Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, улар "Вазифа вәкәләттәрен яуыз ниәттә файҙаланыу", "Бер төркөмдөң хеҙмәт вазифаһын файҙаланып, үҙ-ара килешеп, мутлашыуы" кеүек статьялар буйынса 18 енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Билдәле булыуынса, улар былтыр февралдән авгусҡа тиклем ғәмәлдә булмаған пациҽнттарға мҽдицина картаһы аса, уларға анкҽта тултыра. Ошо документтарҙы махсус комиссия ултырышында күрһәтеп, дәртләндереүсе түләүҙәр ҙә ала.
Бынан тыш, ялған мәғлүмәттәр наркология диспансерын финанслау күләмен, штат берәмеген һаҡлау өсөн нигеҙ булып торған. Был "уңыштар"ы уларҙың карьера үҫешенә лә булышлыҡ иткән.