Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2019, 18:17

Сәскәләр “батшабикәһе”

Баҡсаларҙа алмалар ҡыҙарып бешкән, йәшелсәләр өлгөргән һәм аллы-гөллө сәскәләр күҙҙе иркәләгән мәл. Аҙнай ауылында йәшәүсе Лоҡмановтарҙың ишек алды ла шау сәскәгә күмелеп ултыра.

Бында килеүселәрҙе ҡапҡанан уҡ, сихри матурлыҡ ҡаршы ала. Ә өйгә терәтеп һалынған беседкала төрлө һауыттарҙа сағыу төҫтәге ҡупшы яран гөлдәре теҙелеп киткән. Күптәнге танышым менән һүҙҙе шуларҙан башланыҡ та инде.

- Ҡатын-ҡыҙҙар хәҙер ауыл өйҙәрендә үҫтерелә торған ябай ҡыҙыл төҫтәге бесәй гөлдәрен генә үҫтермәй, шулай ҙа миндә уларҙың 30-лаған төрө бар. Быйыл Сарапулдан “королевский”, “ангел” кеүек яңы сорттарҙы яҙҙырып алдым, шулай уҡ Кумертау, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан сәскә үҫтереүсе коллекционерҙарҙан ҡайтарттым.

Ә баҡсала ниндәй генә сәскәләр үсмәй! Һәр миҙгелгә сәскә ата торған гөлдәр сиратлаштырып ултыртылған, шуға ла баҡса йәмен юғалтмай. Тәүгеләрҙән булып, гиацинт, нәркәс (нарцисс), ирис, ләләләр һөйөндөрә. Күҙ яуын алған гөл-сәскәләр араһында ят гөлдәр ҙә күп. Астильба, тостеосперум, зәғәфран, эшшольция, дицентра, вейгела, хоста, бугенвиллия һ.б. үҙенсәлекле клумбаларҙа урын алған. Исемдәрен әйткәндә лә тел һынып китерлек сәскәләрҙән тыш, беҙ белгән флокс, ҡәнәфер, бәрхәт, георгин, гладиолус, петуния кеүек тағын да бик күп сәскәләр тажын асҡан. Төрлө төҫтәге ҡыҫҡа буйлы цинниялар брусчатка һуҡмаҡ буйлап теҙелеп киткән. Түрҙә – розалар батшалығы. Ҡырауҙар төшкәнсе тирә-яҡҡа нур һибеп ултырасаҡ әле улар.

- Уҙған йыл орлоҡтан ҡойолоп үҫкәндәре лә бар. Әлбиттә, күбеһен үҙем үҫтерәм. Һәр ҡайһыһын тәрбиәләп, сүптәрен утап торам. Ирем Анил белән улдарым Рузан, Рузалин һәм-килендәрем ярҙамынан тыш был матурлыҡ булмаҫ ине, шулай ҙа уларға һыу һибергә рөхсәт итмәйем, - ти яратҡан шөғөлө хаҡында Әлфинә ханым. – Һәр иртәлә иң иң тәүҙә баҡсаға сығам: ҡайһылары асылған икән, ҡайһылары бына-бына сәскә атырға тора, барыһын да сәләмләйем, тере йән эйәләре кеүек улар менән һөйләшәм. Уларҙың сәскәгә тумалғанын күреп, һөйөнәм.

- Иҫ киткес матурлыҡ, сәскәләр конкурсында һеҙгә, һис шикһеҙ, беренсе урын бирерҙәр ине, - тим, һоҡланыуымды йәшермәйенсә.

- Ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, өҫтенә яңы күлдәк алып ҡыуанһа, мин ниндәйҙер яңы үҫенте алһам, түбәм күккә тейгәндәй була. Матур сәскәләр, ят емеш ҡыуаҡтары янынан тыныс ҡына үтеп китә алмайым. Районда үҙем кеүек сәскә үҫтереүселәр менән аралашып торабыҙ. Интернетта аша сәскәләрем менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, - тип ул, был хаҡта сәғәттәр буйынса һөйләргә әҙер.

Әлфинә матурлыҡ тыуҙырыу өсөн бар көсөн, оҫталығын эшкә еккән. Баҡсаның бер мөйөшөндәге сәскәләр утрауы ла ниндәйҙер үҙенсәлекле йәм өҫтәй.

- Башта канализация ҡаҙыныҡ, шуның балсығын түгергә кәрәк ине, шунан уйланыҡ та, “альпийская горка” яһаныҡ, ундағы сәскәләрҙе йыл һайын яңыртып торам. Уның ташы күберәк булырға тейеш ине лә һуң, беҙҙеке киреһенсә, сәскәләре күберәк булды. Бында Дим, Өйәҙе буйынан йыйылған таштарҙан тыш, Учалынан ҡайтҡан мрамор, Белореттан ҡайтарылған йәшмә лә бар.

Эйе, Лоҡмановтарҙың баҡсаһында хуш еҫ бөркөп тороусы гөл-сәскәләр рәтендә йәшелсәләр һәм емеш-еләк тә урынлашҡан. Бына-бына өҙөлөп төшәм, тигәндәй, ҡурай еләктәре емелдәй, томат, борос, кәбеҫтәләр өлгөргән.

- Элек биҙрә-биҙрә ҡарағат, баҡса еләге лә һатҡыланым. Йыл һайын иртә яҙҙан үҫентеләр, сәскәләр ултыртам, артып ҡалғандарын ауылдаштарға ла тәҡдим итәм, баҙарға ла алып сығам. Һәм әлбиттә, көҙөн тырыш хеҙмәтеңдең емештәрен күреү – үҙе һөйөнөс. Ауылда үткән байрамдарға гөлләмәлләр алып бармайынса ҡалмайым, ә сәскәләр байрамына махсус композиция әҙерләйем, - ти күңеле һәр саҡ матурлыҡҡа ынтылған Әлфинә Шамил ҡыҙы.

Саҡмағош районында тыуып-үҫкән Әлфинәнең бында килен булып төшкәненә лә утыҙ йыл. Ул һатыусы ла, мәктәптә ашнаҡсы ла булып эшләй. Шул осорҙа бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында бер ҡулынан яҙа. Тормош икегә бүленгәндәй була, шулай ҙа бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай алға барырға теләгән, һәр көндөң йәмен табырға тырышҡан ханым тормошонан тәм алыу юлын таба – күҙ яуын алырҙай гөл-сәсккәләр үҫтерә.

Беҙҙең тормошта бер генә байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. “Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк”, тигән бөйөк әкиәтсе Ганс Андерсен. Эйе, сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә.

Ләйлә Ғүмәрова,

автор фотоһы.
Читайте нас: