Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2019, 15:27

Етеләге – етмешкә

Беҙҙең ғүмер тормошҡа яраҡлашыу этаптарының теҙмәһе ул. Яҡынса hәр ете йыл һайын был этаптар алмашынып тора. Шул сәбәпле, маҡсаттар ҙа үҙгәрә, дoнъяға яңы ҡараш формалаша: кеше йәшәйешенең яңы баҫҡысына күтәрелә.

Беренсе ете йыллыҡ. Был цикл сабыйлыҡ осорона тура килә (0-7 йәш) — бала дoнъяны танып белергә өйрәнe, ғаиләлә, балалар коллективтарында, дуҫтары араһында yҙенең урынын эзләй. Шул сәбәпле, уның эске дoнъяһында үҙ-ара аралашыу проблемаларына бәйле ҡаршылыҡтар булырға мөмкин. Кәңәш: Был этапта балағыҙға дөрөҫ аралашыу өлгөләрен күрһәтеү тейешле. Уны низағтарҙан аңлашыу юлы менән сығырға өйрәтегеҙ. Бала һеҙҙең мөхәббәтегеҙгә мохтаж, уның менән күберәк аралашығыҙ.

Икенсе ете йыллыҡ. 8-14 йәш — үҫмерлек осоро. Сабый күсеш осорона инә — балалыҡтан ҙурҙар дoнъяһына табан тәүге аҙымдарын атлай. Был осорҙа бала организмы, гормональ yҙгәрештәр менән бергә, етди рухи үҙгәрештәр ҙә кисерә. Үҫмер инде үҙ һүҙен әйтергә, уны яҡларға өйрәнә, тәүге аныҡ маҡсаттар ҡуя. Шул уҡ ваҡытта уға әле ата-әсәһенең, дуҫ-иптәштәре фекере лә бик мөhим. Баланың был осорҙағы эске конфликты, ғәҙәттә, уның йәмғиәттә үҙ урынын асыҡлау, «ҡояш аҫтында yҙ урынын яулап алыу» теләге менән бәйле. Кәңәш: Балағыҙҙың ҡыҙып китеүҙәрен, киреләнеүҙәрен тыныс кисерегеҙ, был - ваҡытлы күренеш. Ниндәй генә хәлдә лә сабырлыҡты юймаҫҡа тырышығыҙ. Онотмағыҙ — һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе тотоу моделе киләсәктә балаға өлгө буласаҡ. Балағыҙ менән дуҫлыҡты юғалта күрмәгеҙ. Баҫым яһамай ғына биргән кәңәштәрегеҙ улығыҙ йәки ҡыҙығыҙға хәҙер бик кәрeк.

Өсөнсө ете йыллыҡ. Был цикл 15-21 йәшкә тура килә. Үҫмер әле формалашып бөтөү осорон кисерә, уның өсөн йәмғиәттә урынын табыу, уңышҡа ирешеү мөhим маҡсат булып ҡала. Был осорҙа йәш кеше тирә-йүнде, «берни аңламай торған, дoнъянан артҡа ҡалған» ата-әсәләрен «төҙәтеү» менән мәшғүл. Йәштәрҙең hәр төрлө субкультуралары (готтар, эмо, рокерҙар, хиппи...), музыка аҡыртыу, кейенеү үҙенсәлектәре, виртуаль социаль селтәрҙәрҙә аралашыу — былар барыһы ла йәш кешенең йәмғиәттәге оригиналь позицияһын кyрһәтеүгә ынтылышы. Кәңәш: Балағыҙҙы, уның фекерен хөрмәт итегеҙ, уға был турала әйтергә тартынмағыҙ. Тормошонан хәбәрҙәр булырга тырышығыҙ, шул уҡ ваҡытта юҡ-бар өсөн бәйләнеүҙән, төпсөнөүҙән һаҡланығыҙ. Күркәм, отошло яҡтарын танып белергә, аңларға ярҙам итегеҙ. Ғаилә проблемаларынан уны артыҡ йыраҡлаштырыу ҙа файҙаға түгел. Бергәләп кәңәш-табыш итә торған булығыҙ.

Дүртенсе ете йыллыҡ. 22-28 йәш — йәмғиәти мөнәсәбәттәр төҙөү ваҡыты. Инде кеше тынысланған, йәмғиәттә позициялар билдәләнгән. Был этап һөнәр алыу, хеҙмәт юлына аяҡ баҫыу, ғаилә ҡороу менән бәйле. Йәш кеше өлкән быуынға, ата-әсәләргә ҡарағанда уңышлыраҡ тормош стратегияһы ҡорормон тип ниәтләй. Кәңәш: йәштәр өлкәндәр тәжрибәһенән, башҡалар хатаһынан ғибрәт ала белһен ине.

Бишенсе ете йыллыҡ. Был цикл 29-35 йәш — физик hәм рухи етлегеү менән бәйле. Ғаиләлә балалар тыуа, яңы йәмғиәти роль — ата-әсә ролен үҙләштереү бара, hөнәри яҡтан да уңыштарға ирешергә ваҡыт, матди яҡтан да тотороҡлолоҡ кәрәк... Нәҡ бына маҡсаттар менән мөмкинлектәрҙең тап килмәүе был осорҙоң тап ҡаршылығына әйләнеүe мөмкин. Кәңәш: Маҡсаттарҙың ысынбарлыҡҡа яҡынмы-юҡмы икәнен тағын бер тапҡыр уйлап ҡарау ҡамасауламаҫ ине. һаман үҙенә ымһындырып торған хыялға ирешеүҙең тағын ниндәй юлдары бар — быны ҡабат асыҡлау кәрәктер. Ә уның иң ҡыҫҡа юлы — хыялыңа табан hәр көндө бер генә аҙым булһа ла яһау.

Алтынсы ете йыллыҡ. 36-42 йәш — кеше тормошондағы иң ҡатмарлы осорҙарҙың береһе тип атайыҡ. Бер ҡарағанда, инде барыһы ла көйләнгән: ғаилә, балалар, йәмғиәттә тотҡан урын, яратҡан hөнәр... Тап бына шул бейеклектә кешене иң ҡатмарлы кризистарҙың береһе — урта йәштәгеләр кризисы көтөп тора. Дoнъяның матди яғынан тыш, рухи яғы, тормошҡа ашмаған хыялдар, маҡсаттар тураһында hаман да йышыраҡ уйлана ул. Ғүмерҙең уртаһына етелгән! Уңыштар бармы һуң? Шуға оҡшаш уй-фекерҙәр йәшәү рәүеше тураһында уйланырға, нимәнелер үҙгәртергә тырышыу (ҡайһы берҙә ҙур юғалтыуҙар бeрәбәренә). Кәңәш: Иғтибарҙы у ң ы шһыҙлыҡтар ғ а , етешмәгән яҡтарға ғына йүнәлтмәгеҙ — дoнъя ул ағын да, ҡараһын да тигеҙ һыйҙырған. Ә иң әhәмиәтлеһе — абына-һөрөнә, саба-ҡабалана хаталарҙы төҙәтергә ашыҡмағыҙ: һеҙ ынтылған үрҙәр, яңы тормош яңы проблемалар, яңы хаталар ҙа алып киләсәк. Булғандың ҡәҙерен белергә өйрәнегеҙ.

Етенсе ете йыллыҡ. Был цикл (43-49 йәш) рухи үҙгәрештәр менән бәйле. Был осорҙа, ғәҙәттә, үткәндәр hәм бөгөнгө көн рухи күҙлектән сығып анализлана, кеше үҙенең рухи тамырҙарына (дингә, фәлсәфәүи фекерләүгә) ҡайта, тормоштоң мәғәнәһе тураһында ысынлап уйлана башлай. Йыш ҡына быға ҡәҙәр булған ҡиммәттәр «энә күҙенән үткәрелеп», дoнъяға яңы ҡараш, яңы ҡиммәттәр формалаша. Был осорҙа кешенеn эске конфликты үҙенең рухи дoнъяһынан, тормош фәлсәфәһенең йәшәү рәүешенән айырылыуы менән бәйле була. Кәңәш: Бар булғанды һыҙып ташларға ашыҡмағыҙ әле! Һәр хәлдә, рухи үҙгәрештәр үткәндәрҙе емереп ташларға тейеш түгел. Тормош юлын бергә үтеп, әсәһенсөсөһөн бергә татыған парҙарҙың мөхәббәттәре яңырыу осоро булы – балалар инде үҫеп етеп килә, ғаиләлә матди тотороҡлоҡ бар. Бер-берегеҙҙе бәхетле итeргә ашығығыҙ! Yҙеңде лә, тирә-йүндәгеләрҙе лә әле hаман йәшмен, яңы мөхәббәткә, йәш ярҙарға лайыҡлымын тип ышандырырға тырышыу ғына бәхеткә килтермәй әле. Ҡыҫҡа ваҡытлы хистәр һыналған мөхәббәттән өҫтөн була алмай — ете ҡыҙыл тиҙ уңа ти бит халыҡ…

Һигеҙенсе ете йыллыҡ. 50-56 йәш - олоғайыу этабына күсеүгә әҙерлек менән бәйле. Иң юғары үрҙәр инде яуланған, пенсия йәше етеп килә, бер аҙ ғына һалмағыраҡ, тыныс ритмда йәшәге килә. Көн үҙәгендә — инде балалар, ейәндәр менән бәйле проблемалар. Яңы йәмғиәти ролдәр — олатай-өләсәй булыу ҙа күпмелер дәрәжәлә үҙләштерелгән. Ғүмерҙең алдағы осорҙарын уңышлы уҙған кешеләрҙең алтын көҙҙәре яҡынлаша. Ә эске конфликтар күбеһенсә алдараҡ ебәрелгән хаталар менән бәйле. Кәңәш: Әгeр кеше үҙ алдына дөрөҫ маҡсаттар ҡуйып, шуларға тоғро ҡалһа, ул, hис шикһеҙ, йәмғиәттә лә, ғаиләлә лә матур уңыштарға ирешә. Ә инде эске ҡаршылыҡтарын еңә алмайынса, йәш ҡалырға ынтылып, ғаиләһен, быға ҡәҙәр булған тормошон емереп яңынан йәшәй башлаусылар көлкө йәки ҡыҙғаныс хәлгә ҡала. Һәр осорҙоң үҙенә генә хас матурлығы, өҫтөнлөгө бар. Ышаныслы мөнәсәбәттәр hәм ныҡлы ғаилә — яҙмыштың иң ҙур бүләге! Туғыҙынсы ете йыллыҡ. 57-63 йәш — өлкәнлек осорона күсеү. Актив хеҙмәт юлы тамамлана, тормоштоң яңы этабы башлана. Йәшәүҙән тәм табып, ғаиләлә, туғандар араһында дуҫ-татыу мөғәләмә урынлаштырып йәшәргә күнеккән кешеләр өсөн был осор ифрат еңел кисерелә. Шулай ҙа, йыш ҡына үҙеңдең кәрәкһеҙлегеңде тойоу, ниндәй шөғөл менән көн уҙғарырға белмәү кеүек хистәр эске конфликт сәбәптәре булырға мөмкин. Кәңәш: Барлыҡҡа килгән буш ваҡытты бик файҙалы hәм күңелле итеп уҙғарырға ла мөмкин. Эшләгән ваҡытта күп нәмәгә ҡул етмәй: бәлки, һеҙҙең күптән рәссам hөнәрен yҙләштерәһегеҙ килгәндер? Ә бәлки, иҫтәлектәр китабы яҙырға теләйһегеҙҙер? Кемдер, баштан-аяҡ баҡса, йорт эштәренә сума, ә кемдер ейәндәр, балалар менән мәш килә. Хәҙерге тормошто компьютерһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай — бәлки, һеҙгә лә өйрәнергә кәрәктер? Мөмкинлектәр — сикһеҙ. Иң әhәмиәтлеһе — һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм үҙегеҙҙең бик-бик кәрәкле булыуығыҙҙы онотмағыҙ!

h t t p:// s y u y um b ik e . r u / n e w s / s o r a u - b e l g e c h / idedge -itm eshk
Читайте нас: