Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2019, 22:20

Изге Дәүләкән ерендә мең ҡәүемдәре йыйылды

Йәмле июль айында, Дәүләкән ерендә Мең ырыуы йыйыны уҙҙы. Тарихтан билдәле булыуынса, меңлеләр – 100 меңдән ашыу кешене тәшкил иткән иң ҙур ырыуҙарҙың береһе.

Улар башҡорттарҙың көньяҡ-көнбайыш төркөмөнә инә һәм Дим, Өршәк йылғалары буйында йәшәй. Барыһын бергә туплау ниәтенән уҙғарылған сараға Иглин, Шишмә, Өфө, Благовар, Ауырғазы, Дәүләкән, Әлшәй, Миякә, Бишбүләк һ.б. райондарҙа көн итеүсе мең ырыуы вәкилдәре килгәйне.

Иркен аҡланды иңләп ултырған тирмәләргә халыҡ ағылыуҙан туҡтаманы. Уларҙың һәр береһендә халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлекле өлгөләрен күрергә мөмкин ине, улай ғына ла түгел, меңлеләрнең ыру-ара тамгалары сағылдырылғайны, һәр ерлектең һаҡланған ҡомартҡылары ла халыҡ ҡарамағына тәҡдим ителгәйне. Мәҫәлән, Дәүләкәндәрҙең тирмәһе боронғо көнкүреш әйберҙәренән торған бай күргәҙмә менән айырылып торҙо. Шишмә районы иһә үҙенең әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим менән киң билдәле, халыҡ шағирының шәжәрә ағасы һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Бишбүләктәр алып килгән район мәҙәниәт йортоноң тирмәһе иһә күҙ яуын алырҙай аҫалы балаҫтар, сигеүле мендәрҙәр, сүпләм ашъяулыҡтар менән биҙәлгәйне. Шунда уҡ Светлана Хәйруллинаның төрлө ҡурсаҡтарҙан алып түшелдерек, ҡашмау кеүек ҡул эштәре урын алгайны. Ә тирмә уртаһындағы табын Ҡаныҡай ауылының ағинәйҙәре әҙерләгән милли ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡына хас булғанса, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алдылар. Тирмәләр биҙәлеше буйынса, ете район араһынан беҙҙекеләр 3-сө урын алды.

Майҙандағы күпселек халыҡ кеүек үк, ғаиләләре менән милли кейемдә килгән Буранғоловтар, Нафиҡовтар, Әхмәтшиндар һәм башҡалар байрамға йәм өҫтәне. Ҡаныҡай ауылында бөгөн дә ата-бабаларыбыҙҙан килгән кәсеп-шөғөлгә өҫтөнлөк биреүселәр бар. Нафиҡовтар - балыҡсылыҡ, Ҡасимовтар – умартасылыҡ, Фәзлиәхмәтовтар ҡымыҙ яһау менән шөғөлләнә. Бында ла улар үҙ продукцияһын алып килгәйне. Әйтергә кәрәк, дәүләкәндәр үҙҙәре лә шифалы ҡымыҙ менән дан тота. Шуға күрә һәр ерҙә ҡунаҡтарҙы милли эсемлек менән ҡаршылап тороуҙары матур күренеш булды.

Меңлеләр йыйыны театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Нәҡ ошо ерлектә барлыҡҡа килгән мәшһүр эпостарыбыҙҙың береһе – “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙан өҙөк күрһәтелде, күренекле шәхестәребеҙ – Ҡәнзәфәр бей, мәғрифәтсе-шағирҙарыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла, Сафуан Якшығолов беҙҙең янға ҡабат әйләнеп ҡайтҡандай булды.

Әлеге ҡорға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Мең ыруы башлығы Әхнәф Дәүлиәр улы Тимербулатов та бар ине. Ул һәммәсен дә сәләмләп үткәндән һуң, милләт, ил яҙмышы өсөн янып йөрөгән Ҡәнзәфәр бей тураһында ла, беренсе Ватан һуғышы йылдарында мең ыруы ир-егеттәренең Ватанды дошмандан һаҡланыуын һөйләп үтте һәм йәш быуынды Урҙас бей, Ҡәнзәфәр бей рухында тәрбиәләргә өндәне. Ул шулай уҡ йәмәғәтселекте ошо көндәрҙә генә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы.Йыйындың Тағы ла ҙур ҡунаҡтарының береһе – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, тыумышы менән Бишбүләк районының Бикҡол ауылының ир-уҙаманы Гаяз Фәйзулла улы Зарипов та ырыуҙаштырына мөрәжәғәт итте:

- Хөрмәтле милләттәшләр, яҡташтар! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән һәммәгеҙҙе лә күркәм байрам уңайынан тәрбикләйем. Башҡорт донъяһының ижтимағи, сәйәси һәм рухи-мәҙәни ваҡиғаһы булған йыйындар йыл һайын йәй миҙгелендә уҙғарылып килгән һәм улар халҡыбыҙға ойошоп, бергә йәшәргә, милли йолаларын, сәнғәтен һаҡларға ярҙам иткән. Ошо изге йоланың дауымы булып, бөгөн меңлеләр йыйыны 11 районындағы ҡәрҙәштәребеҙҙе йыйҙы. Был яҡташтар осрашыуы ғына түгел, ә битараф булмаған миләштәребеҙҙе борсоған эшһеҙлек, эскеселек, башҡорт мәҙәниәтен, тыуған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу кеүек мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү урыны ла.

Был мәртәбәле йыйында йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм мең ырыуы вәкилдәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә медицина фәндәре докторы, профессор, С.Юлаев ордены кавалеры, яҡташыбыҙ Марс Тимербулат улы Юлдашевҡа “Мең ыруының аҡһаҡалы” тигән дәрәжәле исем бирелде.

Рәсми өлөш тамамланыуға, йыйын барған майҙан йыр-моңға тулды, төрлө ерҙә ярыштар башланды. Аттар сабышы һәр саҡтағыса иң күп тамашасыны йыйған, янып-көйөргә мәжбүр иткән бәйге булды. Юртаҡтарҙың иң шәп, етеҙе миәкәләрҙеке булып сыҡты. Милли көрәш келәме янында түҙемһеҙлек менән үҙ сираттарын көткән көрәшселәр бер-береһенең билдәрен ҡапшарға майҙан уртаһына сыҡты. Өфөнән килгән Илфат Ибәтуллин абсолют еңеүсе тип иҫәпләнһә, Айытта һабантуй батырына инселәнгән тәкәне елкәһенә һалыуға ирешкән Ҡаныҡай урта мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы Азамат Хәбетдинов был юлы да һынатманы – 60 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында көрәшеп, икенсе урынға сыҡты һәм миксер менән бүләкләнде. Һәр вакыттағыса, милли көрәш майҙанын ир-егетләр уратып алһа, ҡатын-ҡыҙҙар сәхнә тирәһендә тупланғайны, сөнки “Мең ырыуы һылыуы” исеме өсөн конкурс иғлан ителде. Төрлө райондарҙан килгән башҡорт ҡыҙҙарының телгә маһирлыҡтарын, милли йолаларҙы ни дәрәжәлә белеүен һынау маҡсатында төрлө конкурстар ойошторолдо. Уларҙың сығышы һәүәҫкәр артистарҙың йыр-моңдары менән үрелеп барҙы. Байрамда ҡурай. ҡумыҙ ҙа уйнаусылар ҙа, дәртле бейеүҙәре менән күңелдәргә осҡон һалыусылар ҙа, аһәңле йырҙары менән күңелдәрҙе елкендереүселәр ҙә күп булды. Ҡаныҡай мәҙәниәт йортоноң “Ынйылар” фольклор ансамбле ла үҙҙәренең сығышы менән килгән ҡунаҡтарға байрам кәйефе бүләк итте.

Ә “Мең һылыуҡайы” конкурсына килгәндә, һигеҙ конкурсант араһынан һомғол буйлы Ҡаныҡай ауылы һылыуы Гөлнара Буранғолова гран-при яулауға иреште! Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында белем алыусы ҡыҙ бындай бәйгеләрҙә тәү тапҡыр ғына ҡатнашмай.

Меңлеләр йыйыны матур ваҡиға булып тарихҡа инеп ҡалсаҡ. Был сара татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм үткәндәргә тоғролоҡ символы. Ырыуҙаштарбыҙ бәйләнештәрҙе йылдан-йыл нығыта икән, киләсәккә лә өмөт, ышаныс бар.

Ләйлә ГҮМӘРОВА,

Автор фотолары.
Читайте нас: