуын, ауыл кешеләре берҙәм булмаһа, ул бер үҙе генә бер ни ҙә эшләй алмауын белдерҙе.
– Күп сараларҙы ойошторғанда эшҡыуарҙар – Ҡаныҡайҙан Вилмир Буранғолов, Зәлиә Әхмәтшина, Дүсәндән Эльвира һәм Филүс Кәлимуллиндар, Лилиә һәм Рөстәм Бәҙретдиновтар, Зөһрә менән Ғабтулла Хәйҙәровтар ихлас ярҙам ҡулы һуҙа. Ғөмүмән, халыҡ тырыш, берҙәм беҙҙә. Һәр ҙур эште бергәләп башҡарып өйрәнгәнбеҙ.
Бикҡол ауылының иҫке клуб урынын халыҡ ярҙамында өмә яһап йыйыштырҙыҡ. Был эштә Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы техника йәһәтенән ярҙам күрһәтте. Бында киләсәктә халыҡтың яратып ял итер урыны булыр тигән яҡты өмөт менән паркка нигеҙ һалдыҡ – 500-ләп ылыҫлы ағас үҫентеһе ултырттыҡ. Шулай уҡ балаларға уйын майҙансығы булдырҙыҡ. Ошо паркта киләһе йыл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, ауылдан Ватанды һаҡларға киткән барлыҡ яугирҙәрҙең исеме яҙылған обелиск ҡуйырға уйлайбыҙ, – тип изге ниәттәре менән уртаҡлашты Ришат Нуриман улы.
Тырыш, эшһөйәр, берҙәм, иң мөһиме, рухлы халыҡ йәшәй был төбәктә. Күп милләтле районда аҫабалыҡ рухына тоғролоҡ һаҡлап йәшәгән, һәр башланғысҡа дәррәү тотонған милләттәштәребеҙҙе, “әсәй” тип теле асылған, “бер телдән дә телем кәм түгел” тип шиғыр һөйләгән дүрт йәшлек Айназ кеүек кескәйҙәрҙе, ауыл йәшәһен тип тырышҡан сәмсел етәкселәрҙе күреп, күңел һөйөндө, рух шатланды.
"Башҡортостан" гәзитенән.