Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2019, 10:13

Мөхәббәттең ныҡлығына һынау

Үткән быуын кешеләре үткәндәре менән ғорурлана ала.

Сөнки уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә ғаләмгә тәүге тапҡыр аталған, сирәм ерҙәрҙе, быуаттың бөйөк төҙөлөштәрен үҙләштергән бөйөк ил байлыҡтары булдырылған. Дөйөм уңышта район халҡының да өлөшө ҙур. Әлеге ысын хеҙмәт геройҙары намыҫ менән эшләй, ысын күңелдән ярата, ныҡлы ғаилә ҡора белгән.

Миңә бик күп һөнәрҙәр үҙләштерергә тура килде. Һарыҡ, эре мал, ат көттөм. Армияға тиклем тракторсылар курсын тамамланым һәм ете йыл тракторсы һәм комбайнсы булып эшләнем, - тип һөйләй 82 йәшлек Рәйес Солтанов. – Әммә үҙемде олатайым һәм әсәйемә хөрмәт йөҙөнән умартасы, тип һанайым. Олатайым Мөхәммәт Мусин умартасылар нәҫеленән, атайым да был шөғөлгә өҫтөнлөк биргән, әммә мин уны хәтерләмәйем, ул фронтта һәләк булған. Әсәйем яңғыҙы дүрт бала тәрбиләп үҫтергән. Хәҙер уларҙан бер мин генә иҫән. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Архангель районында умартасыға уҡып ҡайттым. 1957 йылда “Ҡушйылға”, унан һуң “Сухореченский” совхоздарында умартасы булып эшләй башланым.

Ҡара диңгеҙ флотында матрос булып хеҙмәт иткән йылдары көслө кәүҙәле хеҙмәт ветеранының хәтерендә яҡты иҫтәлектәр булып ҡалған. Ул Севастополь, Симферополь һәм Саки ҡалалары порттарына йыш барғанын хәтерләй.

-Умартасы булып 27 йыл эшләнем. Минең ҡарамаҡта 110 умарта ине, - тип дауам итә Рәйес Шәриф улы. – Йыл һайын умартасыларҙың район конкурстарында ҡатнаштым. Беҙ ул ваҡытта Ермолкиндан Константин Туймуков менән даими ярыша торғайныҡ. Яҡшы ваҡыт ине, ялҡынланып эшләнек. Мин әле гармунсы ла инем, өҫтәүенә, тельняшкам менән маҡтандым. Клубта йәштәр гармуныма ҡушылып йырланы һәм бейене. Минең иһә күңел һәр ваҡыт бер генә ҡыҙға – күрше ауылдың иң сибәр йырсыһы Фәизала ғына булды. Армиянан һуң уның менән бер йыл йөрөнөк тә 1960 йылдың 3 июнендә өйләнештек. Иҫке йорт һатып алдыҡ, уны төҙөкләндекрҙек. Рәйсә ҡыҙыбыҙ, дүрт йылдан Рәйес улыбыҙ тыуҙы. Балалар үҫеп, төрлө яҡҡа тарлышты. Биш ейәнебеҙ ҡунаҡҡа ҡайта. Апрель айында беҙҙең ҙур ғаилә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешебеҙ – тормош иптәшем, әсәйебеҙ һәм өләсәйебеҙ Фаиза Таһир ҡыҙының 80 йәшлек юбилейына йыйылды. Уға ҡарап, элеккесә йәш булып ҡалырға тырышам. Ҙур булмаған умарталыҡ тотабыҙ. Т-25 “Владимирец” тракторы бар. Ә хужабикә ҡарамағында йорт хужалығы: беҙҙе туйындырыусы кәзә Милка һәм тауыҡтар.

Владимир Смолов.
Читайте нас: