Сентябрь башында Пенсия фонды ғинуар айында башланған страховка пенсияларын ҡайтанан иҫәпләүҙе тамамланы тиергә була. Иң ҙур өҫтәмә ауылда йәшәүсе һәм ауыл хужалығында эшләгән, әлеге мәлдә хаҡлы ялдағы пенсионерҙарға биреләсәк. Айлыҡ түләүҙәр билдәләнгән түләү суммаһынан 25 процентҡа арта. Өҫтәмә айына уртаса 1,3 мең һум тәшкил итә.
Яңы сара айырым һөнәр вәкилдәренә ҡағыла — исемлектә улар 500-гә яҡын. Әммә был эш 1 сентябргә тиклем тамамланды тип әйтергә иртә, ти эксперттар. Артабан да ул дауам итәсәк, шул иҫәптән граждандарҙан алынған ғаризалар нигеҙендә лә. Кем үҙенең ошо категорияға ингәнлеген раҫлай ала йәки пенсияһының ни өсөн артмау сәбәбен асыҡлағыһы килһә, уларҙың үҙаллы Пенсия фондына мөрәжәғәт итеүе мөмкин. Был йәһәттән эш киләһе йыл да дауам итәсәк.
Ай башынан пилотһыҙ осоу аппараттарының, шул иҫәптән ҙур булмаған уйынсыҡ дрондарҙың хужалары уларҙы иҫәпкә ҡуйырға тейеш.
Был 250 грамдан 30 килограмға тиклемге ҡорамалдарға ҡағыла. Һатып алғандан һуң улар ун көн эсендә теркәлергә тейеш.
Көҙ башында театр, музей, концерттарға билет һатыу ҡағиҙәләре үҙгәрә. Ошо йылдың июль айында алыпһатарҙарға ҡаршы көрәш тураһында закон ҡабул ителгәйне.
Төп талап — билеттарға хаҡ арттырыуҙы тыйыу. Аралашсыларҙың өҫтәмәһе билет хаҡынан 10 проценттан да артырға тейеш түгел.
Билеттарҙы ойоштороусылар үҙҙәре йәки аралашсылар һата ала. Билеттарҙы кире ҡайтарыу шарттары ла ҡәтғиләнә, уның тулы хаҡын түләтеү өсөн сара башланыуға ун көн ҡалғанға тиклем тапшырырға тура киләсәк. Әгәр ҙә ошо датаға тиклем биш көн ҡалғас тапшырырға тура килһә, һеҙгә билеттың ярты хаҡын түләйәсәктәр, өс көн ҡалғанға тиклем тапшырһағыҙ, билет хаҡының өстән бер өлөшөн ҡайтарасаҡтар. Әммә һәр ҡағиҙәнең дә иҫкәрмәһе була. Билетты һатып алыусы сирләп киткәндә, вафат булғанда, һис һүҙһеҙ, уның хаҡын тулыһынса ҡайтарасаҡтар.
Балалар баҡсаһына белешмә алыу кәрәкмәйәсәк
Яңы уҡыу йылы башланыу менән ата-әсәләргә балалар баҡсаларына кескәйҙәрҙе урынлаштырыу өсөн медицина белешмәһе алыу кәрәкмәйәсәк.
Хәҙер иҫәп автомат рәүешендә барасаҡ. Әгәр ҙә бала биш көн буйы баҡсаға бармаһа, уның адресын “Роспотребнадзор” ҡарамағындағы инфекциялар тураһындағы мәғлүмәт менән сағыштыралар. Белешмә алыу кәрәккәндә һеҙгә смс-хәбәр ебәрәсәктәр.
“Мәҙәни нормативтар” һәм туған тел
Уҡыу йылы башынан уҡыусылар тормошонда ла үҙгәрештәр буласаҡ. Сентябрҙән һигеҙ пилот районында мәҙәни нормативтар индерелә.
Уларҙы тапшырыу әлегә ирекле. Яңы программа балаларға музейҙар, күргәҙмәләр, театрҙар, мәҙәни һәм белем биреү сараларында ҡатнашыу өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Татарстан, Коми республикаларында, Ставрополь крайында һәм Тула, Ярославль, Пенза, Һарытау һәм Новосибирск өлкәләрендә сентябрҙән пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.