Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июнь 2019, 17:26

Йәшен-ҡартын берләштергән байрам

Эштән һуң ял итергә лә ярай. Бишбүләк районының Айыт ауылы уңғандары ла сәсеү эштәрен тамамлағандан һуң һабантуйға йыйылды.

Айыт – Бишбүләктең иң күркәм ауылдарының береһе. Бына инде бер нисә йыл рәттән бында һабантуй уҙғарыла. Һәр йылдағыса, айыттар тантанаға ихлас күңелдән әҙерләнгәнгәйне. Һабантуй үтәсәк майҙан алдан уҡ байрамса биҙәлгәнлектән, халыҡты үҙенә саҡырып торғандай: Дим буйындағы аҡланда “Айыт – минең йөрәгемдә” тигән сағыу яҙыулы сәхнә, тирмәләр, теҙелеп киткән сауҙа рәттәре, елдә елберҙән байраҡтар әллә ҡайҙан уҡ күренә. Игенсе хеҙмәтен, халыҡтар дуҫлығын, тыныслыҡты данлаған көй-моңдар яңғыраған аҡланға, иртән үк халыҡ ағыла башланы.
Һабантуй байрамы – ул тәүге сиратта милләттәр дуҫлығын сағылдырыусы байрам. “Хәйерле көн, хөрмәтле ауылдаштар һәм ҡунаҡтар! Бәрәкәтле Айыт ерендә һеҙҙе күреүебеҙгә шатбыҙ” тип сағыу кейемдәге ҡыҙҙар башҡорт, татар, рус телендә сәләмләне йыйынға килеүселәрҙе. Был үҙе үк, ерле халыҡтың районыбыҙҙа йәшәүсе башҡа милләттәргә булған ихтирамын күрһәтә ине. Район һабантуйынан ҡала, был күләмле сараға Бишбүләктән дә, яҡын-тирә ауылдарҙан да төрлө милләт вәкилдәре килгәйне.
Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуына йомғаҡ яһау булараҡ үткәрелгән был байрамда “Дим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Мәғсүм Ғосман улы Мөхтәсимов һәм үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын булдырған Хәниф Әхмәҙуллин эштәр барышы менән таныштырып үтте. Табындарыбыҙ икмәкле, түңәрәк булһын өсөн, ал-ял белмәй тир түккән алдынғы механизатор - Флорид Ғәлләмов, Фаяз Вәлиуллин, Әлфир Әхмәҙуллин кеүектәргә рәхмәт белдерелде.
Байрам дуҫтар менән уртаҡлашҡанда ғына матур була. Һабантуйҙы йәмләп оло ҡунаҡтар килгәйне. Айыт ауылы ауыл Советы биләмәһе башлығы Рәсил Фаат улы Ғимазетдинов тантаналы сараны асып, һәммәһен дә тәбрикләп үткәндән һуң һәр саҡтағыса, һүҙ район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллинға бирелде. Ул йыйылыусыларҙы ошо хеҙмәтте данлаусы оло байрам менән ҡотланы, һабантуйҙың яҡшы үтеүен теләне, уңыштарыбыҙҙы барланы, яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланыуын билдәләп үтте. Айыттарҙың байрам шатлығын уртаҡлашырға шулай уҡ «Сибнефтегазстрой» Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең финанс директоры Рәмил Рәсим улы Ҡыямов, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Дилара Хатим ҡыҙы Кәлимуллина, «Берҙәм Рәсәй – Башҡортостан» гәзитенең хәбәрсеһе Рәүф Хәкимов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Нуриман улы Әхмәтшин, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан рспубликаһының атҡаҙанған табибы, Бишбүләк районының Почетлы гражданины Рәмил Мирғәли улы Вәлиев, «Өфө бетон сервис» компанияһы етәксеһе Алик Заһир улы Ильясов һ.б.килгәйне. Сарала “Мең ырыуы берләшмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатовтың да ҡатнашыуы байрамға айырыуса мәртәбә өҫтәне. Әхнәф Дәүлийәр улы халыҡты күркәм байрам уңайынан ҡотлап үтте һәм һәммәһен дә тиҙҙән Дәүләкән ерендә үтәсәк Мең ырыуы йыйынында ҡатнашырға саҡырҙы.
Уҙған йылдағы кеүек, быйыл да аҫалы балаҫтар, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының һоҡланғыс ҡул эштәре урын алған “Халыҡ ижады күргәҙмәһе” эргәһендә генә, Ҡаныҡай һәм Бикҡол ауылы ағинәйҙәре тирмә ҡорғайны. Милли кейемдәге ағинәйҙәр килгән ҡунаҡтарҙы тирмә эсенә әйҙүкләп, самауыр сәйе эсереп, үҙҙәре әҙерләп алып килгән башҡорт милли ризыҡтары менән һыйланы. Ошонда уҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альфред Шәймәрҙәнов һәм мең ҡоро башлығы Әхнәф ағай Тимербулатов менән берлектә, тирмәлә алда уҙасаҡ йыйынға әҙерлек, районда “Шәжәрә” байрамын үткәреү, туған телебеҙҙе һаҡлау йәһәтенән фекер алышыу булды. Унда өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә ҡатнашты, ‘Бишбүләк йәштәре” ойошмаһының етәксеһе Булат Ноғоманов бар йәмғиәтебеҙҙе борсоуға һалған эскелек мәсьәләһен ҡуҙғатты.
Ә был мәлдә, төрлө уйындар менән тулы майҙан гөрләп торҙо. Ойоштороусылар балаларҙың ғына түгел, өлкән йәштәгеләрҙең дә күңелдәрен күрергә тырышты. Теләйһең икән – күҙеңде бәйләп таяҡ менән сүлмәк ват, тоҡ кейеп йүгер йәки ауыш бағанаға мен. Быларҙан тыш, традицион уйындар ҙа үткәрелде: төрлө арауыҡҡа йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, армреслинг, гер күтәреү һәм арҡан тартышыу. Шулай ҙа һәр һабантуйында халыҡ яратып ҡараған спорт төрө – ул милли көрәш. Был юлы ла тап шулай булды. Иң төп призды — һарыҡ тәкәһен алыр өсөн еңел һөйәкле үҫмерҙәрҙән алып, баһадир кәүҙәле ир-егеттәр майҙанға сыҡты. 75 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Ҡаныҡай ауылы егете Азамат Хәбетдинов берәүгә лә бил бирмәйенсә, еңеүсе булды, Бикҡолдан Аскар Юнысов – икенсе, Айыттан Вәлиуллин Айнур өсөнсө урынға сыҡты. 80 килограмға тиклемгеләр араһында таһыллыҡ, етеҙлек йәһәтенән Артур Нафиҡовҡа (Ҡаныҡай) етеүсе булманы. Айыттан Хазиев Филүс – 2-се, шулай уҡ ошо ауылдан Рәмил Мөхтәсимов 3-сө урын алды. Елкәләренә, һабантуй батырына инселәнгән тәкәләрҙе һалған, Азамат менән Артур майҙанды әйләнеп сыҡтылар. Ҡаныҡай урта мәктәбендә И.Әхмәтшин етәкләгән милли көрәш түңәрәгендә оҙаҡ йылдар шөғөлләнгән егеттәр районда ғына түгел, төбәк-ара бәйгеләрҙә лә бил бирмәҫ көрәшселәр булып танылған.
Тағы ла шуныһы: ҡаланыҡынан айырмалы, ауыл һабантуйында йола буйынса, уңған-булғандар, күркәм ғаилә парҙары билдәләнә. Был юлы ла Айыт ауылында йәшәп, йорт-ҡураларын тәртиптә тотҡан, ишек алдарын гөл-сәскәгә күмгән Зәлиә һәм Хәлил Мөхәмәтовтар, Аэлита Искәндәрова, Альберт һәм Флорида Рафиҡов һәм башҡаларға сәхнә түренә саҡырып, хөрмәт күрһәтелде. Татыу ғаилә нигеҙе – ихласлыҡ, мөхәббәт, ышаныс һәм тоғролоҡ икәнен раҫлап йәшәүсе ғаилә парҙары – 60 йыл иңгә-иң ҡуйып йәшәүсе Хәкимулла һәм Зинәйҙә Әхмәҙуллиндар, алтын туйҙарын билдәләгән Нияз һәм Зөлфирә Ғимаев, Минулла һәм Әҡлимә Хәйруллиндар, Илгиз һәм Әнисә Ғәйнуллиндар, Мәғсүмә һәм Герберт Шәйәкберовтарға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Ауыл йәме булған, тыуған төйәгендә матур итеп донъя көткән йәш ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Быйыл да йылдағыса күркәм йолаға тоғро ҡалды айыттар: һабантуй һылыуҡайы, һабантуй уңғандарына миҙалдар тапшырылды. Мәҫәлән, заманында күҙ нурҙарын түгеп, 100-гә яҡын аҫалы балаҫ һуҡҡан 82 йәшлек Гөлсимә инәй Шәмсетдиноваға шундай бүләккә эйә булды. Уның балаҫ һуғыу станогы һәм сағыу биҙәкле балаҫтары янынан бер кем дә туҡталмайынса үтмәне.
Белеүебеҙсә, йыр-моң, бейеүҙәр менән генә байрам үҙ төҫөн ала. Көрәшселәргә, майҙандан ситтә барған башҡа уйын-бәйгеләрҙә ҡатнашыусыларға көс-ҡеүәт, дәрт-дарман өҫтәгән йырҙар һабантуй сәхнәһенән бер минутҡа ла өҙөлмәне. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы ауылдарҙан килгән үҙешсәндәр, ҡайтҡан ҡунаҡтар сығышы менән аралаштырып алып барылды. Сухоречка, Боголюбовка, Дүсән, Йылбулаҡтамаҡ мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәренең сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ә инде байрамға, төбәгебеҙҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә танылыу алған “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң килеүе - бар халыҡты сәхнә янына тупланы. Республика көнөн билдәләгән көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ исеме алған Ринат Рамаҙановтың сәләмләүе - көслө алҡыштарға күмелде! Ун йыл дауамында башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу итеп тамашасыларға еткереүсе “Арғымаҡ” төркөмө әле лә “Ҡара юрғам”, “Шайморатов”, “Ҡарабай” кеүек дәртле йырҙар башҡарыуы менән әсир итте. Әйтергә кәрәк, этно-рок төркөмөнөң сығышы программаның ысын биҙәге булды.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Айыт ауылы халҡы был көндә рәхәтләнеп ял итте. Байрам, һис шикһеҙ, һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырыр. Ә һабантуйҙар киләһе йылдарҙа ла, йәнә, гөрләр, йәнә ҡабатланыр әле.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Бишбүләк районы.
Читайте нас: