Семинар эшендә ойоштороусыларҙан тыш, Бишбүләк районы хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Зарипов, ауыл биләмәләре, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау органдары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге, опека, эш менән тьмин итеү хеҙмәте вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.
А.Г.Камалова һәм Г.Х. Шәңгәрәйева үҙ сығыштарында социаль етемлекте һәм ғаилә хәүефһеҙлеген профилактикалау комплекслы моделен формалаштырыу проблемаларына ҡағылып үтте, ғаиләгә социаль оҙата килеү тәҡдим итеүҙә мохтаж булыуын билдәләү тураһында мәғлүмәт, ғаилә хәлен баһалау, социаль ярҙам күрһтәеү программаһы, белгестәр, ойошма, учреждение эшсәнлеге, генограмма, социаль карта менән таныштырҙылар.
Үҙәктең төп маҡсаты – ғаилә именлеген һәм социаль етемлекте профилактикалау, мохтаж граждандарға медицина, юридик. Педагогик, психологик, социаль ярҙам алыуҙа ярҙам күрһәтеү, имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау.
Семинарҙы ойоштороусылар ҡатнышыусыларҙың конкрет факттар буйынса һорауҙарына яуап бирҙеләр. “Үҙ асылыбыҙҙы аңлау” тигән күнекмә үткәрҙеләр, унда бирелгән фекерҙәргә булған мөнәсәбәтте теүәл сағылдырыусы яуаптарҙы билдәләп үтергә кәрәк ине.
Имен булмаған ғаиләлә тәрбәи һәм йәшәү һөҙөмтәләре һәр кемгә яҡшы билдәле: балалар һуҡбайлығы, өйҙән ҡасыу, хоҡуҡ боҙоуҙар, медицина ярҙамын тулыһынса алмау, уҡыуҙа артта ҡалыу.
Социаль етемлекте киҫәтеү ул – конкрет ғаилә менән бик күп көс талап итә торған индивидуаль эш. Ғаиләләге имен булмаған хәлдәрҙе еңеп сығыу киҫкен проблема булып тора. Йыш ҡына ғаилә үҙ үҫешендә киҫкен хәлде үҙаллы хәл итә алмай. Иртә киҫәтеү һәм социаль етемлекте еңеп сығыу һәр ҡайһыбыҙға бәйле. Социаль етемлекте киҫәте ул – реаль кәрәклек. Ул шәхесте формалаштырыу һәм үҫтереүгә кире йоғонто яһай торған факторҙарҙы киҫәтеүгә йүнәлтелгән саралар системаһын үҙ эсенә ала.
Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Уның хаҡына беҙ ерҙә йәшәйбеҙ ҙә, балаларыбыҙҙың бала сағын ҡара болот ҡапламаһын өсөн, ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә бурыслы. Сөнки имен ғаилә ул – проблемалары булмаған ғаилә түгел, ә уларҙы хәл итергә көс таба алаған ғаилә.