Дим буйҙары
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 14:05

Азия менән Европа осрашҡан ерҙә

Башҡорттар – IX-X быуаттарҙың яҙма сығанаҡтарында башгирд, башкерд, башджерт, башджарт тигән һәм башҡа исемдәр аҫтында теркәлгән Көньяҡ Уралдың төрки телле халҡы. Халыҡтың үҙ исеме – башҡорт. Республиканың исеме – Башҡортостан этнонимдан килә.

Башҡорттар ултырған төп биләмә Көньяҡ Уралды, Урал алды, Урал аръяғы һәм көньяҡтан сиктәш даланы үҙ эсенә ала. Археологик, этнографик материалдарға һәм яҙма сығанаҡтарға ярашлы, был территорияла һуңғы мең йыллыҡта башҡорт халҡының этник тарихы үҫешә. Башҡорттар Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердловск, Төмән, Ҡурған, Һарытау һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан Республикаһында, шулай уҡ Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәй. Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда Украинала ла башҡорттар күп.

Республиканы рус, татар, сыуаш, украин, мордва, удмурт, ҡаҙаҡ, белорус, немец, ҡаҙаҡ, йәһүд һәм башҡа милләт вәкилдәре төйәк иткән. Башҡортостан халҡының төрлө булыуы уның төрлө этник ареалдар сигендә урынлашыуы менән аңлатыла. Уның территорияһында 100-ҙән ашыуыраҡ милләткә ҡараған 4,1 миллион кеше йәшәй.

Башҡортостан Республикаһы образлы итеп әйткәндә, Азия менән Европа киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Урал тауҙарын, Урал аръяғы менән сиктәш күлле даланы һәм Урал алды ҡырла-ҡалҡыулыҡтарын, урман-дала тигеҙлектәрен биләй. Төньяҡтан тайга урманы килеп терәлһә, көньяҡта бөйөк дала бүлкәтенең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәре асыла. Башҡортостан республикаһының дөйөм майҙаны 143,6 мең кв.км. Уның 25 процентын Урал тауҙары, 38 процентын – урман, ҡалғанын дала һәм урман-дала биләй. Республика террриторияһында ике меңдән ашыу күл, 13 меңгә яҡын йылға бар. Камаға ҡойоусы Ағиҙел – йылғаларҙың иң ҙуры.

Крайҙың тәбиғәте бик төрлө һәм бай. Урмандарында 20-ләгән төрҙәге ағас үҫә. Флораһы 6 мең төрҙән ашыу үҫемлектән тора. Уларҙың 12 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл Китабына, 232-һе Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл Китабына индерелгән. Ҡыр-яландарҙа үҫкән үҫемлектәрҙең 100-ҙән ашыуыраҡ төрөн ашамлыҡ итеп ҡулланалар, 120 төр дарыу үләне һәм 200 төр тирәһе үлән халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 25 төр емеш-еләк үҫемлеге һәм ҡыуаҡлығы, шулай уҡ 280 бал биреүсе үҫемлек һәм ағас бар. Башҡортостандың тәбиғәт-климат шарттары, байлығы һәм үҙенсәлекле башҡорт балының химик составын һәм уның шифалы үҙенсәлектәрен билдәләгән. Башҡортостан биләмәһендә 300-гә яҡын ҡош төрө, шул иҫәптән 30 төрлө йыртҡыс ҡош булыуы теркәлгән. Һирәк осраған ҡоштарҙың 18 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына, 42 төрө Башҡортостандың Ҡыҙыл Китабына индерелгән. Урмандарҙа һәм далаларҙа 76 төрлө һөтимәр, үлән ашаған һәм йыртҡыс йәнлек йәшәй. Бында бүре, ҡабан сусҡаһы, мышы, айыу, һеләүһен, тейен, ҡондоҙ, ҡама, аҫ, һары шәшке һәм башҡалар осрай. Башҡортостандың Ҡыҙыл Китабына һөтимәр йәнлектәрҙең 24- индерелгән. Республика террриторияһында 3,7 меңдән ашыу бөжәк асыҡланған, уларҙың 51 төрө, 47 төр балыҡтың 13 төрө Башҡортостандың Ҡыҙыл Китабына индерелгән, ун төрлө ер-һыу йәнлектәре, ун һөйрәлеүсе йәнлектәр һәм 120 төрлө моллюскалар теркәлгән.

“Асылмаған Башҡортостан” китабынан
Читайте нас: