Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2019, 20:33

Йөҙйәшәр инәй

Кеше тормошонда байрамдар күп:тыуған көн, туй, ҡөрьән аштары, юбилейҙар. Һуңғыһына килгәндә, арабыҙҙа 50, 70,80 йәштәрен билдәләүселәр етерлек, ә бына йөҙ йәште байрам итеү бик һирәктәргә эәләгә. Октябрь революцияһы менән йәштәш Шәмсурый Йомағолова бөгөн үҙ яғында йөрөп, яҡындарына бәлә һалмай ғына көн итә.

Бер быуат...Күпме ул, әҙме? Тарих өсөн, бәлки, күптер ҙә. Ә бына кеше ғүмере өсөн бик аҙ икән ул. Тарихи ваҡиғалар заманында, йәғни 1917 йылдың 16 ноябрендә тыуған Шәмсурый әбей үҙенең ғүмере тураһныда “тупһанан түргә генә үттем кеүек”, ти.

Бикҡол ауылында Сәйғәфәр менән Мәһруй ғаиләһендә тыуған ҡыҙ баланың яҙмышы еңелдән булмай. Әсәһен ул бөтөнләй хәтерләмәй, ә инде алты йәшлек сағында атаһы ла үлеп, үкһеҙ етем ҡала. Бөйөк Туҡай кеүек, бер ғаиләнән икенсе ғаиләгә тибелеп, тормоштоң әсәһен дә, сөсөһөн дә татып, фәҡирлекте үҙ башынан үткәрә.

- Әйтеүҙәренсә, ике туған ағайым мине Йылбулаҡтамаҡҡа алып ҡайта, ләкин бер йылдан һуң улар Үзбәкстанға күсеп китәләр, ә мине күрше Миәкә районының Исламғол ауылына илтәләр. Ул ғаиләлә мин, әлбиттә, артыҡ ҡашыҡ инем, бала ҡарашып, төрлө йорт эштәрен эшләшеп, аҫрау урынына йөрөнөм. Мәктәпкә уҡырға барырға теләгем бик көслө булһа ла, мине уҡытырға теләмәнеләр. Апайымдың ҡыҙы Миңһылыу дәрес әҙерләгәндә, уның янында уралып, яҙырға һәм уҡырға өйрәндем, - тип хәтирәләргә бирелә ул.

Ваҡыт тәгәрмәсе алға тәгәрәй. Илдә сыуалыштар башлана. Хәлле генә көн иткән еҙнәһе яҡшыға өмөт итеп, үҙҙәренең ғаиләһенә теймәҫтәр тип уйлаһа ла, уны ла Себергә оҙаталар. Ун дүрт йәшлек ҡыҙға инде был йортта урын ҡалмай. Ул ҡабат тыуған ауылы Бикҡолға ҡайта, был юлы иһә Фатима еңгәһе менән Мөхәмәтғәли ғаиләһенә.

Шәмсурый әбейҙең бар ғүмере колхоз тормошо менән бәйле, тиһәң дә хата булмаҫ. Быуыны нығыныр-нығынмаҫтан, утауға йөрөһә, артабан күмәк хужалыҡ ойоштороу ниәте менән янған ауылдаштары менән бер рәттән ул да ураҡ ура, төҙөлөш өсөн таш сығара, ситән үрә, ҡыҫҡаһы, ҡул көсө талап иткән эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Эшкә батыр, ҡыйыу йөрәкле ҡыҙ тракторист ярҙамсыһы ла булып эшләй. Тырышлығы бушҡа китмәй, игенде Мөхәмәтғәли ихатаһына йөгө менән килтереп ауҙаралар.

Тыуған ауылында йәш ҡыҙ үҙенең насип йәрен дә осрата. Хисапсы булып эшләгән оҙон буйлы фронтовик Ахунйәндең күҙе төшә уға. Ул фин һуғышынан яраланып ҡайтҡан була. Етмәһә туғандары ла: “ғәрипкә барып, ғүмер буйы яфаланып йәшәргә теләйһеңме?”, тип ҡаршы төшә һәм көсләп тигәндәй, күрше ауыл егетенә кейәүгә бирәләр. Тик йәш йөрәккә бойороп буламы ни?! Шәмсурый никах уҡытылған ирен үҙенә яҡын да килтермәй һәм ике аҙнанан һуң ҡасып ҡайта....

- Эй-й, беҙ күргәндәрҙе һөйләһәң. Барыһы ла күҙ алдыма килеп баҫа: килеп булып төшкән ваҡыттар ҙа, иремде һуғышҡа оҙатыуҙар ҙа. Башҡалар кеүек, мин дә алты айлыҡ баламды ҡосаҡлап илап ҡалдым. Бигерәк ауыр йылдар ине – ашарға, өҫкә кейергә юҡ, кейемдең бер урынын ямаһаң, өс урындан тишелә. Көнө-төнө эшләнек, ҡайҙа ҡушһалар, шунда барҙыҡ. Ауыр булһа ла, түҙҙек, ни эшләйһең заманаһы шундай ине, - ти ул, аяныслы йылдарҙы иҫкә төшөрөп.

Ә иҫкә алыу тигәндән, Шәмсурый әбейҙең хәтер-хәтирәләренә иҫең-аҡылың китерлек. Үткәндәрҙең барыһын да көнөнә тиклем һөйләп бирә ала.

Шәмсурый әбей йәмәғәте – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ахунйән менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Тормош юғалтыуҙарһыҙ ғына булмай, изге күңелле ағинәй ҙә хәләл ефетен, улы Әмирҙе һуңғы юлға оҙата. Шулай ҙа ҡайғы-хәсрәтте ул эш менән баҫа: баҡсаһын да ҡарай, ҡош-ҡортон да тота, бал ҡорттары ла үрсетә.

Бикҡолдағы ғүмер иткән йортон ҡалдырып, йөҙйәшәр инәйҙең Приют ҡасабаһына күскәненә лә өс йыл. Шәмсурый Сәйғәфәр ҡыҙы “Һуғыш ветерандарын һәм уларҙың тол ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы” буйынса алған фатирында яҡындары менән йәшәй. Йылдар йөҙөнә тәрән бураҙналар һалһа ла, мөләйемлеген юймаған әбей, ейәндәре, бүләләре бәхетенә һөйөнөп ғүмер кисерә.

Ләйлә Ғүмәрова,

автор фотоһы. .
Читайте нас: