Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Июнь 2019, 20:51

Йәшел ураҡҡа старт бирелде

Ауыл хужалығы етештереүселәре алдында тағы бер яуаплы мәл етте – малдарҙы аҙбарҙа аҫрау өсөн аҙыҡ әҙерләү.

Айырым хужалыҡтарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе саба башланылар, һауа шарттары ыңғай торғанда, аграрийҙар бесән әҙерләй башланы. Аҙыҡ әҙерләү компанияһын нисек һөҙөмтәле итеп үткәреү тураһында һүҙ Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында уҙған район-семинар кәңәшмәһендә барҙы. Уның эшендә район ауыл хужалығы идараһы белгестәре, етәкселәр, агрономдар, зоотехниктар һәм инженерҙар, БР ауыл хужалығы министрлығы, фән вәкилдәре ҡатнашты. Унда район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин актив ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар Сиҙәкбаш ауылы янындағы ҙур баҫыуға йыйылды, унда люцернаны бесәнгә сабыу башлаған. Уларҙы хужалыҡтың бер ртәкә теҙелгән 11 берәмек аҙыҡ йыйыу техникаһы ҡаршы алды. ул аҙыҡ әҙерләү компанияһында ҡулланыласаҡ.

Райондың ауыл хужалығы начальнигы Ғәзинур Хисмәтов ҡунаҡтар менән таныштырып үтте һәм эш планын бәйән итте, мал аҙығы әҙерләүҙең контроль һандарын әйтеп үтте. Һәр шартлы малға 35 центнерҙан да кәм булмаған аҙыҡ берәмеге әҙерләргә кәрәк. Артабан һүҙ хужалыҡ етәксеһе Олег Рузаковҡа бирҙе. Олег Никонорович хужалыҡтағы эштәр һәм яҙғы баҫыу эштәре тураһында һөйләне.

Киров исемендәге кооперативта кукуруздың һуңғы гектарҙарын сәсеп бөтөрөләр. Хужалыҡта белгестәр етерлек. Бында 800 баштан ашыу һыйыр малы бар, шуларҙан 320 һыйыр, һәм улар өсөн көн һайын 4 тоннанан артыҡ юғары сортлы һөт бирә. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән бесән тулыһынса файҙаланған, ә сенаж һәм силос ямда ҡалған. Ауыл хужалығы кооперативы тотороҡло: Бында хеҙмәт хаҡы түләнә, һалым һәм башҡа түләүҙәр буйынса бурыс юҡ. Хужалыҡ складтарныда һатыуға иген, төҙөк техника бар. Әммә кооператив идараһы рәйесе әйтеүенсә, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ һиҙелә башлаған. Әлегә кадрҙар проблемаһын дәүләт дәрәжәһендә хәл итергә кәрәк.

Район хакимиәте башлығы Н.Ғатауллин район буйынса барлыҡ ауыл ерлектәрендә мал аҙығы әҙерләү айлығы башланыуы тураһында хәбәр итте. Мал аҙығын мал-тыуарҙы имен ҡышлатыу өсөн запас менән әҙерләргә кәрәк. Һөҙөмтә мал аҙығы әҙерләүҙең барлыҡ звеноналарының көйлө эшләүенә бәйле буласаҡ, һауа торошо яҡшы: көн аяҙ тора, күп йыллыҡ үләндәр сәскә ата. Резервтарҙы тиҙ арала мабилизаицяларға һәм мал аҙығы йыйыуға тотонорға кәрәк. Наил Ғабдулла улы күптән түгел район һабантуйында актив ҡатнашҡандарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Район семинар-кәңәшмәһендә РБ Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлеге начальнигы Юлия Путятинская, шәхси эшҡыуар гөлшат Әхмәтшина һәм һөт һатып алыу буйынса белгес Илмир Әлибаев, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү үҙәгенең ауыл хужалығы фәндәре докторы Билүс Шәрифйәнов ҡатнашты. Тупаҫ һәм һыуһыл аҙыҡ әҙерләү ваҡыты һәм технологияһы буйынса фәнни нигеҙҙәр тураһында Билүс Ғәлимйән улы доклад менән сығыш яһаны. Һүҙ Өфө халҡының бер литрын 19 һумдан һөттө һатып алыуы хаҡында барҙы.

Хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса баш инженер Вәғиз Кәримов тыңлаусыларҙың иғтибарын сәсеү эштәре ваҡытында бер хужалыҡта үлем осрағы булыуын һәм янғын сығыу фактына (трактор янды) йүнәлтте. Блы йәһәттән хәлдәр маҡтарнырлыҡ түгел. Тракторҙарҙа ут һүндергестәр, мал аҙығы һаҡлана торған йәйге ишек алдары сүп-сарҙан таҙартылырға. 0,5 метр киңлектә янғынға ҡаршы полосалар менән уратылырға тейеш.

Россельхозцентрҙың Бишбүләк районы филиалы бүлеге етәксеһе Флорит Исламов хужалыҡтар буйынса орлоҡтарҙың тишелеүенә ентекле анализ яһаны. Сәсеүлектәр химик эшкәртеүгә мохтаж. Юғаиһә уңыш булмаясаҡ: ҡоротҡос бөжәктәр ашап бөтөрәсәк. Бының өсөн районда ОПШ-18 универсаль һиптергес тә бар, ул үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән “Агролига” йәмғиәте белгестәре хужалыҡтар менән килешеү буйынса эшләйҙәр.

Семинар-кәңәшмәнең практик өлөшөндә район хужалығы идараһының баш инженеры Виталий Ерофеев аҙыҡ йыйыу техникаһы һәм уның техник характеристикалары һәм етештереү ҡеүәттәре менән таныштырҙы.

Ҙур сараға йомғаҡты район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин яһаны. Барыһына ла һөҙөмтәле эш теләне.

Владимир Смолов.
Читайте нас: