Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Май 2019, 22:13

Тере хәтерҙе һаҡлайыҡ

Районда барған йәштәрҙең хәрби-патриотик һәм мәҙәни сараһы барышында Сухоречкала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәррәх Фәттәх улы Сәйфетдиновты хөрмәтләнеләр. Бында шулай уҡ “9 рота” эҙләнеү отрядының ун йыллыҡ юбилейын билдәләп үттеләр.

Әлеге мөһим сараны үткәреү урыны тип Баҙлыҡ ауылы осраҡлы рәүештә һайланмаған. Баҙлыҡ ауылында 2019 йылдың 12 майынан 16 майына тиклем, 10 класс уҡыусыларҙың район хәрби уҡыуҙары булып үтте. Был ваҡытҡа ауыл мәҙәниәт йорто шығырым тулы ине. Курсанттарҙың камуфляж формаһында хәрби әҙерлек үтеүсе биш взводы бында ине. Ҡушйылға ауылынан үҫмерҙәр һәм “Батырлыҡ” хәрби-патриотик клубы ағзалары (етәксеһе Николай Петров). Мәҙәниәт йорто фойеһында матур итеп биҙәлгән күргәҙмәләр ойошторолғайны. Район үҙәге балалар баҡсалары Бөйөк Еңеүгә бағышланған балалар рәсемдәре күргәҙмәһен тәҡдим итте. Бишбүләк тарихи-этнография музейы Өфө ҡалаһынан Хәрби Дан музейының уҙған быуаттың 40-сы йылдары хаҡында фото һәм документаль материалдарҙа күсмә күргәҙмәһен алып килгәйне.

Ҡатнашыусыларҙың һәм бихисап ҡунаҡтарҙың иғтибарын 2010 йылдан башлап эҙләнеү эштәре алып барған Дим урта мәктәбенең “9 рота” эҙләнеү отряды тарафынан ҡаҙыу эштәре барышында табылған хәрби экспонаттар менән тулы өҫтәлдәр йәлеп итте.

Дим уҡыусылары 2019 йылдың майында, Ленинград өлкәһенең Кириши районында республика йыйылма эҙләнеү отряды составында үҙенең алыштырғыһыҙ етәксеһе Владимир Чернов менән ҡаҙыу эштәрендә ҡатнашып, “Хәтер” вахтаһын теүәлләне. Был күргәҙмәне бик күп артифакттар һәм дәһшәтле һуғыш шаһиттары арҡаһында тасуирлау ауыр. Бөйөк Еңеүҙең нимә бәрәбәренә бирелеүен һәм тыныс тормошыбыҙҙы аңлау өсөн, һәр эскпонатты күрергә һәм тотоп ҡарарға кәрәк. Был күргәҙмәне күргән кеше, еңеү яулаған һалдаттарыбыҙҙың үткәненә битараф ҡала алмай. Быйыл эҙәрмәндәр билдәһеҙ ун совет һалдатының һөлдәһен ҡаҙып алған һәм уларҙы хөрмәтләп туғандар ҡәберлегенә ерләгән. Егеттәр барлыҡ ҡыҙыҡһыныусыларға һәр табыш тураһында ентекләп һөйләне.

Сухоречка ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәттәх Фәррәх улына 15 майҙа 100 йәш тулды. Һәм ул балалары, яҡындары ярҙамы менән Баҙлыҡҡа килә алған. Быға ҡәҙәр патриотик йырҙар яңғыраған зал сал сәсле яугирҙе аяғүрә баҫып сәләмләне.

Йәш патриоттар слетының сценарийы Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайының вокаль-инструменталь ансамбле тарафынан “Үткән осор геройҙары тураһында” йыр башҡарыу менән башланды. Алып барыусылар Наил Ғабдулла улы Ғатауллинға һүҙ биргәс, ул ҡыҫҡаса совет халҡының, армияның һәм тылдың Бөйөк Еңеүгә индергән роле хаҡында һөйләне. Фронтта беҙҙең райондан 10891 кеше саҡырылған, шуларҙың 5446-һы һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған. 2000-дән ашыу яҡташыбыҙ юғары хөкүмәт наградаһына лайыҡ булған, етәүһе Советтар Союзы Геройы булған, 2 кеше Дан орленының тулы кавалеры. Һуғыш йылдарында хеҙмәт армияһына 3454 кеше мобилизацияланған. Тылдағы барылҡ эш ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм үҫмерҙәр елкәһенә төшкән. Ватанды һаҡлаусылар сафтарныда беҙҙең менән 100 йәшен билдәләүсе Фәттәх Фәррәх улы Сәйфетдинов бар. Һәм бөгөнгө көндә Баҙлыҡ ауылы күп функциялы үҙәктә алты балаһы, 14 ейәне һәм 20-нән артыҡ бүләсәләре уның һуғыш һәм хеҙмәте өсөн төп бөүләк булып тора.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: