Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июнь 2019, 10:29

Һиндостанда – хөкөм ҡаты, ә беҙҙә?

Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән күсмә “Сәләмәтлек сәғәте” нигеҙендә республикала дарыуҙарҙы маркировкалау мәсьәләһе тикшерелде.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров фармацевтика һәм медицина ойошмалары менән мәғлүмәти эште көсәйтергә, уларҙы дарыуҙар хәрәкәтенә мониторинг системаһына ҡушылыуын контролдә тоторға ҡушты.

– Был тема бик мөһим, ул кешеләрҙең һаулығы, уларҙың именлеге менән бәйле, – тине төбәк етәксеһе.

Илдә препараттарҙы маркировкалау буйынса эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы башҡарыла. Уның маҡсаты – халыҡты ялған дарыуҙарҙан һаҡлау һәм сифатһыҙ, контрафакт препараттарҙы әйләнештән сығарыу. Тиҙҙән һәр кеше смартфон йәки дарыуханалағы сканер ярҙамында препараттың легаль икәнлеген тикшерә аласаҡ, сөнки махсус идентификация күрһәткестәре дарыуҙың икенсел (ҡулланыу) төргәгендә күрһәтелә.

Быйыл 1 октябрҙән маркировка ҙур сығымлы нозологиялар исемлегендәге дарыуҙар өсөн, ә 2020 йылдың 1 ғинуарынан маркировкаланған препараттар буйынса мәғлүмәттәрҙе тапшырыу мотлаҡ буласаҡ.

Әле донъяла ялған дарыуҙар менән сауҙа итеү киң таралған. Эксперттар уны табышлылыҡ йәһәтенән, наркотик менән ҡоралдан ҡала, өсөнсө урынға ҡуя. Мысырҙа, Сәғүд Ғәрәбстанында, Һиндостанда ялған препарат яһаған өсөн үлем язаһына тарттыралар.
Читайте нас: