Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2019, 09:32

Смайликтың да тыуған көнө бар

19 сентябрҙә уны ошо байрамы менән ҡотлап, бер-берегеҙгә смайликтар ебәрә алаһығыҙ. Уйлап табыусы Скотт Фалманға рәхмәт әйтергә лә онотмағыҙ.

19 сентябрҙә уны ошо байрамы менән ҡотлап, бер-берегеҙгә смайликтар ебәрә алаһығыҙ. Уйлап табыусы Скотт Фалманға рәхмәт әйтергә лә онотмағыҙ.

Был 1982 йылда була. АҠШ-тың Карнеги-Меллон университеты профессоры Скотт Фалман компьютерҙан аралашыр өсөн махсус билдә булдырыуҙы тәҡдим итә. Инглиз телендә “смайл” “йылмайыу” тигәнде аңлата. Уның барлыҡҡа килеүе компьютер аша яҙышыу алып барыусылар өсөн хистәрен яҡшыраҡ аңлатырга ярҙам итә һәм электрон лексиконды байыта. Бихисап йылдар инде был символ электрон аралашыуҙа айырылғыһыҙ роль уйнай. Виртуаль донъяны был мөләйем йөҙҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Әйтергә кәрәк, “смайлик”тың бик күп туғандары ла барлыҡҡа килде. Улар бойоғоу, гажәпләнеү, һоҡланыуҙы күрһсәтеүсе йөҙҙәр.

Нисек кенә булмаһын, хәҙер был символдар тормошобоҙға үтеп инде тиергә мөмкин, уларҙы урынлы ҡулланыу насар булмаҫ.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: