Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2019, 20:45

Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә

Хәҙер инвестициялар тураһында һөйләү көн ҡаҙағына һуҡҡан темаға әйләнде. Бер кемгә лә сер түгел: киләсәккә һалынған иң төп инвестиция — белем. Шуға күрә тәртип булдырыуҙы иң тәү сиратта мәғариф өлкәһенән башлау зарур. Быйылғы август кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:

— Президентыбыҙ булдырған милли проекттар, асылда — реформалар, үҫеш өсөн ҙур мөкинлектәргә юл аса. Беҙ унда билдәләнгән бурыстарҙы теүәл үтәп киләбеҙ. Беҙҙә барыһы ла яҡшы. Бер генә миҫал килтерәм: быйыл 21 яңы мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асасаҡбыҙ. Бындай хәл булғаны юҡ ине әле, ә беҙ был хаҡта һөйләмәйбеҙ. Эйе, ихтыяж ҙур, тағы ла күберәк, шул иҫәптән республика бюджетынан да төҙөргә кәрәк.


1) Биш көнлөк уҡыу

Күп һанлы реформалар һәм яңынан-яңы талаптар арҡаһында бөгөнгө уҡытыу системаһы уҡыусының барлыҡ ваҡытын алып, бәхетле бала саҡҡа урын ҡалдырмай. Йыл башында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарыусы Радий Хәбиров мәктәптә биш көнлөк уҡытыуға күсергә тәҡдим иткәйне. Был фекер йәмәғәтселек тарафынан хуплап ҡаршы алынды. Ҡайһы бер мәктәптәр яңыса уҡытыуға дүртенсе сиректән күсте, ҡалғандары яңы уҡыу йылынан ҡушыласаҡ.

— Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ, мин быға ныҡлы ышанам. Быны ни өсөн эшләүебеҙ аныҡ миҫалдарҙа асыҡ күренә. Бала буш ваҡытында күңеленә яҡын шөғөл менән мәшғүл булырға, мәҫәлән, спорт секцияһына, түңәрәктәргә йөрөргә, ата-әсәһе, дуҫтары менән аралашырға тейеш. Хатта бер көн урынына ике көн туй-ғансы йоҡлау ҙа сәләмәтлек һәм көр кәйеф өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, — тине республика етәксеһе. Шуны ла әйтергә кәрәк: биш көнлөк уҡытыуға күсеү уҡытыусыларҙың эш хаҡына тәьҫир итмәйәсәк, ул элекке кимәлдә ҡала.

2) Полилингваль мәктәптәр

Башҡортостанда заманса полилингваль мәктәптәр асыла. Уларҙа уҡытыу бер нисә телдә — русса, башҡортса, татарса, инглизсә алып барылыуы мөмкин. Сентябрҙә Өфөлә тәүге ике полилингваль мәктәп — 44-се һәм «Яркий» биҫтәһендәге 162-се «Смарт» белем үҙәктәре үҙ ишеген асасаҡ. Республикала ошо йүнәлештә эшләйәсәк 14 мәктәп булдырыласаҡ.

— Был 14 гимназия мәғариф өлкәһендә локомотив ролен үтәргә тейеш, — тине Радий Хәбиров. — Улар әлегәсә туп-ланған тәжрибәнең иң яҡшы өлгөләрен — кадрҙар, методика, эш алымдарын берләштерәсәк. Беҙҙең сығарылыш уҡыусылары һәр йәһәттән юғары көнәркәшлеккә эйә булырға тейеш. Улар-ҙың сит ил телендә яҡшы һөйләшеүен, физик йәһәттән ныҡ, өҫтәмә һәләттәргә, мәҫәлән, Мәскәү мәктәптәренең сығарылыш уҡыусыларыныҡы кеүек мөмкинлектәргә эйә булыуын теләйбеҙ һәм бына шуға тиңләшергә тейешбеҙ.

3) Ремонт өсөн миллиард

«Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау темпы арта бара. Быйыл 111 объект ремонтланды, был йүнәлешкә миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, был — бик ҙур сумма», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Әлеге аҡса иҫәбенә белем усаҡтарына инеү урындары яҡтыртылды, ауыл мәктәптәрендә йылы бәҙрәфтәр булдырылды.

— Беҙ ябай ғына ҡарар ҡабул иттек: 1 сентябргә барлыҡ мәктәптәрҙә лә йылы бәҙрәф булырға тейеш. Минең фекерем шулай: әгәр йылы бәҙрәф эшләү мөмкин түгел икән, мәктәпте емерергә, урынына яңыһын төҙөргә кәрәк. Беҙ иң тәүҙә ошоноң ише ябай ғына мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнеп, артабан алға ынтылырға тейешбеҙ, — тине Радий Хәбиров.

2019 йылда барлығы 6501 урынға иҫәпләнгән 21 мәктәп сафҡа индереләсәк, шуларҙың унауһы 1 сентябрҙә үҙ ишеген асасаҡ.

Республика етәкселеге белем усаҡтарында уңайлы мөхит булдырыуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. 12 коррекция мәктәбендә хеҙмәт кабинеттары яңыртылды, 44 ауыл мәктәбендә спорт залы ремонтланып, яңы ҡорамалдар һатып алынды.

4) Барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә

Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, барлыҡ мәктәптәрҙең етәкселәре тикшереү ойошмалары тарафынан асыҡланған етешһеҙлектәр яҙылған «ҡыҙыл ҡағыҙ» алды. Бер кемгә лә сер түгел: һәр бер тикшереү органы балалар хәүеф-һеҙлеген ойоштороуға бәйле бихисап етешһеҙлекте асыҡлай. 20 августан һуң үтә етди тәртип боҙоуҙарға юл ҡуйған ун муниципалитет етәксеһен хәлде асыҡлауға ҡоролған кәңәшмәгә саҡыртасаҡтар, әлбиттә, маҡтау өсөн түгел. 1 сентябргә тиклем барлыҡ мәктәптәрҙә һәм улар янында тейешле тәртип булдырылырға, юл билдәләре, йәйәүлеләр өсөн үтеү урындары, светофорҙар, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылырға тейеш.

5) Туҡланыуға яңы талаптар

Быйылдан уҡыусыларҙың көнкүреш ихтыяждарына айырым иғтибар биреләсәк.

— Мәктәп туҡланыуы — беҙ ныҡлап шөғөлләнәсәк мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Ул — тәү сиратта, балаларҙың сәләмәтлеге. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер бәләкәстәр өсөн мәктәп туҡланыуы тәмле итеп ашау өсөн берҙән-бер мөмкинлек тә булып һанала, — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарыусы.

Бөгөн 1-4-се кластар өсөн туҡланыу- ҙы бушлай итеү мөмкинлеге ҡарала. Төбәктең Финанстар министрлығы күҙаллауынса, бының өсөн йылына 1,5 млрд һум аҡса талап ителә. Бынан тыш, мәктәп туҡланыуы менән шөғөлләнгән предприятиеларға дәүләт контроле булдырыу һәм берҙәм меню мәсьәләһе лә ҡарала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем Башҡортостан 17,5 млрд һум аҡса тотонасаҡ.

Ә инде ил буйынса милли проекттың дөйөм бюджетын Владимир Путин 784,5 миллиард һум күләмдә раҫланы.

ҠЫРҠЫП АЛ ҺӘМ ҺАҠЛА

Ата-әсә беренсе класс уҡыусыһына нисек ярҙам итә ала Психолог Елена Садыҡова 11 төп ҡағиҙәне билдәләй

Дөрөҫ маҡтағыҙБаланы сифат өсөн түгел, ә тырышлыҡ өсөн маҡтарға кәрәк. Бының менән һеҙ унда эшһөйәрлек һәм үҙ өҫтөңдә эшләү сифаттарын тәрбиәләйәсәкһегеҙ. «Һин ниндәй аҡыллы» тип әйтеү дөрөҫ түгел. «Һинең инглизсә һөйләшеүең яҡшырҙы. Афарин, ныҡлы шөғөлләнеүең күренеп тора!» — тип маҡтау күпкә отошло.

Баланы түгел, ә башҡарған эшен баһалағыҙ

Мәктәптә ваҡ күңелһеҙлектәр булып тора. Әгәр балағыҙ күршеһенең башына китап менән һуҡһа: «Һин ниндәй насар (яуыз, наҙан)», — тип әйтмәгеҙ. Баланы түгел, ә килеп тыуған хәлде тикшерергә кәрәк: «Был — бик насар эш, ул малайҙың башы ныҡ ауыртҡандыр инде».

Еңелергә өйрәтегеҙ

Уҡыу барышында баланың хаталары ла, етешһеҙлектәре лә буласаҡ. Сабыр ғына аңлатығыҙ: мәктәптәге уңышһыҙлыҡ — ул ҡурҡыныс хәл йәки бәлә түгел. Ғаиләлә уны алған билдәләре өсөн түгел, ә барлығы өсөн яраталар.

ӘГӘР БАЛАҒЫҘ БЕРЕНСЕ КЛАСҠА БАРҺА

Мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлегеҙ

Мәктәп бала өсөн — етди көсөргәнеш. Бер көндә барыһы ла үҙгәрә: оҙон дәрестәрҙә ултырыу, белем алыу өсөн яуаплылыҡ, таныш булмаған коллективҡа һәм уҡытыусыға өйрәнеү. Был осорҙа ата-әсә мөмкин тиклем балаһы менән күберәк бергә булырға, аралашырға тейеш. Әгәр мөмкинлек булһа, отпускты тап ошо мәлгә планлаштырығыҙ.

Уҡыуға ҡыҙыҡһыныу булдырығыҙ

Башланғыс кластар — баланың ҡыҙыҡһынып, ҙур теләк менән уҡыған осоро. Беренсе класс уҡыу- сыһының ошо һәләтен артабан үҫтереү зарур. Уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарына мотлаҡ яуап бирергә тырышығыҙ. Әгәр үҙегеҙ белмәһәгеҙ, бергәләп китап, энциклопедия уҡығыҙ.

Мәктәпкә ыңғай ҡарашта булығыҙ

Мәктәп хаҡында һәр ваҡыт ыңғай тойғо менән һөйләһәгеҙ, балағыҙ уҡыуға яҡшы мөнәсәбәттә буласаҡ, белем усағына ҙур теләк менән йөрөйәсәк.

Уҡытыусыны хөрмәт итегеҙ

Башланғыс класс уҡыусыһы өсөн уҡытыусы — ҙур әһәмиәткә эйә шәхес. Әлбиттә, һеҙ һәр ваҡыт балағыҙ яҡлы буласаҡһығыҙ, әммә уҡытыусы хаҡында һәр саҡ хөрмәт менән һөйләгеҙ, уның күңелендә кире ҡараш булдырып ҡуймағыҙ. Әгәр атай менән әсәй бер-береһе хаҡында насар итеп һөйләһә, быны бала бик ауыр кисерә. Тәүге уҡытыусы хаҡында насар фекерҙә булыу балаға

яҡынса шулай уҡ тәьҫир итә.

Шарттар булдырығыҙ һәм... ҡамасауламағыҙ

Баланы үтә ныҡ әпәүләү иғтибар етмәү кеүек үк зыянлы. Бала өсөн дәрес әҙерләп йәки портфелен йыйып, һеҙ уны мөһим, кәрәкле ғәҙәттәргә эйә булыуҙан мәхрүм итәһегеҙ. Ата-әсәнең бурысы — балаға үҙаллылыҡ, йыйнаҡлыҡ кеүек һәләттәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

ӘГӘР БАЛАҒЫҘ ҘУРЫРАҠ БУЛҺА

Йәйгелеккә бирелгән эштәрҙә ярҙам итеү

Август — йәйгелеккә бирелгән эштәрҙе еренә еткереп ҡуйыу мәле. Был мөһим бурысты үтәүҙә балағыҙға ярҙам итергә тырышығыҙ, тик ярҙам менән мәжбүр итеүҙе бутамағыҙ. Мәҫәлән, төшкө аш мәлендә Толстойҙың тормош юлына бәйле ҡыҙыҡлы факттар хаҡында һөйләшергә, бергәләп уның хаҡында фильм ҡарарға йәки уҡырға тейешле китаптар исемлеген төҙөргә мөмкин. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең бурыс — ҡыҙыҡһындырыу, ә мәжбүр итеп эшләтеү түгел.

Тренировка режимы

Уҡыуға тиклем ике-өс аҙна алдан ваҡытында ятып, иртәрәк тора башлағыҙ. Быны бөтә ғаилә менән бергә эшләү яҡшыраҡ һөҙөмтә бирәсәк.

Маҡсаттарҙы бергәләп билдәләгеҙ

«Эш миҙгеленә» маҡсаттарҙы бергәләп билдәләргә тәҡдим итегеҙ (бала ни тиклем ҙурыраҡ булған һайын, был уның өсөн шул тиклем мөһимерәк). Һеҙ үҙегеҙҙең, ә бала үҙенең маҡсаттарын яҙһын. Мәҫәлән: инглиз телендә китап уҡыу, мәктәптәге сарала концерт номеры менән сығыш яһау, уҡыу йылын «өслө»һөҙ тамамлау. Был маҡсаттар үтәлһә, уны билдәләп үтергә, мәҫәлән, кафеға йәки киноға барырға мөмкин.
Читайте нас: