Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2019, 19:36

Уртаға һалып һөйләшерҙәй мәсьәләләр барланды

“Мәғариф» милли проектының стратегик маҡсаттарына ирешеү: БР Бишбyләк районы муниципаль районында мәғариф системаһының бурыстары, механизмдары hәм үҙгәреш йүнәлештәре» темаһына урта мәктәп hәм мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе булып уҙҙы.

Конференция уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһау, килеп тыуған hәм хәл ителмәгән проблемалар тураһында фекер алышыу, уларҙы хәл итеү юлдарын анализлау hәм билдәләү, шулай уҡ районда мәғарифтың киләсәк үҫеше перспективаларын билдәләү мөмкинлеге бирә. Кәңәшмә эшендә урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусылары hәм етәкселәре, өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәселeр hәм балалар баҡсалары мөдирҙәре, педагогик хеҙмәт ветерандары, йәш белгестәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре, мәғариф мәсьәләләренә битараф булмаған ойошма етәкселәре, юғары дәрәжәләге ҡунаҡтар — БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, БР Мәғариф министрлығының финанс контроле бүлеге начальнигы Геннадий Никитин, «Һәләтле йәштәргә ярҙам фонды» Хәйриә фонды директоры Алиса Мостафина ҡатнашты.

Педагогик конференция — көтөп алынған hәм мөһим ваҡиға. Әлеге байрам — педагогтарҙың ҡаҙаныштарын hәм абруйын баһалау ул. Уларҙың иң яҡшыларын бүләкләү, киләсәккә йүнәлештәр билдәләүҙең изге йолаһы. Тантаналы сара Бишбүләк районының гимнын биш телдә башҡарыу менән асылды. Бишбүләк 2-се урат урта мәктәбе уҡыусылары әҙәби монтаж менән сығыш яһаны. Унан һуң педагогик хеҙмәткәрҙәргә — юбилярҙарҙы ҡотлау өсөн сәхнәгә район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллинны hәм мәғариф бүлеге начальнигы Вячеслав Иванов саҡырылды. Ветерандарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, бүләктәр hәм сәскәләр тапшырылды. Яуап һүҙе менән Бишбyләк ауылының «Йылмайыу» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Вера Андреева сығыш яһаны. Тантаналы hәм тулҡынландырғыс миҙгелдәрҙең береһе — районыбыҙҙыңз уҡыуҙа өлгәшкән, спорт, ижади ҡаҙаныштары менән позитив абруйын булдырған hәм уның ғорурлығы булған уҡыусыларҙы бүләкләү ваҡыты килеп етте. Республика, бөттә рәсәй фән олимпиадаларында, конкурстарҙа, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләәү, «Һәләтле йәштәргә ярҙам фонды» Хәйриә фондына нигеҙ һалыусы, техник фәндәр докторы, профессор Наил Баhауетдинов район хакимиәте менән берлектә Илдар Ғимаев исемендәге стипендия менән бүләкләү тантанаһының туғыҙынсы церемонияһы булып уҙҙы. Фондтың төп миссияһы — һәләтле hәм талантлы балаларҙы, йәштәрҙе барлау, уларға ярҙам итеү, шулай уҡ талантлы педагогтарға теләктәшлек белдереү. Стипендия булдырылған йылдан башлап уҡыу, спорт hәм сәнғәттә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән районыбыҙҙың 270 һәләтле балаһы стипендия алды, уларҙың күбеһе республика, Воронеж, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан, Финляндияның дәрәжәле юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙарын дауам итә.

Конференциянеn төп өлөшө – тәрбиәләнеүселәре олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, фестивалдәрҙә hәм юғары дәрәжәләге конкурстарҙа еңеү яулаған педагогтарҙы хөрмәтләү. Бүләкләү тантанаһы үҙешсән артистарҙың

илһамлы сығыштары менән үрелеп барҙы. Кәңәшмәнең пленар өлөшөн район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин асты. Ул уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, яңыһына пландар билдәләне. Ул районда яңы төҙөлә башлаған мәктәп үҙ ишектәрен 2021 йылда асасаҡ, тип билдәләне. Аутсорсингтан баш тартыуҙы яҡлап сығыш яһаны, ҡайнар ризыҡты мәктәп яны участоктарында етештерелгән үҙ продукттарынан әҙерләүҙе ойошторорға өндәне.

Мәғариф бүлеге етәксеһе Вячеслав Иванов уҙған уҡыу йылының һөҙөмтәләре, ирешелгән уңыштары тураһында һөйләне, был уҡыу йылына эшсәнлектең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, БР Мәғариф министрлығының финанс контроле бүлеге начальнигы Геннадий Никитин район мәктәптәрен hәм мәктәпкәсә учреждениеларҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы, педагогтарҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы, ижади уңыштар, һаулыҡ hәм именлек теләне. Конференция аҙағында иң яҡшы белем биреү учреждениеларын билдәләп үттеләр, уларҙы яңы уҡыу йылына иң яҡшы әҙерлек, хәрби-патриотик йүнәлеш буйынса иң яҡшы эш, уңайлы инновацион шарттар тыуҙырған өсөн бүләкләнеләр.

Илшат Хәйретдинов.
Читайте нас: