Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2019, 18:30

Тәбиғәт биргән мөғжизә

“Асы”ның ғәжәйеп ере үҙе үк һауығыуҙы тиҙләтә.

Белорет районында булған һәр кем уның ғәжәйеп матур тәбиғәтенә һоҡланалыр. Ҡуйы урмандары, сылтырап аҡҡан йылғалары, мәғрур бейек тауҙары кемде генә әсир итмәй икән? Республика, Рәсәй кимәлендә лә киң билдәлелек яулаған “Асы” шифаханаһының минераль һауыҡтырыу сығанаҡтары ғына түгел, гүзәл тәбиғәте лә күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра.

Ауылды өс яҡлап уратып алған тауҙар, Юрмаш һәм Оло Инйәр йылғалары, ирәйеп үҫкән имән ағастары, хатта ваҡыты-ваҡыты менән уҙған поездар ҙа Асыға үҙенә генә хас йәм биргән кеүек.

Ауыл атамаһы башҡортса “әсе” тигәнде белдерә, был иһә ерле халыҡтың һыуҙы дауалау өсөн файҙаланғаны тураһында һөйләй. Исеме есеменә тап кил­гән Асы шишмәһенең һыуында магний, кальций, бром, кремний, фтор кеүек матдәләр бар. Улар нервы системаһы, тире, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалауҙа уңышлы файҙаланыла. Шифахана билә­мә­һендә бындай сығанаҡтар тиҫтә­нән ашыу. Күптәрҙе аяҡҡа баҫ­тырырға ярҙам иткән шишмәләрҙе “тере һыу” тип атау ҙа артыҡ булмаҫ.

Асы минераль сығанаҡтары тураһында 1889 йылда беренсе булып академик Ф.Н. Чернышев яҙып сыға. Ике йылдан һуң Белорет дауаханаһы табибы Эрман һыуҙы анализлар өсөн Берлин университетына ебәрә. Үҙенең химик составы буйынса Асының Германиялағы билдәле Киссенгон сығанаҡтары һыуына яҡын булыуы асыҡлана.

Шифаханаларҙың иң йәштәренең береһе

1999 йылдың 14 апрелендә Баш­­ҡортостандың Министрҙар Кабинеты Асы минераль һыуы ни­геҙендә шифахана комплексы тө­ҙөү тураһында ҡарар сығара. 2001 йылда ябай ғына йорттарҙа тәүге 30 кеше ҡабул ителһә, бөгөн Европа талаптарына яуап биргән ете корпуста бер юлы 350-гә яҡын пациент хеҙмәтләндерелә. Корпус­тарҙағы бүлмәләр иркен, йылы, йыйнаҡ.

— Беҙҙәге 238 хеҙмәткәрҙең ту­ғыҙы — табип, 42-һе — кесе ме­ди­цина хеҙмәткәре. Төп бурыс — тәбиғәт биргән шифалы һыуҙы халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыр­тыуҙа файҙаланыу, — ти тиҫтә йыл шифахана директоры йөгөн үҙ иңендә күтәргән эшлекле, талапсан етәксе Буранбай Ямалов.

“Асы” ял итеүселәр менән һәр саҡ тулы. Киләсәктә республика ярҙамына таянып, милекселәрҙән буш торған ике корпусты һатып алып, шифахананы тағы ла ки­ңәй­тергә күҙаллай учреждение етәк­селеге. Заманса ҙур бассейн төҙөү ҙә — өлгөрөп еткән мәсьәлә.

Төҙөкләндереү, йәшел­лән­дереү эштәренә лә ҙур иғтибар бирелә. Биләмәгә бик күп ағас ултыртыл­ған, йәйен иһә шифахана гөл-сәскәгә күмелә.

“Асы”ның дауалау мөмкин­лектәре ҙур. Табиптарҙың яңы ысул­дарҙы ҡулланыуы һөҙөм­тә­­һендә уның даны Баш­ҡорт­ос­тан­дан ситтә лә киң таралған. Ҡа­ҙағс­тандан, Урта Азиянан, Европа илдәренән дә киләләр бында.

Имләү ысулдары күп

Учреждениела һауыҡтырыу комплекслы алып барыла, дауалау ысулдары ла бик күп.

Тоҙло йылға ҡоҙоғоноң сыға­наҡ­тары һул яҡ ярҙа урын­лашҡан. Уларҙан ни бары ике саҡрым алыҫлыҡта 17 сығанаҡ бар, шуларҙың 14-е — минераль. Минераль һыу ике төрлө: аҙ минералле (2.3-2.4 г/куб. дм) сульфатлы-хлоридлы натрий составлы, уны эсеп дауаланалар; юғары минералле (18.8 г/куб.дм) хлоридлы натрий составлы һыу бальне-дауалау өсөн ҡулланыла.

Минераль һыуҙы эскәндә аш­ҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеге яҡшыра, аш һеңдереү ағзалары дауалана, матдәләр алмашыныуы яйға һалына.

Хлорид-натрийлы минераль һыулы ванналар тире ауырыу­ҙары, быуындар ауыртыуы, ревматоидлы артрит, артроздар, неврит, полиневрит, плексит, невроз һ.б. менән яфаланғандарға айырыуса ныҡ ярҙам итә. Шулай уҡ ашҡаҙан тракты, йөрәк-ҡан, бә­үел-енес системалары ауырыу­ҙарынан дауалай. Минераль һыуҙар тултырылған ваннала 15 минут ятып сығыу ҙа тәнгә ләззәт, еңеллек бирә.

“Асы” шифаханаһында физиотерапия ла киң танылыу яулаған. Физиотерапия кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһаз­ландырылған. Улар барыһы ла организмды юғары йышлыҡтағы электромагнит тулҡындары тәьҫире менән дауалай.

Спелеотерапия — үҙенсә­лекле дауалау ысулы. Ул — мәмерйә, тоҙ шахталары климатына ярашлы итеп махсуслаш­тырылған бүлмә. Ҡан баҫымы, ҡурылдай астмаһы, быуын сирҙә­ренә дусар булғандар өсөн файҙалы.

Элек өләсәйҙәребеҙ тәнде шифалы майҙар менән һылап, төрлө сирҙе ҡыуһа, бөгөн ауырыуҙарҙы дауалауҙа массаж уңышлы ҡул­ланыла. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы, терәк-хәрәкәт аппараты, тын юлы, ашҡаҙан ауырыуҙары менән яфаланғандар өсөн кәрәкле.

Парафин терапияһы бик һөҙөмтәле дауалау ысулы булып танылған. Уны ауыртҡан ергә йылытып һалалар.

Ун бишкә яҡын дауалау төрө араһында быуаттар буйы һынал­ған халыҡ алымдары ла бар. Шу­ларҙың береһе — һөлөк һалды­рыу. Был хаҡта меңәр йыл элек булған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән “Урал батыр” эпик әҫәрендә лә телгә алына. Баш ауыртһа йә әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, борон­ғолар сирҙе иҫкәртеү маҡсатында яҙлы-көҙлө һөлөк һалдырған. Улар, тамырҙарға етмешкә яҡын фермент ебәреп, ҡанды таҙарта.

Һоҡланғыс тәбиғәт — йәнгә сихәт

“Асы” шифаханаһы урынлаш­ҡан тәбиғәт мөйөшө үҙе үк һауы­ғыуҙы тиҙләтә кеүек. Тауҙарҙың саф һауаһы, ҡуйы урман, сылтырап ағып ятҡан йылға матур күренеш тыуҙырып, йәнгә аңла­та алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә.

Асы ере тарих һөй­лә­гән тәбиғәт һәйкәл­дә­ре­нә, күренекле шәхес­тәргә һәм легендаларға бай. Бында бик борондан мәрмәр сығаралар. Ул төҙөлөш һәм биҙәк­ләү эштәрендә республиканан ситтә лә киң ҡулланыла.

Инйәр йылғаһынан түбә­­не­рәк аҡҡан Ләмәздә Атыш шар­лауығы менән мәмерйә барлығы бил­дәле. Инйәрҙең башланған урынында Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе Ямантау әллә ҡайҙарға күренеп күгәреп ята.

Шифахана етәкселеге ял итеү­селәрҙең буш ваҡытын күңелле, фәһемле итеп үткәрергә тырыша. Алһыу ҡаялар, таш йылға кеүек тәбиғәт ҡомартҡы­ларына экскурсиялар, Инйәр буйлап кәмәлә йөҙөүҙәр, хатта “Шүлгәнташ”ҡа походтар ҙа ойошторола. Һәр кис концерт, уйындарҙы тамаша ҡы­лыр­ға мөмкин. Милли уйындар ҙа ял итеүселәрҙең күңеленә хуш килә.

Спортҡа ныҡлы иғтибар бүле­нә. Ял итеүселәргә волейбол, футбол, теннис, хатта гольф уйнау өсөн дә бөтә шарттар тыуҙы­рылған. Ҡыш көндәре иһә хоккей уйнап, тау саңғыһында шыуып кинәнәләр. Скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр ҙә байтаҡ. Бынан тыш, дауалау физкуль­тураһы төрлө ауырыуҙарҙан профилактика булып тора.

Тәмле аш та дауалай

Шифаханала тәжрибәле аш­наҡ­сы­лар күп төрлө ризыҡ тәҡдим итә. Йыл әйләнәһенә еләк-емеш, татлы һыуҙар, һуттар өҫтәлдән өҙөлмәй. Милли аш-һыуға, балыҡ ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Йәй көндәре иһә дауаланыусылар ҡымыҙҙан ауыҙ итә. Алыҫтан килеп ял итеүселәр мөғжизәле эсемлек өсөн айырыуса ҙур рәхмәт һүҙҙә­рен еткерә. “Тәмле аш-һыу менән дә күңелдәргә нур инһен”, — тип тырыша ашхананың уңған хеҙмәткәрҙәре.

Дарыу үләндәренең шифаһын ата-бабаларыбыҙ борондан белгән һәм беҙгә ҡомартҡы итеп тапшыра килгән. Шифаханала был йүнә­лештә фитобар эшләй. Унда үләндән сәйҙәр, кислородлы коктейлдәр, ҡымыҙ тәҡдим итәләр.

— Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ эшен оҫта башҡара. Ял итеүсе­нең һәр береһенә айырым медицина хеҙмәткәре беркетелә, уларҙың күҙәтеүенә нигеҙләнеп, дауалау төрҙәре билдәләнә, — ти Буранбай Нәсим улы.

Үҙебеҙҙең төбәктә ошондай шифахананың булыуы ҡыуаныс­лы. Аҡса түгеп ҡайҙалыр алыҫҡа ла йөрөргә кәрәкмәй. Әгәр сәлә­мәтлегегеҙҙе “Асы” шифаха­на­һында нығытырға, рәхәтләнеп ял итергә теләгегеҙ булһа, түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Белорет районы, Асы ауылы, Дауахана урамы, 1.

Телефондар: 8(34792)78515, 8(34792)78622, 86061003050. Сайт: assy-rb.ru Электрон адрес: [email protected]

Хаҡтар ҙа ҡиммәт түгел, һауыҡ­тырыуҙың бер көнө – 2360 һумдан алып. Әйткәндәй, шифахана даими рәүештә төрлө акциялар ҙа уҙға­рып тора. Мәҫәлән, тап әлеге мәл­дә 9 июнгә тиклем “Ғаилә ялы” акция­һы бара. Ғаиләгеҙ менән бер урынлыҡ бүлмә алһағыҙ, икенсе һәм өсөнсө кеше бушлай йәшәй ала.

Шулай уҡ пенсия танытмаһы булғандарға юллама хаҡына биш процентлыҡ ташлама ҡаралған “Лайыҡлы ял” акцияһы ла дауам итә.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: