Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2019, 18:02

Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!

Төйәгемә күҙ ташлаһам,Хәсрәттәрем ҡуҙғала

Зифа ҡамышын һарғайтып,

Һыуҙар кәмей йылғала;

Урманыбыҙ ҙа ҡырылһа,

Донъябыҙҙан ни ҡала?

Таш ҡаялар аҡтарыла,

Тауҙар ауыр тын ала,

Йәнгә ғәзиз матурлыҡтар

Күҙ алдында юғала, –

тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев үҙенең “Донъябыҙҙан ни ҡала?” исемле шиғырында. Беҙҙең тормошто һулар һауаһыҙ, эсәр һыуһыҙ, йәшел урманһыҙ күҙ алдына килтереп буламы? Юҡ, әлбиттә.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ хозур тәбиғәтле Уралда үҙҙәренә мәңгелек төйәк тапҡан. Атайсалыбыҙҙа ер тетрәмәй, янартауҙар урғылмай, ғәрәсәт-дауылдар ҡупмай. Төйә­гебеҙ иҫ киткес бай: ул емеш-еләге, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, ағасы, файҙалы ҡаҙылмалары – һәммәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел. Тәбиғәт йомарт, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле!

Беҙҙең гүзәл Башҡортос­таныбыҙҙы маҡтап күпме йыр, шиғыр ижад ителгән! Әле бөгөн дә өйрәнелгән ҡалып буйынса беҙ тәбиғәтте ҡысҡырып маҡтайбыҙ, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙабыҙ. Ә ысынлабыраҡ ҡараһаң, тәбиғәтебеҙ күптән инде элекке ҡупшылығын юғалтҡан: урмандарыбыҙ аяуһыҙ ҡырҡыла, үләндәр тапала, йылға-күлдәребеҙ һайыға, инеш-шишмәләребеҙ ҡороп, юҡҡа сыға бара. Бөгөн беҙҙең бай төйәгебеҙгә генә түгел, ә бөтә кешелек донъяһына ҡурҡыныс хәүеф-экологик һәләкәт янай!

Беҙҙең Башҡортостанда 6 миллион гектар ерҙе урман биләһә, һәр сәғәт һайын 20 гектар урман юҡҡа сыға бара. Ә бер кешенең ғүмере өсөн 200-ҙән ашыу төп ағас кәрәклеге иҫәпләп сығарылған. Бер гектар урман һауанан 2 тонна ағыулы газды йота, 10 кубометр һауаны сафландыра.

Тәбиғәттә бөтә нәмә лә бер-береһенә бәйләнгән. Һаҙлыҡтар кибә икән, бөжәктәр, серәкәйҙәр ҙә бөтә, уларҙың кәмеүе ҡоштарҙың аҙайыуына килтерә. Ҡоштарҙың аҙайыуы ағастар, үҫемлектәр яҙмышына йоғонто яһай. Тәбиғәттә бер нәмә лә артыҡ түгел, ул үҙе яралта, үҫтерә, артығын бөтөрә.

Кеше “тәбиғәт батшаһы” булып, еребеҙҙең киләсәк яҙмышына бик ҙур зыян килтергән. Тап уның ғәйебе менән бик күп үҫемлек һәм хайуан төрҙәре юҡҡа сыҡҡан.

1966 йылда Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау союзы тәү башлап үҙенең “Ҡыҙыл китабын” булдырҙы. Был китапҡа һирәк осрай торған һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған үҫемлек һәм хайуан төрҙәре индерелгән. Элекке СССР-ҙың да “Ҡыҙыл китабы” бар, тәү тапҡыр 1978 йылда баҫылып сыға. Шулай уҡ Баш­ҡортостандың да “Ҡыҙыл китабы” бар, 1984 йылда донъя күрә. 1987 йылда иһә ҡайтанан баҫыла. Унда 180 төрлө үҫемлек, хайуандар­ҙың 157 төрө индерелгән.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: