. Был сараның рухландырыусыһы булып ошо ауылда тыуып үҫкән, хәҙер Ғафури районында йәшәүсе имам-хатиб Баян Хәсәнов тора. Баҡыйлыҡҡа күскән туғандарын, дуҫтарын, ауылдаштарын иҫкә алыу өсөн ауыл халҡы урындағы зиратҡа йыйылды. Ҡәберҙәр янынан уҙҙылар, ата-әсәләрен, ата-бабаларын, яҡташтарын, уҡытыусыларын иҫкә алдылар. Баян Искәндәр улы ҡыҫҡаса Ҡунаҡҡол ауылы тарихын иҫкә алды, сөнки 1925 йылда бер нисә ғаилә унан бүленеп сығып, Ҡасим ауылын ойошторған. Унан һуң әрүәхтар рухына доға ҡылды, Ҡөръән сүрәләре уҡыны. Илдең төрлө төбәгенән ҡайтҡан ауылдаштар сығыш яһаны. Традиция буйынса ҡунаҡтар ауыл халҡының яратҡан урынына — «Камилә шишмәһе» янына йүнәлде, унда уларҙы Гөлназ Гәббәсова әҙерләгән тәмле былау hәм үлән сәйе көтә ине. Оҙаҡ ултырҙылар, хәтирәләре менән уртаҡлаштылар,ихлас күңелдән һөйләштеләр, киләсәктә элекке ауыл клубы урынында парк төҙөргә, еләк-емеш ағастары ултыртырға ниәт ҡылдылдар. Матди hәм физик ярҙам күрһәтергә әҙер кешеләр табылды. Сара аҙағында барыһы ла шишмә һыуы алды, ул элек-электән шифалы булып һанала. Шуныһын да билдәләп үтeргә кәрәк, ауылдан сыҡҡан кешеләр көсө менән изге урындар төҙөк хәлдә тотола. Зираттың йөҙө йылдан-йыл үҙгәреп тора. Заhит Абзаловтың финанс ярҙамы менән шишмә, зират тҙөкләндерелгән, уҙған йыл профнастил менән уратып алынған, яңы ҡапҡа ҡуйылған. Бернисә йыл элек Бәләбәй урман хужалығының элгәре директоры Памир Ғәлимов ярҙамы менән инвентарҙар өсөн ҙур булмаған йорт төҙөлгән. Төҙөкләндереү эштәренең юл башлап йөрөүсеһе булып уҡытыусы Нәжип Ғәлиуллин тора. Ул баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, әлеге инициативаны Таhир Камаев үҙ ҡулына алған. Зиратты төҙөкләндереү өмәһендә ата-бабаларыбыҙҙың хәтеренә, ауыл яҙмышына битараф булмаған hәр кем ҡатнашты. Ауыл халҡы үҙ тарихына, тыуған еренә ыңғай ҡарашта булғандарға ҙур рәхмәт белдерә.