Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2019, 09:30

Юлдар сифатын яҡшыртыу маҡсаты тора

Яҡшы юлдар булыуы — халыҡтың тормош сифаты буйынса мөhим күрһәткес. Өҫтәүенә, иҡтисадтың торошо туранан-тура автомобиль юлдары селтәре торошона hәм үҫешенә бәйле.

Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы — райондың иң ҡеүәтле, техник яҡтан тәьмин ителгән, юлдарҙы ремонтлау, реконструкциялаy, ҡарап тотоу менән шөғөллөнеүсе hәм республиканың күп кенә мөhим объекттарында ҡатнашыусы предприятиеларының береһе. Идара йыл һайын 100 млн. һумлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡара. Юл ремонт-тoҙөлөш идараһы автомобиль юлдарын ҡарап тотоу буйынса ҙур күләмле эш башҡара. Бынан тыш, яңы материал өҫтәлеп, юл ҡырыйҙарын нығытыу, гравий юлдарын ремонтлау, автомобиль юлдарының асфальт-бетон өҫлөгөн ремонтлау, һыу үткәреү торбаларын таҙартыу, тросс hәм барьер ҡоймаларын, күперҙәрҙе, автопавильондарҙы буяу менән шөғөлләнә. Предприятие нисек йәшәй, пландар hәм уларҙы тормошҡа ашырыу тураһында Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы начальнигы Алексей Иванович Никитин менән һөйләшәбеҙ.

— Алексей Иванович, предприятие ҡайһы юл полотноһы участоктарын хеҙмәтләндерә?

— Барлыҡ хеҙмәтләндерелә торған юлдарҙың дөйөм күләме 474,44 км тәшкил итә. Шуларҙан муниципаль-ара әһәмиәттәге 265,2 км, дүртенсе категориялы, шул иҫәптән ҡаты өҫлөклө — 250,3 км, камилләштерелгән өҫлөклө юлдар — 154,1 км, 14,9 км грунт юлдар — 209,24 км, муниципаль әһәмиәткә эйә юлдар — 209,24 км, дүртенсе-бишенсе категориялы, шул иҫәптән ҡаты өҫлөклө — 172,44 км, шуның 15,27 км камиллаштырылған өҫлөклө юлдар, грунт юлдар — 36,8 км.

— Бөгөнгө көндә юлдарҙы ҡарап тотоу буйынса эш нисек бара? Соҡор-саҡырҙарҙы нисек hәм ниндәй күләмдә ремонтлайҙар?

— Юлдарҙы ремонтлау hәм ҡарап тотоу эштәре план нигеҙендә башҡарылды. Беҙҙең ойошма райондың барлыҡ юлдарындағы асфальт-бетон ҡатламында даими рәүештә соҡорҙарҙы ямау менән мәшғүл. Бишбүләк — Айыт — Ырымбур өлкәһе hәм Ҡырғыҙ-Миәкә — Бишбүләк автомобиль юлдары участоктарында һалҡын асфальт йәйеү буйынса ҙур эш башҡарылды, ул 20 мең кв.м. тәшкил итте. Асфальт заводы 12 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештерҙе. Ҡом, ваҡ таш ҡатнашмаһын сығарыу 31,5 мең тонна тәшкил итте. Бөгөнгө көндә төҙөлөш-монтаж эштәре күләме 82,2 млн. һум тәшкил итә. Шуларҙың 44,8 млн. һумы муниципаль-ара әһәмиәткә эйә булған автомобиль юлдарын ҡарап тотоу буйынса башҡарылған, 9 млн. һумы муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙы ҡарап тотоуға бәйле. Иттихат ауылы юбилейына Уҫаҡ-Кисеү — Ҡыңғыр-Мәнәүез автомобиль юлының 2,050 — 3,250 км участогы ремонтланды, ауылдың ял паркын төҙөкләндереүҙә ҡатнаштыҡ. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә Приют — Бишбүләк автомобиль юлының 23,92 — 27,42 км участогында ремонтлауҙы тамамланыҡ. Бишбүләктә Приют урамына асфальт йәйелде. Ҡыңғыр-Мәнәүездең Yҙәк урамы буйынса йөрөү зонаһы яһалды. А.Ф. Әхмәтов исемендәге Мәҙәниәт ял hәм спорт паркы территорияһында асфальт йәйелде. «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы сиктәрендә йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла.

— Беҙ, район халҡы, барыбыҙ ҙа, юлдарҙы ҡаплау, уларҙы ҡарап тотоу сифатын яҡшыртыуҙы, ғөмүмән, юл ремонт-төҙөлөш идараһының эшен дә күрәбеҙ. Был бары кеше факторы ғынамы, йәки, бәлки, ниндәй ҙә булһа яңы технологияларҙы тормошҡа ашырыумы?

— Ил, республика, район етәкселеге, тулайым алғанда, автомобиль юлдарының сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Бик күп эштәр башҡарылды, беҙ уларҙы сифатлы hәм намыҫ менән башҡарырға тырыштыҡ hәм шул юҫыҡта артабан да эшләргә ниәтләйбеҙ. Туғыҙ айҙа төҙөлөш-монтаж эштәре күләмен 96 млн. һумға еткереүҙе планлаштырабыҙ, ә йыл аҙағына тиклем күләмде 120 млн. һумга еткереy күҙ уңында тотола. Билдәле булыуынса, сифат — заказсылар менән эшләүҙең мәжбүри шарты. Уны тәьэмин итеү өсөн бер нисә өлөш кәрeк. Белгестәрҙең юғары квалификацияһы, яҡшы тороштағы юл техникаһы. Ойошмала 73 кешенән торған көйлө коллектив. Алдынғылар: I дәрәжәләге Рәсәйҙең Маҡтаулы юлсыһы Барый Ғәйнулла улы Шәрәфуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хезмәткәре Валерий Иванович Родионов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре Илдар Зәбир улы Хөснуллин үҙ вазифаларына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә маҡтауға hәм хөрмәткә лайыҡ. Сөнки юлсыларҙың хеҙмәте тынғыһыҙ, бигерәк тә ҡышҡыһын еңел түгел. Эшселәрҙе төндә лә, ял, байрам көндәрендә лә эшкә саҡырыуҙар булғылай. Әммә барыһы ла хәлдең ҡатмарды булыуын аңлай, шарттар талап итһә, бер кем дә юлға сығыуҙан баш тартмай. Юл-төҙөлөш эштәрен алып барыу өсөн предприятиела кәрәкле техника бар. Техникан дөйөм һаны 57 берәмек тәшкил итә.

— Әммә социаль селтәрҙәрҙә бының киреһен иҫбатлаусы фекерҙәр бар. Был хаҡта ни әйтерһеҙ?

— Теләһә кемдең дә үҙ фекерен белдерергә хоҡуғы бар. Тәнҡитләп, дөрөҫ эшләйҙәр. Беренсенән, был беҙҙең өсөн стимул hәм мотивация, икенсенән, был эште сифатлы башҡарырға этәргес биреүсе мөһим фактор бар. Был автомобиль юлдарын ҡарап тотоу hәм уларҙың сифаты менән шөғөлләнеүсе кешеләрҙең генә ғәйебе түгел. Юлдарҙы тәртиптә тотоу сифаты күп осраҡта ваҡытында башҡарылған ремонт эштәренә бәйле. Асфальт-бетон ҡатламдарның хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу маҡсатында уларҙы тамырҙан яҡшыртыу талап ителә.

—Һеҙ ҡышҡы сезонға әҙерме?

— Эйе, йылдың был миҙгелендә юлдарҙы таҙартып, юлға ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибәсәкбеҙ. Ҡышҡа беҙ барлыҡ нормативтар буйынса ла тулыһынса әҙер. Боҙлауыҡҡа ҡаршы материал 1000 тонна, тоҙ 450 тонна, ҡом 4000 тонна әҙерләнде. Ҡышҡы осорға тейешле техника ла әҙер: КамАЗ-дар өсөн 11 берәмек тиҙ йөрөүсе ҡар таҙартҡыс, биш берәмек ҡом таратыу агрегаты, «Урал» автомобиле базаһында бер ротор, ДТ-75 тракторы базаһында бер ротор, дүрт автогрейдер, ике төйәгес, ҡар ышыртыусы һигеҙ трактор. Дөйөм майҙаны 3405 кв. м. булған гараждар hәм йылы машина ҡуйыу урындары бар.

— Юл ремонт-төҙөлөш идараһы ҡарамағына ҡом-ваҡ таш ҡатнашмаһы сығарыу буйынса Боголюбовкалағы карьер инә. Ул Башҡортостан Башлығы әле контролдә тотҡан федераль hәм республика нормаларына тап киләме?

— Боголюбовкала ҡом-ваҡ таш ҡатнашмаһы карьеры ике гектар майҙанда лицензиялы. Бынан тыш, беҙ күрше райондарҙың юл ремонт-төҙөлөш идараларына, сит ойошмаларға ҡом-ваҡ таш ҡатнашмаһы һатабыҙ. Шулай уҡ М-II маркалы асфальт-бетон ҡатнашмаһын етештереүҙә үҙебеҙ ҡулланабыҙ.

— Предприятиеның ниндәй проблемалары бар?

— Махсус техниканы яңыртыу кәрәк. Кадрҙар ҡытлығы ла үҙен һиҙҙертә. Махсус белеме булған квалификациялы белгестәр кәрәк.

— Ниндәй юлдар ремонт талап итә?

— Автомобиль юлын тулыһынса ремонтлау Аксен — Бишбүләк, Аксаково — Кожай-Ыҡ Вершин, Ҡырғыҙ — Миәкә — Бишбүләк, Бишбүләк — Айыт, Йылбулаҡ-Матвеевка — Лысогорка, Айыт — Сухоречка участоктарында талап ителә. 2021 йылға Кесе Сиҙәктән алып Бишбүләккә ҡәҙәр Йылбулаҡ-Матвеевка — Лысогорка автомобиль юлын ремонтлау планда ҡаралған.

— Ирешелгәндәргә байҡау яһаныҡ, хәҙер пландарығыҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

— Киләһе йылда тағын да ҙур эш башҡараһы бар, быйыл Башкиравтодорҙың 95-йыллығын лайыҡлы ҡаршы алырға әҙерләнәбеҙ. Был йылдар эсендә тармаҡта һиҙелерлек үҙгәрештәр булды: ҡаты өҫлөклө юлдар өлөшө артты, асфальт-бетон өҫлөгөн йәйеүҙең яңы технологиялары барлыҡҡа килде. Хеҙмәт ресурстарына ла ҙур роль бирелә. Төп заказсылар Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идараһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы hәм муниципаль район хакимиәте Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы эшен ыңғай баһалай hәм уның белгестәренең һөнәри оҫталығын билдәләйҙәр.

Айгөл Гәрәева.
Читайте нас: