Өләсәйем мәрхүмә йыл һайын бер-ике мәртәбә һағыҙ ҡайната торғайны. Ел сыҡҡансы тип, иртүк көтөүҙән үк баҡса артында эшкә тотонор ине. Ә инде ҡайын туҙы иреп, танауҙы ҡытыҡлай башлағас, уның еҫенә бар урам балалары йыйылып, һағыҙ әҙер булғанын көтөп тора.
Беҙ, Аҙнай ауылының бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең боронғо кәсебен иҫкә төшөрөү маҡсатында, әйҙәүсе китапханасы Фәнисә Камаева менән Дим буйына сыҡтыҡ.
Әйтеүҙәренсә, ҡәҙимге ҙур бер йомғаҡ һағыҙ ҡайнатыу өсөн ике-өс ҡайын туҙы кәрәк. Беҙ ҙә иң тәүҙә алып килгән ҡайын туҙын таҙартырға тотондоҡ. Кем - бысаҡ, кемебеҙ ҡайсы менән туҙҙың өҫкө яғын таҙартҡандан һуң, суйын сүлмәккә ваҡлап һалып, өҫтөн таба менән ныҡлап ябып, ялҡынланып янған усаҡҡа ҡуйҙыҡ. Ә үҙебеҙ был арала самауыр ҡуйып, тыуған яғыбыҙҙа үҫкән шифалы үләндәр һалынған сәйҙән ауыҙ иттек. Әлбиттә, ут өҫтөндәге суйындан да күҙ яҙҙырманыҡ. Бер ара хатта сүлмәк эсендәге туҙға ут ҡаба яҙып, ҡаба яҙып та ҡуйҙы.
Янған усаҡҡа аҙ-аҙлап утын өҫтәп тора торғас, тирә-яҡҡа хуш еҫле туҙ еҫе тарала башланы, тимәк, тиҙҙән һағыҙ ҙа әҙер буласаҡ. Һәр кем, ҡара һағыҙға бәйле иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, көләмәс һөйләне. Боронғо ауыл инәйҙәре кеүек, яулығын артҡа төшөрөп ябынған Фәүзиә апай сүлмәктәге ҡара һағыҙҙы һаҡ ҡына болғата-болғата ярты йомғаҡтай аҡ май өҫтәп, тағы ла талғын ут өҫтөнә ҡуйып алды. Ә инде тамам әҙер булғас, уны һыуыҡ һыуға төшөрҙө. “Тәүге ҡомаҡ төйөрлө була” тигәндәй, майы күберәк ҡушылғанғамы, һағыҙ бер аҙ йомшағыраҡ килеп сыҡты.
Элек-электән ҡара һағыҙҙың файҙаһы тураһныда белгәндәр, уны тәнгә шешек сыҡҡанда, ҡыҙылса ауырыуы ваҡытында ҡулланғандар. Тик был маҡсатта уны майһыҙ ғына ҡайнатырға кәрәк икән. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк, һәм башҡа ағзалар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһауы ла билдәле. Ҡара һағыҙ тештәрҙе, ауыҙ ҡыуышлығын таҙартыуын әйтеп тораһы ла түгел. Тәбиғи һағыҙың булғанда, “Орбит” ары торһон!