Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2019, 13:34

Башҡорт телен өйрнеүҙе модалы итеү

Республиканың 100-йыллыҡ юбилейына бағышланған тантаналы концертта Радий Хәбиров Башҡортостандың икенсе йөҙ йыллыҡта нисек күреүен, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһы ла эшләнәсәк, тип билдәләп үтте.

Апрель-май айҙарында башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә мөһим сара уҙҙы.

11-12 апрелдә башҡорт теле һәм әҙәбитәе уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезы булып уҙҙы. Уның эшендә 700-ҙән ашыу делегат ҡатнашты: Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы, Сакт-Петербург ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, методистар, дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары. Беҙҙең райондан иһә биш делегат барҙы.

Сараны асыу тантанаһында съезд делегаттарын мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, “Бөтә Рәсәй башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин сәләмләне, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ноғман Мусин ҡотланы. Тантаналы шарттарҙа педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының, “Бөтә Рәсәй башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) Башҡарма комитеты тармаҡ бүләктәре менән бүләкләү булды. Беҙҙең райондан бүләккә Дим урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова лайыҡ булды.

Унан һуң делегаттар төркөмдәргә бүленеп, Р.Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатта, Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында, М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында, М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында булды. Белем биреү ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республика һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең дөйөм белем биреү ойошмалары туған телдәр әйҙәүсе уҡытыусыларының оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Форсайт-сессияларҙа башҡорт телен өйрәнеүҙең актуаль мәсьәләләре тураһында фекер алыштылар. Тәүге көн “Торатау” Конгресс-холында матур концерт менән тамамланды.

Пленар ултырыштың икенсе көнөндә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм “Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған тел: бөгөнгөһө һәм киләсәге”, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле: тәжрибә һәм новациялар”, “Этнокультура мәғариф мөхите тел шәхесен формалаштыруҙа күсемлелек”, “Һөнәри һәм юғары мәғариф системаһында башҡорт теле үҫештең актуаль мәсьәләләре”, “Туған тел һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа ғаиләнең роле”, “Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреү мөхите булдырыу”, “Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте: туған телдәрҙе өйрәнеүҙең актуаль мәсьәләләре” темалары буйынса дискуссия майҙансыҡтары ҡатнашлығында уҙҙы. Съезд барышында педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе БР Мәғариф министрлығының тармаҡ бүләктәре менән бүләкләү тантанаһы булды. Радий Фәрит улы уҡытыусыларҙы тел менән ҡыҙыҡһыныуҙы мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле уҡытыу формалары ярҙамында тәрбиәләргә саҡырҙы. Республика етәксеһе педагогтарға түбәндәге һорауҙарға яуап табырға тәҡдим итте: беҙҙең балаларыбыҙҙы башҡорт теленә нисек һөҙөмтәле өйрәтергә һәм башҡорт телен өйрәтеүҙә ҡатмарлы булмаған, шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәле ниндәй методика буйынса өйрәтергә һәм башҡорт телен өйрәтеүҙе нисек модалы итергә?

Ике көнлөк сараны тамамлап, съездың резолюцияһын ҡабул иттеләр. 2024 йылға тиклем республикала 12 лингвистик гимназия асырға, ыңғай мотивация булдырыу өсөн инновацион технологиялар эшкәртергә кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса, олимпиаданың республика этабында еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар тураһында тәҡдим индерелде. 2020 йылдан башлап Радий Хәбиров башҡорт телен өйрәнеүҙә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән 20 уҡыусыны 50-шәр мең һум күләмендә премия менән бүләкләү ҡараласағын белдерҙе. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһы индерелгәс, шәмбе көндө этнотурҙарға бағышларға тәҡдим итте. Уҡытыусыларҙың эшен етәкләү өсөн грамоталы методистар әҙерләү айырым мәсьәлә булып тора. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк конкурсында еңеүсене 100 мең һум, финалсыларҙы – 50 мең һум менән бүләкләргә кәрәк. Тоталь диктантҡа күберәк кеше йәлеп итеү өҫтөндә эшләргә, йәйге профилле лагерҙар ойошторорға кәрәк. Башҡорт һәм рус теленең иң яҡшы уҡытыусыларына БР хөкүмәтенән грантты 100 мең һумға тиклем күтәреү планлаштырыла. Съезда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 39 уҡытыу-методик комплектының экспертиза үтеүе һәм дәреслектәрҙең федераль исемлеккә индерелеүе билдәләп үтелде. Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт теле уҡытыусылары съезды яңы педагогик кадрҙар әҙерләргә һәм башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙең абруйын арттырыуға яҡшы йүнәлеш бирәсәк.

- Бәләбәй ҡалаһының башҡорт-гимназия интернаты базаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә рәсәй съезы йомғаҡтары буйынса зона конференцияһы үтте, - тип бәйән итә Бишбүләк 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилира Лотфрахманова. - Конференция эшендә дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусылары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, туған башҡорт теле уҡытылған дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре, район башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, бүздәк, Йәрмәкәй, Шаран, Миәкә, Туймазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһының ата-әсәләр йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Сәләмләү һүҙе менән Бәләбәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары А.П.Смородин, башҡорт гимназия-интернаты директоры Д. Г. Фәтхетдинова сығыш яһаны.

Башҡорт гимназияһы-интернаты уҡыусылары “Беҙ - Башҡортост андың киләсәге” тигән әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгәйне.

Эш “Туған телдәрҙе актуаль өйрәнеү”, “Башҡортостан Республикаһы дәүләт теле булараҡ башҡорт теле: тәжрибә һәм инновациялар”, “Мәктәпкәсә белем биреү системаһында башҡорт телен өйрәнеүҙең актуаль мәсьәләләре” кеүек өс майҙансыҡта ойошторолғайны. Башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Сараның пленар өлөшөндә БР Мәғариф министры урынбаҫары А.З.Ғәлиева, филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Г.Р. Ижбаева, БР Мәғарифты үҫтереү институтының милли белем буйынса ресурс үҙәге директоры А.В. Әбделмәнова сығыш яһаны. Башҡорт телен уҡытыу, белем биреү ойошмаларында туған телде өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләренең башҡорт телен өйрәнеүгә мотивациялау, ял көнөнөң этномәҙәни турҙарын ойоштороу һәм башҡа мәсьәләр буйынса фекер алыштылар.

Ирина Михайлова яҙып алды.
Читайте нас: