Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июнь 2019, 13:26

Яҡтыкүлгә килегеҙ!

Әбйәлил районында урынлашҡан «Яҡты-Күл» шифаханаһында ял итеү, уның шифалы батҡағы менән дауаланып сәләмәтлекте нығытыу мөмкинлектәре киңәйә. Хозур тәбиғәтле Мауыҙҙы күле буйындағы Магнитогорск ҡалаһының «Березки» ял йорто «Яҡты-Күл» шифаханаһы ҡарамағына күскән.

– Илдар Таһир улы, «Березки» ял йортон «Яҡты-Күл» шифаханаһы ҡанаты аҫтына алыу ни сәбәптән килеп сыҡты?

– Совет дәүерендә һәр кемдең санатор-курорт дауаланыу мөмкинлеге булды. Ябай колхозсы, эшсе булһынмы, эш урынынан бирелгән юллама буйынса Советтар Союзының төрлө ял йорттары һәм шифаханаларының ишеге асыҡ ине. Эш кешеһен сәләмәтләндереү беренсе сиратҡа ҡуйылды, ойошма-предприятиелар ветерандары тураһында ла хәстәрлек күрергә онотманы. Хәҙерге баҙар шарттарында шифаханаларҙа ял итеү бөтәһенең дә хәленән килмәй. Сөнки юллама хаҡын һәр кеше үҙенең кеҫәһенән түләргә тейеш. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында эконом класлы тәүге шифахана булдырыу тәжрибәһен тормошҡа ашырырға ҡарар иттек. Был идея Мауыҙҙы күле буйындағы «Березки» ял йортоноң һатылыуы ерлегендә тыуҙы. 14 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте уны «ММК» ПАО-һынан һатып алыу килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Республика үҙенең ҡаҙнаһынан был маҡсатта 130 миллион һум аҡса бүлде. Әйтергә кәрәк, килешеү шарттарына ярашлы, ял йортон һатыуҙан килгән сараларҙы Магнитогорск металлургия комбинаты курорт төбәгендәге башҡа ял йорттарына, тау-саңғы үҙәгенә реинвестицияларға бурыслы, йәғни уларҙың инженер инфраструктураһын,социаль объекттарын яҡшыртыуға тотонасаҡ. Икенсенән, «Березки» ял йорто икенсе төбәккә ҡараған ҡаланыҡы булһа ла, унда башлыса беҙҙең район халҡы эшләй, уларҙы эшһеҙ ҡалдырмау мәсьәләһе лә иҫәпкә алынды. Мөғжизәле дауалау көсөнә эйә «Яҡты-Күл» шифаханаһына һәр саҡ ихтыяж булды һәм бөгөн дә беҙҙән дауаланыусылар өҙөлмәй. Шуға күрә 450 урынлыҡ ял йортон шифахана балансына алыу ял итеүселәргә лә, хеҙмәтләндереүсе персонал өсөн дә мөмкинлектәрҙе киңәйтәсәк кенә.

– Шифахана бер юлы нисә кешене хеҙмәтләндерәсәк инде хәҙер? Һәм унда ял итеү, дауаланыу күпмегә төшәсәк?

– «Яҡты-Күл» 210 кешегә иҫәпләнгән. Ә «Березки» ял йорто тағы ике тапҡырға күберәк кешене дауалау мөмкинлеген аса. Ял йортоноң биләмәһе шифахананыҡынан күпкә ҙурыраҡ, матур пляжы, бассейны бар. Шуныһы ла отошло: ике аралағы алыҫлыҡ ни бары бер саҡрым тирәһе. Дауаланыу процедураларына ял итеүселәрҙе автобус менән бушлай алып йөрөүҙе ойошторасаҡбыҙ. Күл буйынан йәйәүләп барырға ла мөмкин. Эконом класлы тигән һүҙ артында бер ниндәй ҙә сикләүҙәр, ҡыҫымдар юҡ. Тәүлегенә 1500 һумдан билдәләнгән юлламаға ял итеүселәрҙең бөтә уңайлыҡтар менән йәшәүе, дауаланыуы һәм өс тапҡыр ашау хаҡы индерелгән. Бынан тыш, бушлай бассейнда йөҙөү, тренажер залында шөғөлләнеү мөмкин.

– «Яҡты-Күл» нимәһе менән дан тота? Ниндәй ауырыуҙарҙан дауалай?

– «Яҡты-Күл»де юҡҡа ғына республикала иң «бысраҡ» шифахана тимәйҙәр. Уның батҡағы ысын мәғәнәһендә сихәтле һәм күпселек халыҡ шифалы батҡаҡ дауаһын алыу маҡсатында беҙгә килә. «Яҡты-Күл»дең батҡаҡ запасы ҙур, шуға күрә дауалау процедураларында ул мул ҡулланыла. Уртаса бер процедураға 10-30 литр батҡаҡ файҙаланыла. Шифахана терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын дауалау буйынса тирә-йүндә киң билдәлелек тота. Быуын, һөйәк-мускул системаһы ауырыуҙарын дауалау буйынса һөҙөмтәләр юғары. Дауаланыусыларҙың 85 проценты сәләмәтлек хәленән ҡәнәғәт булып ҡайтһа, 14 проценты һиҙелерлек яҡшырыу тоя, ни бары 1 процент ҡына үҙгәрештәр булмауын билдәләй. Әйтергә кәрәк, дауаланыусыларҙың 70 проценты, ҡабаттан «Яҡты-Күл»гә «ҡайта». Сөнки, ҡабатлап әйтәп, батҡаҡтың шифаһы ысынлап та ҙур. Әгәр ҙә кешеләр ауырыуҙарын аҙҙырмай, ваҡытында дауалаған, иң яҡшыһы профилактикалауға иғтибар иткән булһа, сирҙәрҙе тулыһынса еңеп булыр ине. Үкенескә күрә, халыҡ дауаханалар тупһаһын оҙаҡ тапағандан һуң, дарыу-уколдарҙың ярҙамы бөтөнләй теймәй башлағас ҡына шифаханаға килә. Санатор-курорт дауаланыу ҡиммәткә төшә тип уйлаусылар яңылыш фекерҙә: дарыуҙарға, быуындарға яһалған операцияларға аҡса күпләтә артыҡ китә.

Шифахананың тағы бер профиле – түлһеҙлекте дауалау. Беҙҙә дауаланыу курсы үткән һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ әсә булыу бәхетенә ирешә. Әммә был осраҡта ла шифаханаға тиклем гүзәл заттар бихисап дауалау учреждениелары аша уҙа. Аналыҡ торбаларына 28 тапҡыр операция үткәргән, ике тапҡыр уңышһыҙ экстракорпораль аталандырыу эшләткән, уның өсөн ҙур суммала кредит түләгән ханымдың «Яҡты-Күл»дең батҡаҡ һәм радон процедураларын алғандан һуң тәбиғи юл менән ауырға ҡалыуы мөғжизәгә тиң. Тағы ла Екатеринбургтан өс балалы ғаилә йыл һайын Яңы йыл каникулдарына беҙгә килә. Табиптар оператив ярҙамһыҙ әсә була алмаясаҡһың тигән хөкөм сығарғас, бизнесвумен ЭКО ярҙамында бер-бер артлы ике ул таба. Бүтәнсә әсә булыры хаҡында уйлап та бирмәгән урта йәштәрҙәге ҡатын «Яҡты-Күл»дә ял итеп ҡайтҡандан һуң ауырға ҡала, ҡыҙы тыуа. Бына шундай рәхмәтле пациенттары бик күп шифахананың. Ир-егеттәр араһында ла простатит сиренән дауаланыусылар бар.

«Яҡты-Күл»дең радон ванналары тураһында ла әйтеп үтке килә. Бындағы кеүек радон лабораторияһы яҡын-тирәләге бер шифаханала ла юҡ. Лабораторияның үҙенсәлеге шунда: радон дозаларға бүлеп бирелә.

Һәм тағы ла: «Яҡты-Күл» шифаханаһы ожмах мөйөшөнә тиң иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Климаты үҙенсәлекле, һауаһы саф, һыуы таҙа. Ял итеүселәр эргәләге «Металлург» тау-саңғы үҙәгенә сәйәхәт ҡыла, фуникулерҙан Ҡырҡтытау түбәһенә күтәрелеп гүзәл Әбйәлил тәбиғәтен, күлдәр панорамаһын ҡарап хозурлана ала. Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған ауылындағы музейҙа булыу мөмкинлеге бар.

– Шифахананың шифаһы тейһен өсөн күпме дауаланыр кәрәк?

– Бик урынлы һорау. Кешеләрҙең хәҙерге заманда ваҡыты тар, ашығыс ритмда йәшәйҙәр. Шуға күрә дауаланыуға ла эш араһында ҡыҫыҡ ваҡыт бүләләр. Ләкин сәләмәтлекте нығытып алырға уйлайһығыҙ икән, кәм тигәндә 14 көн дауа алырға кәрәк. Ашыҡ-бошоҡ алынған процедураларҙың һөҙөмтәһе булмай.

Һүҙемде йомғаҡлап, республика халҡын Әбйәлил районында урынлашҡан «Яҡты-Күл» шифаханаһына саҡырам. Килегеҙ, йән-тән сихәте алығыҙ. Ихлас күңелдән ял итеп, сифатлы яҡшы дауа алыуығыҙҙы һис шикһеҙ гарантиялай алам. Юлламалар тураһында һәм башҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ буйынса 8-(347) 22-94-77 телефонына шылтыратып белешә алаһығыҙ.
Читайте нас: