Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2019, 19:51

Кейеҙҙән төрлө әйберҙәр яһай

Элек-электән ауыл халҡы өсөн кәрәкле булған һарыҡ йөнө хәҙер улай бигүк файҙаланылмай.

Ә бит әле күптән тyгел нәҡ уларҙан быйма баҫҡандар, ойоҡбаштар, бейәләй hәм бирсәткәләр, матур шарф менән шапкалар, кофталар бәйләгәндәр.

— Сухоречкала тыуып-үҫтем. Атай-әсәйем һарыҡ, һыйыр, ҡош-ҡорт тотто, — ти әйҙәп барыусы китапханасы Галина Петровна. — Совет осоронда Сухоречка совхозында 15 мең һарыҡ аҫрала ине, складтарҙа нәҫелле курдюк мериностарының йөндәре тулып ята торғайны. Совет осоронда дөйөм белем биреү мәктәптәрендә хеҙмәт hәм етештереүгә тейешле иғтибар бирелде. Уҡыусылар урып-йыйыуҙа ла ҡатнашты, мәктәп участоктарында төрлө йәшелсә үҫтерҙе, ындыр табағында эшләне, йәмәғәт малдарын көттө. Өлкән кластарҙа егеттәр трактор hәм ауыл хужалығы машиналарын, ә ҡыҙҙар — йорт hәм тегеү эштәренә өйрәнде. — Тәүге ҡул эштәре дәрестәрен, әлбиттә, әсәйемдән алдым, — ти Галина Ғабдрахманова. — Әгәр кешенең теләге, түҙемлеге hәм ныҡышмалылығы бар икeн, ул теләһә ниндәй әйберҙе өй шарттарында ла яһай аласаҡ. Yҙем йөн иләйем, бәйләргә яратам, туҡып та ҡараным. Йөн менән эшләү оҡшай. Кейеҙҙе үҙем әҙерләйем. Был процесс мине тынысландыра. Мин эшләгәндә ял итәм. Минең төрлө баш кейемдәре менән тулы гардероб. Ейәндәр өсөн балалар панамкалары бар.

Галина Петровна көн һайын Яңы Биктәштән эшкә йөрөй. Утыҙ ике йыл элек ауыл егете Илдус Ғабдрахмановҡа кейәүгә сыға. Илдус Биктаhир улы — бар эшкә лә оҫта. Бер ваҡытта ул алтын әйберҙәр ремонтлау hәм яһау менән шөғөлләнә. Ғабдрахмановтарҙың өйө ҙур hәм матур. Уларҙың өс балалары үҫеп, белем алған. Оло улдары Егор Себерҙә эшләй. Ҡыҙҙары Эльвира Сухоречка ауыл Советында йәштәр менән эшләү буйынса белгес. Кесе Роман ноябрҙә армиянан ҡайтырға тейеш. Галина Петровнаның ижады менән Мәҙәниәт һарайының халыҡ ижады галереяһында танышырға мөмкин ине. Модалы эшләпәле манекендар халыҡты айҙан артыҡ «мадам Ғабдрахманова» оҫталығы менән таң ҡалдырҙы. Йәштәр көнөндә Бишбүләк ауылының yҙәк майҙанында ауыл биләмәләренән килеүселәр араһында балалар коляскалар парады уҙҙы. Оҫталар Галина Ғабдрахманова ҡыҙы Эльвира менән бергәләп йөндән hәм кейеҙҙән яһалған, милли биҙәктәр төшөрөлгән тәгәрмәсле башҡорт тирмәһен тәҡдим итте. Ысынлап та, оҫталыҡҡа hәм уйлап табыуға мөмкинлектәр сикһеҙ!

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: