Бында көн йылмайыуҙан башлана. Балалар ата-әсәйҙәре менән балалар баҡсаһына килгәч, hәр иртә уларҙы йылмайып бәләкәс Янут, унан һуң ғына изгелекле, ҡайғыртыусан, иғтибарлы тәрбиәселәр ҡаршы ала. «Йылмайыу» балалар баҡсаһы беренсе тапҡыр үҙенең ишектәрен 1984 йылда асҡан. Быйыл мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы үҙенең 35-йыллығын билдәләп yтте. Ул ваҡыттан бирле педагогтарҙың, тәрбиәселәрҙең бер генә быуыны ла үҙгәрмәне, шулай ҙа бер генә быуын үҙгәрмәй ҡала — бында педагог — hөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше алып барыусы кешеләр эшләй. Улар өсөн иң мөhиме — балалар hәм уларҙың именлеге. Быуындан-быуынға девиз булараҡ тапшырыла: балалар баҡсаһы — балалар өсөн икенсе йорт, унда уларҙы hәр ваҡыт көтөп алалар hәм унда уларға hәр ваҡыт шатланалар. Мәктәпкәсә учреждениены уңайлы икенсе йорт итеү өсөн педагогтар күп көс һала, йөрәк йылыһын бирә. 2017 йылдан «Йылмайыу» балалар баҡсаһы менән Гөлназ Муллаян ҡыҙы Яхина етәкселек итә Белем биреү процесы менән тәьмин итеү буйынса мөдирҙең төп ярҙамсыһы — өлкән тәрбиәсе Ирина Владимировна Чернова. Ул даими рәүештә педагогтар менән уларҙың hөнәри компетентлығын арттырыуға йүнәлтелгән методик эш алып бара. «Йылмайыу» балалар баҡсаһында дөйөм белем биреү йүнәлешендәге һигеҙ төркөм эшләй, уларға 162 бала йөрөй. Һәр төркөмдә, балалар баҡсаһының үҙендә лә яҡты, таҙа hәм йылы. Кабинеттар бик яҡшы йыһзландырылған. Автоном йылытыу бар, беренсе ҡатта йылы иҙәндәр системаһы тулыһынса башҡарылған. Йыл һайын яңы уҡыу йылына косметик ремонт үткәрелә. Бүлмәләрҙе ремонтлауҙа һәм балалар баҡсаһы территорияһын биҙәүҙә барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ата-әсәләре актив ярҙам итә. Балалар баҡсаһы педагогик кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Көн дауамында балалар 38 хеҙмәткәрҙең ышаныслы кyҙәтеүе аҫтында. Учреждениеның барлыҡ педагогтары ла — бар күңелдәрен балалар тәрбиәләү һәм уларға белем биреү менән шөғөлләнеүсе юғары профессиональ белгестәр. Улар — ижади ҡарашлы кешеләр. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре үҙ белемдәрен hәм күнекмәләрен даими камиллаштырыу өҫтөндә эшләйҙәр, балалар тәрбиәләүҙә яңы технологиялар hәм программалар индерәләр, балаларға изгелек, шатлыҡ, мөхәббәт, наҙ hәм ҡайғыртыусанлыҡ бyләк итeргә тырышалар. Ҡайһы бер тәрбиәселeрҙең эш стажы йылдар буйы түгел, ә тиҫтәләрсә йылдар менән иҫәпләнә. Улар балаларҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренең дә, элекке тәрбиәләнеүселәрен дә яҡшы белә, шуға күрә hәр бала менән уртаҡ тел таба ала. 30 йылдан ашыу эшләүсе тәрбиәселәр В.Л. Андреева, Н.Н. Михайлова, Л.В. Семенова, Г.Р. Корнилова. Йәш тeрбиәселәр өлкән быуындарҙың традицияларын дауам итә. Yҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә тәрбиәселәрҙең ярҙамсылары балаларҙы яратып ҡарайҙар, уларҙы үҙаллылыҡҡа әйрәтәләр, төркөмдәрҙә һәр ерҙә таҙа, бөхтәлек күренеп тора. Тәрбиәселәр менән иңгә-иң тороп И.Г. Иванова, Е.В. Николаева эшләй. Музыка етeкселәре Н.Г. Арыҫланова hәм И.В. Васильева балаларға музыка дoнъяһын аса. Улар әҙерлeгeн байрамдар hәм иртәлектәр балалар өсөн ҡыҙыҡлы, шатлыҡлы, әкиәти ваҡиға була. Улар hәр баланың ижади потенциалын асырға булыша. Сәләмәт йәш быуынды тәрбиәләү менән физик культура буйынса инструктор Р.И. Варикова шөғөлләнә. Сабыйҙарҙың һаулығын шәфҡәт туташы Н.М. Әлмөхәмәтова күҙәтә. Балаларҙың иғтибарын, хәтер hәм фекерләүҙе, яҙырға өйрәтеү менән уҡытыусы-логопед О.В. Метелева шөғөлләнә. Педагог-психолог Т.Г. Саватнеева балалар, уларҙың ата-әсәләре, барлыҡ коллектив өсөн дә психологик уңайлыҡтар тыуҙыра. Баланы нормаль үҫтереү hәм тәрбиәләү өсөн «Йылмайыу»ҙа барлыҡ шарттар тыуҙырылған: биш тапҡыр, тулы ҡиммәтле туҡланыу ойошторолған, ул бары тик табиғи, сифатлы аҙыҡ-түлек, еләк-емеш hәм йәшелсәләрҙән генә тора. Ул СанПиН талаптарына тулыһынса тап килә. Кухняла күп йылдар дауамында ашнаҡсы — балаларҙы сәләмәт туҡланыу өсөн тәмле ризыҡтар әҙерләүсе һөнәрмандар хеҙмәт итә. Шуларҙың береһе ҙур стажга эйә булған М.И. Доркина оҙаҡ йылдар эшләй. Биналарға комплекслы хеҙмәт күрһәтеү hәм ремонт яһау эшен Г.М. Вәлиуллин башҡара. Балалар баҡсаһын үҫтереүгә асылыу башында торған педагогтар ҙа ҙур өлөш индерә — мөдир О.П. Борисова, музыка етәксеһе М.Г. Пашуткина, тәрбиәселәр В.И. Михеева, Л.И. Иванова, тәрбиәселeрҙең ярҙамсылары Н.Е. Никитина, В.А. Федотова, Р.М. Салихова. Балалар баҡсаһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре лә уртаҡ маҡсаттар hәм бурыстарҙы берләштереyсе фекерҙәштәр коллективы булып тора. Мәктәпкәсә учреждениеның уңышы hәм үҫеше балалар баҡсаһы эшсәнлегенә ҙур өлөш индереүсе hәр хеҙмәткәргә бәйле.
Быйыл «Йылмайыу» балалар баҡсаһы «Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы-2019» исеменә лайыҡ булды, hәм был барлыҡ коллективтың уртаҡ ҡаҙанышы. Педагогтар hәм уларҙың тәрбиәләнеүселәре муниципаль, төбәк сараларында, конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә актив ҡатнаша, призлы урындар яулай, быны балалар баҡсаһы коридорында урынлаштырылған бихисап грамоталар hәм дипломдар раҫлай. Педагогтарҙың күбеһе юғары квалификациялы, hәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә, йыл һайын республика hәм район күләмендә үткәрелә торған педагогик оҫталыҡ бәйгеләрендә ҡатнаша. Быйыл «БР Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының Йыл уҡытыусыһы2019» республика конкурсында районды педагог И.В. Макарова тәҡдим иттe. Мәктәпкәсә кесе йәш - бала тормошонда мөhим hәм яуаплы осор, был йәштә шәхес нигеҙҙәре һалына. Имен бала саҡ hәм hәр баланың яҙмышы өлөшөнә тәрбиәсенең зирәклегенә, уның сабырлығына hәм сабыйҙың эске дoнъяһына иғтибар итеүенә бәйле.