Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2019, 16:43

Бында тарих йәшәй

Беҙҙең районда йөҙгә яҡын музей бар. Бишбүләк районының Музей берләшмәһенә өс музей – Бишбүләк тарих-этнография музейы, Дүсән ауылында Кәрим Хәкимов музейы, Айыт ауылында Фәтих Кәрим музейы керә

. Музейҙар заман менән бергә атлай – уларҙың барыһында ла виртураль экскурсиялар бар, тимәк, теләге булған һәр кем уларҙы өйҙәренән сыҡмайынса ғына, ҡарай ала. Бынан тыш. Йәмғитә музейҙар ыла - Кесе Мәнәүездә Вуколов-Эрлик исемендәге, Уҫаҡ-Кисеүҙә Таһир Ахунйәнов, Аҙнайҙа Булат Имашев, Кесе Сиҙәктә “Арса” сыуаш мәҙәниәте һәм көнкүреше му зейы, Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы “Йорт усағы” йылыһы, 18 мәктәп музейы бар.

Бишбүләк тарих-этнография музейы үҙенең ишектәрен 1994 йылдың 25 ноябрендә асҡан. Ул 1935 йылдың сентябрендә асылған Бишбүләк тыуған яҡты өйрәнеү музейының иң яҡшы тардицияларын дауам иткән. Уға нигеһ һалыусы Бишбүләк ауылында тыуған П.Н.Кудрявцев була. Петр Николаевич ҙур эш башҡара һәм бәләкәй генә ауылда дәүләт музейы асыуға ирешә (музей Бишбүләк менән Алексеевка араһында урынлашҡан була). 1940 йылда Бишбүләк тыуған яҡты өйрәнеү музейы Слакбашҡа күсерелә. 1988 йылда Бишбүләк район башҡарма комитеты ҡарары менән Бишбүләк ауылында музей булдырыу буйынса ижтимағи совет төҙөлә, уны А.Ф.Семенов етәкләй.

Бөтә музейҙа 6000-дән ашыу экспонат һаҡлана һәм күрһәтелә. Улар араһында беҙҙең яҡ халыҡтанрының көнкүреш әйберҙәре, сыуаш этнографияһының ҙур коллекцияһы, ҡиммәтле фотодокументальфонд, нумизматика фонды, урындағы танылған рәссамдарҙың картиналары, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бай материал. Оҙаҡ йылдар музейҙа директор булып БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ф.Кәрим исемендәге премия лауреаты Роза Иванова эшләй. Роза Ғамзатовна һәм кесе фәнни хеҙмәткәр Вероника Мөхәмәтова ҙур фәнни-тикшеренеү, ағартыу һәм фонд эшсәнлеген алып бара. Музей – күп кенә республика һәм район конкурстарында еңеүсе. Грант проекттарныда актив ҡатнаша. 2014 йылда музей Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы, тип танылды.

1962 йылдың 28 ноябрендә күренекле революционер-дипломат К.Ғ.Хәкимовтың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы Дүсән ауылында халыҡ музйы асыла. Материал һайлау һәм системалаштырыу менән Л.З.Ғәҙелов шөғөлләнә. Оҙаҡ йылдар музейҙа Ф.з.Кәлимуллина һәм Ф.Ф. Буранғолова эшләй. 1992 йылда “Марс” колхозы һәм БАССР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән яңы ағас бина сафҡа баҫа. Музей залдарында Хәкимовтың бала сағы, мәҙрәсәлә, Томск ир-егеттәр гимназияһында уҡыуы хаҡындағы уникаль экспозициялар тәҡдим ителгән. Музейға килеүселәрҙә дипломаттың шәхси әйберҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йыл һайын музейға 2000-дән ашыу кеше килә. Унда 1200-ҙән артыҡ экспонат һаҡлана. Музей менән Резида Ғәлимова етәкселек итә. Ул Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрләренә ике грантын отҡан һәм тормошҡа ашырған.

Яҡташыбыҙ, патриот-шағир Фәтих Кәримдең Айыттағы музейы үҙенең яҡташтары үтенесе буйынса 1971 йылдың 19 июнендә фронтта ул батырҙарса һәләк булған Бөйөк һуғышы башланыуға 30 йыл тулыу уңайынан асыла. Музейға нигеҙ һалыусы – Айыт урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Х.С.Ғиззәтуллина. Музей фондтарныда 300-ҙән ашыу экспонат һаҡлана. Йыл һайын музейға 2000 тирәһе кеше килә. 1992-1995 йылдарҙа һәм 2004 йылдан башлап музей менән Р.К.Хафизова етәкселек итә. Был вазифала тәүге көндәрҙән үк шағирҙың ҡыҙы Ләйлә Фәтих ҡыҙы, Башҡортсотан һәм Татарстан Республикалары яҙыусылары һәм шағирҙары, Ф.Кәрим исемендәге премия лауреаттары, күп кенә ижтимағи ойошмалар һәм күренекле яҡташтар менән йылы мөнәсәбәттәр урынлаштыра. Күп көс талап иткән материал йыйыу эше һөҙөмтәһендә музей фондтары баһалап бөткөһөҙ экспонаттар – шағирҙың ысын хаттары һәм ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре һәм уникаль китап баҫмалары менән тулыланды.

18 май көндө Бишбүләк тарих-этнография музейы “Музейҙар төнө” халыҡ-ара музей акцияһына ҡушылды. Был кистә килгән ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле экскурсиялар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Ирина Михайлова әҙерләне.
Читайте нас: