Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2019, 19:57

Заманса мәктәптең «Yҫеш нөктәһе»

«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты ҡала hәм ауыл мәктәптәре араһында айырманы кәметеyгә йүнәлтелгән.

Яңылыҡ тураһында Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбе директоры Илдар Ғибатов һөйләй: — Беҙҙең районда яңы уҡыу йылы башланыу менән «Заманса мәктәп» гуманитар hәм цифрлы профилдәр мәғариф үҙәге формаһындағы «Yҫеш нөктәһе» региональ проекты Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә hәм Айыт ауылының Ф. Кәрим исемендәге урта мәктәбендә тормошҡа ашырыла. «Yҫеш нөктәһе» yҙәге мәғариф учреждениеһының структур бүлексәһе булараҡ төҙөлә hәм урындар булдырыуға, шул иҫәптән ауыл ерлегендә урынлашҡан мәғариф учреждениеларында цифрлы, табиҡи-фәнни, техник hәм гуманитар профилдәрҙең төп hәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында матди-техник базаны яңыртыуға, уҡыусыларҙың заманса компетенцияларын hәм күнекмәләрен формалаштырыуға йүнәлтелә. Бындай үҙәктәҙе булдырыуҙың маҡсаты — дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем белем биреү дәрәжәләрендә төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын үҙләштерреүҙе тәьин итә торған яңы уҡытыу һәм тeрбиә методтарын, белем биреү технологияларын тормошҡа индереү өсөн шарттар тыуҙырыу. Yҙәк компетенцияларҙы, цифрлы грамоталылыҡты, шахмат белемен, проект эшсәнлеген, балаларҙың, педагогтарҙың, ата-әсәләрҙең ижади, социаль үҙенсәлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн ижтимағи киңлек функцияһын үтәй ала. Беҙҙең мәктәптә «Технология», «Шахмат», «Тормош именлеге нигеҙҙәре» hәм «Информатика» фән өлкәләре буйынса төп дөйөм белем биреү программаһын yҙләштерәсәктәр. Программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә педагогтар Роман Тиманкин, Сергей Федотов, Екатерина Адеева дистанцион белем алды, ә Александр Васильев Екатеринбург ҡалаһында уҡып ҡайтты. Шахмат ҡунаҡханаһы, цифрлы hәм гуманитар компетенциялар формалаштырыу бyлмәһе булған коворкинг, электрон техника, 3D принтер, медиазона өсөн йыһаздар, эш ҡоралдары, йөрәк-үпкә реанимацияһын юғары һулыш юлдарынан сит предметты сығарыу юлдарын башҡарыу өсөн тренажер-манекендар, проект эшсәнлеге өсөн 1 595 900 һумлыҡ йыһаз — мәктәптең ижтимағи тормош үҙәге ролен үтәй торған киңлек һатып алабыҙ. Беҙҙең балалар квадрокоптер hәм башҡа заманса цифрлы техника менән эшләй аласаҡ. Был уҡыусыларҙа яңы күнекмәләр булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Педагог Сергей Федотов уҡыусылар менән робот техникаһы менән шөғөлләнәсәк. Yҙ аҡсабыҙға arduino программаһы менән тәьмин итеү базаһында беренсе комплекттар һатып алдыҡ. Балалар, икенсел сеймал hәм дарыу үләндәре йыйып, 30 мең һумға яҡын аҡса эшләне. Районда беренселәрҙән булып юғары тиҙлекле интернет үткәрелде. Класс журналдарының ҡағыҙ версияһынан баш тартып, тулыһынса электрон журналға күстек. Уҡытыу-тәрбиә процессының төп проблемаһы — физик культура hәм спорт менән шөғөлләнеү урыны булмау. Хәҙер район хакимиәте hәм мәғариф бүлеге ярҙамында hәм «Балалар спорты» федераль партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» Бoтә рәсәй сәйәси партияһының «Ауыл мәктәптәрендә Заманса мәктәптең «Yҫеш нөктәһе» спорт залдарын ремонтлау» йүнәлеше буйынса спорт майҙансығын төҙөп бөтөрөп киләбеҙ. Эштәр майҙан өҫтөн тигеҙләү буйынса алып барыла, ваҡ таш түтәйҙәр, йүгереү юлын асфальтлауға әҙерлек бара. Бында мини-футбол, волейбол hәм баскетбол уйындары өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Был маҡсаттар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһы 700 000 һумға яҡын аҡса бүлеп бирҙе. Эште «Комплекстрой» йәмғиәте алып бара. Яҫылыҡ ҡоролмаһы яңы уҡыу йылына әҙер булыр, тип ышанабыҙ.

Илшат Хәйретднов яҙып алды.

Гөлназ Фәйрушина фотолары.
Читайте нас: