Биләмә заказы 22 миллиард һум күләмендә раҫланған, шуның 3,2 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Был аҡсаға 52 километр юл һәм 28 күперҙе төҙөү һәм төҙөкләндереү күҙаллана.
Быйыл тамамланасаҡ иң ҙур объекттар – Ҡариҙел йылғаһы аша күпер менән Ҡариҙел ауылын урап үтәсәк 9 километрлыҡ юл, Тимашево юл үткәргесе һәм Өфөлә Ағиҙел яры буйының икенсе сиратының тәүге этабы.
Быларҙан тыш, быйыл юлдарҙы ремонтлау күләме лә ярайһы юҡ арттырылған. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә генә лә 340 километр юл ремонтланасаҡ. Уның 115 километры Superpave заман технологияһын ҡулланып яһаласаҡ. Шулай уҡ быйыл төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге бер мең километр самаһы юлды норматив хәлгә килтерергә йыйыналар.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, “Тыуған урам” программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы ауылдарҙың үҙәк урамдарын асфальтлау ҡаралған. Быйыл муниципалитеттарҙа 93 километр юл ремонтланасаҡ.
Иғтибар талап иткән тағы бер мөһим йүнәлеш – ауыл һәм торлаҡ төҙөлөшө әүҙем барған биләмә юлдарына ҡырсынташ түшәү. Быйыл был маҡсатта һәр муниципалитетҡа 10-ар миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. План буйынса 1850 километр юлды төҙөкләндереү күҙаллана.
Радий Хәбиров эштәр барышының тиҙлеген һаҡлауҙы иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы.
– Республикала дөйөм алғанда 11 мең километр ошондай юлдар кәрәк. Бында һайлауға урын юҡ: йәки кешеләр 10-15 йыл буйы бысраҡтан йөрөй, йәки унда ҡырсынташ түшәләсәк, – тине Радий Фәрит улы.
Автомобиль юлдарын һаҡлау маҡсатында, йыл һайын Хөкүмәт яҙғы осорҙа йөк автомобилдәре өсөн ваҡытлы сикләүҙәр индерә. Үлсәү контроле пункттары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә, быйыл яҙ республика бюджетына 97,7 миллион һум аҡса ингән. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда ярайһы уҡ артҡан. Төбәк етәксеһе был йүнәлештең мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланып бөтмәй тигән фекерҙә. Ул республика трассаларын артабан да үлсәү контроле пункттары менән йыһазландырырға һәм киләһе яҙға әҙерлекте быйыл уҡ башларға ҡушты.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Надир Сәмиев мәктәп уҡыусыларын дәүләт ташыусыһының мәктәп автобустары менән йөрөтөү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне. 2017 йылда башланған проектҡа әле Учалы һәм Иглин райондары йәлеп ителгән. 2018-2019 йылдарҙа 998 мең бала йөрөтөлгән, 43 мәктәпте хеҙмәтләндереү өсөн 68,7 мең рейс яһалған.
Пилот проектында ҡатнашыусылар балаларҙы дәүләт ташыусыһының йөрөтөүе маҡсатҡа ярашлы тип тапты. Улар фекеренсә, был уҡыусылар өсөн уңайлылыҡты һәм хәүефһеҙлекте арттыра.
– Иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Муниципалитеттар үҙҙәре был мәсьәләгә был тиклем етди ҡарай алмаҫ ине. Бында хәүефкә урын юҡ, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Һөҙөмтәлә пилот проектына тағы алты муниципалитет ҡушыласаҡ, тип белдерелде. Улар – Бөрө, Йылайыр, Бәләбәй, Яңауыл райондары, Нефтекама һәм Дүртөйлө ҡалалары.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан