Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 17:48

Сүп тураһында - дөрөҫөн

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан «сүп реформаһы» үҙ көсөнә инде, ул ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы үтилләштереүҙең яңы тәртибен күҙ уңында тота.

. Сүп-сар реформаһының төп маҡсаты, уның авторҙары фекеренсә, экологияны hәм тормош хәүефһеҙлеген яҡшыртыу. Бер нисә йыл дауамында урмандарҙа hәм соҡорҙарҙа легаль булмаған сүплектәрҙе бөтөрөү планлаштырыла. Яңы сүп эшкәртеү комплекстары, ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү өсөн заманса полигондар төҙөләсәк. Реформа барышында ҡалдыҡтарҙың күп өлөшө эшкәртеүгә ебереләсәк, шуның иҫәбенә полигондар ҡыҫҡарасаҡ.

Әммә реформа вәғәҙә иткәнсә, барыһы ла шулай яҡшымы? Был яңылыҡтарға «эйәләшеү» өсөн күпме ваҡыт кәрeк буласаҡ? Реформа һөҙөмтәле булырмы? Беҙҙең районда сүп реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса асыҡлыҡ индереү oсөн беҙ «Экология T» төбәк операторы вәкиле Рeсүл Камаевҡа мөрәжәғәт иттек.

— Рәсүл Таhир улы, һеҙҙеңсә, сүп реформаһы»ның төп маҡсаты нимә?

— Тәү сиратта, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу hәм эшкәртеү юлы менән тирә-йүнгә экологик йөкләмәне һиҙелерлек кәметеү.

— Әлеге проектты районда тормошҡа ашырыу ниндәй стадияла? Төбәк операторы алдында ниндәй проблемалар тора?

— Был проектты тормошҡа ашырыу дауам итә. Контейнерға сүп йыйыу башланды. Контейнерҙар һатып алынды hәм ҡуйылды, дөрөҫ, барлыҡ ауыл Советтарында ла уларҙы тейешле күләмдә һатып алманылар. Минеңсә, был ваҡыт hәм финанстар мәсьәләһенә бәйле. Әммә сүпте сығарыу эштәре бара, барлыҡ райондан даими рәүештә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыялар. Әлбиттә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын үҙ ваҡытында сығарыу системаһы тулыһынса төҙөлөп бөткәнсе, ваҡыт уҙасаҡ. Проблемалар ҙа бар. Реформа халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Төбәк операторы hәм халыҡ араһында үҙ-ара аңлашыу юҡ. Күп кенe контейнерҙар тейешенсә файҙаланылмай.

— Тимәк, сүп бактары етешмәү мәсьәләһе тора, сөнки улар йыш ҡына тулы бит. Ҡайҙа hәм кем күрһәтмәләр бирергә тейеш?

— Был бөгөн төп проблемаларҙың береһе. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу майҙансыҡтарын ойоштороу, контейнерҙар һатып алыу hәм төҙөкләндереү менән ауыл Советтары шөғөлләнә. Киләсәктә контейнерҙар ҡаты майҙансыҡта торасаҡ hәм ҡоймалар менән уратып алынасаҡ.

— Алыҫ ауылдарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу нисек ойошторолған? Сүп бактары hәр тәғәйенләнгән ерҙә ҡуйыламы?

— Һәр ауыл биләмәһендә контейнерҙар урынлаштырылған, әммә әле барлыҡ тораҡ пункттарҙа ла түгел, ваҡыт уҙыу менән улар һатып алынасаҡ hәм урынлаштырыласаҡ. Подрядсы Е.С. Лиходедов менән килешеү төҙөлдө, ул беҙгә район буйынса сүп-сар йыйыу hәм сығарыу менән шөғөлләнеүсе өс машина бирә.

— Контейнер майҙансыҡтарындағы таҙалыҡты кем күҙәтә? — Таҙалыҡ өсөн идарасы компания яуап бирергә тейеш, әммә ундайҙар беҙҙә юҡ. Шуға бәйле рәүештә, беҙ быны үҙебеҙ күҙәтеп торорға тырышабыҙ.

— Тарифтар ни дәрәжәлә нигеҙлeнгән? Уларҙы арттырыу ихтималы бармы?

— Тарифтар төбәк операторҙары тарафынан билдәләнә. Артыуы ихтимал.

— Күптәр районда пропискала, әммә бында йәшәмәй, ә сүп-сар өсөн түләү ҡаҡыҙҙары килә, тип зарлана. Ни эшләргә?

— Әгәр түләү документында түләүҙе иҫәпләү буйынса мәғлүмәт дөрөҫ күрһәтелмәһә, яңынан иҫәпләү өсөн ғаризаяҙырға hәм раҫлаусы документтар тапшырырға кәрeк. Түләү теркәлгән граждандар һанына ҡарап (теркәлгән граждандарға мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн ауыл Советтарында асыҡлағыҙ) иҫәпләнә. Адрес буйынса бер кем дә теркeлмәгән осраҡта, түләү милекселәр һанынан сығып иҫәпләнә. Әгәр милексе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн башҡа адрес буйынса түләһә, ысынлап йәшәй торған урыны буйынса яңынан иҫәп-хисап башҡарыласаҡ.

— Бының өсөн фактта йәшәү hәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләү адресынан шәхси счеттан (йорт кенәгәһенән) өҙөмтә бирергә кәрeк. Түләүҙе яңылыш иҫәпләгәндә, мәғлүмәттәрҙе дөрөҫләгәндән һуң, икенсе айға яңынан иҫәпләү башҡарыласаҡ. Тағын бер мөhим момент, әгәр ҙә һеҙ ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында фатирҙа, йортта биш көндән артыҡ (мәҫәлән, дауаханаға яттығыҙ йәки диңгеҙгә киттегеҙ) булмаһағыҙ, раҫлаусы документтар йыя, төбәк операторына яңынан иҫәп-хисап яһау талабы менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әгәр ҙә, районда теркәлгән кеше унан ситтә эшләй икән, шулай уҡ ярты йыл һайын эш урынынан белешмә тапшырырға кәрәк. — Реформаны ғәмәлгә индергәндән һуn, районда нимә эшләнде?

— Контейнерҙар урынлаштырҙыҡ, сүп-сар сығарыуҙы тәьмин иттек. Уны өлөшләтә полигонда сорттарға айыралар инде. Сүп реформаһының бик кәрәк булыуы — бәхәсһеҙ факт. Әммә реформалар халыҡҡа зыян килтермәйенсә генә башҡарылырға тейеш. Әйләнә-тирә мөхитте бысратыу әҙәйер һәм реформа ыңғай динамиканы күрһәтер, тип өмөтләнәбеҙ.

Айгөл Гәрәева.
Читайте нас: