Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2019, 22:30

“Һанлы аҡылға зәғифлек вирусы”

Өлкәндәрҙең интернет селтәрендә экранға текәлеп ултырыуҙы өнәмәүен яҡшы беләбеҙ.

Бала-саға уларҙың тыйыуын ҡолаҡҡа ла элмәй, “мыжыһындар әйҙә”, тип ишетмәмеш тә күрмәмеш булып ҡылана. Әммә интернетҡа бәйлелек, ысынлап та, сир, уны хәҙер “һанлы аҡылға зәғифлек вирусы” тип йөрөтәләр.

Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, йылдан-йыл иғтибарһыҙ, хәтерһеҙ, үҙ-үҙен тота алмаған, бойоҡ, төшөнкө күңелле балалар арта. Һанлы быуын өсөн бындай сифаттар хас була бара, ә билдәләре тәрән ҡартлыҡтағы йәки баш мейеһе имгәнгәндәге кеүек, ти тикшеренеүселәр.

Ғалимдарҙың иҫәпләүенсә, ете йәшлек бала телевизор, планшет һәм телефон эргәһендә ошо ҙур булмаған ғүмеренең бер йыл ваҡытын үткәрә. Ә 18 йәштә нәҡ дүрт йылын һанлы шөғөлдәргә арнай. Кемдер, “хәҙер балалар бик аҡыллы, бөтә яңылыҡты эләктереп алырға ғына тора, ә заманса гаджеттар уларға үҫешергә ярҙам итә”, тип ҡаршы төшөргә мөмкин. Тик һанлы технологиялар тормошобоҙға яңы ғына үтеп инде, ә кеше мейеһе һаман да элеккесә, бынан мең йыл самаһы әүәл булғандағы кеүек. Интернетты тормошобоҙға ябырылып ингән яуызлыҡ тип ҡарарға ярамай. Уның яҡшы яҡтары ла ифрат күп. Бары яҡшы һәм насар яҡтарын айыра белергә өйрәнергә кәрәк.

Баш мейеһен мускулдар менән сағыштырып ҡарайыҡ. Көн дә көсөргәнеште арттыра барып, күнегеүҙәрҙе дөрөҫ яһағанда ғына буй-һынығыҙ зифа булыр. Әҙерлекһеҙ йөҙ килограмлыҡ штанганы күтәрергә ынтылһағыҙ, ғәрипләнеп ҡалыу ихтималлығы бар. Мейе менән дә шул уҡ хәл. Нығынып етмәгән сабый аҡылын сикләнмәгән мәғлүмәт ағышы менән ҡаҡшатырға ла мөмкин. Хатта сикһеҙ мәғлүмәтте ҡабул итергә булдырған баланы ла аҡыллыраҡ тип иҫәпләй алмайбыҙ.

Аҡыл һәм физик һәләттәрҙе үҫтереү мәсьәләһе бөтә донъяла олоғара бәләгә әүерелде. Билдәле психологтарҙың тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, 1970 йылдан алып балаларҙың әүҙемлек радиусы 90 процентҡа ҡыҫҡарған. Кескәйҙәр асыҡ һауала аҙ була, һирәк уйнай, йәштәштәре менән тығыҙ аралашмай.

Интернет һәм видеоуйындар үҙҙәренә магниттай тарта, күпме генә компьютерға ҡапланып ултырһаң да, һаман да аҙ, һис тә туйҙырмаған кеүек. Хатта наркотиктар менән сағыштырырға булыр ине был уйындарҙы. Балаларға ваҡытында йоҡларға кәрәк, өҫтәүенә төнгө ял сифатлы, тәрән, сәләмәт булырға тейеш. Йоҡоһо туймай уянған, мәктәптә иғтибарһыҙ уҡыған балаларҙың ҡылығы өсөн һис тә интернетты ғәйепләп булмай, сөнки ул-ҡыҙҙарының һаулығы өсөн тәү сиратта ата-әсә яуаплы. Әлегә өлкәндәрҙең 90 проценты балаларының гаджеттар менән самаһыҙ мауы­ғыуына күҙ йомоп ҡарай, төрлө яҡлы үҫешеүенә ярҙам итмәй. Һәр хәлдә, ошо етди мәсьәләне өйрәнгән ғалимдарҙың фекере шундай.
Читайте нас: