Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2019, 09:34

Кардиоүҙәккә – яңы ҡорамал

Республика кардиоүҙәгенә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы ҡорамал алынды. Уның хаҡы бер миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Төбәгебеҙҙә халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса ҙур иғтибар бүленгәне мәғлүм. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы.

Әлеге кардиоинтервалография, ЭКГ, артериаль ҡан баҫымын мониторинглауҙың комбинацияланған системаһы аппараттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы алынды.

Республика кардиоүҙәге баш табибы вазифаһын башҡарыусы Евгений Ермолаев белдереүенсә, “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк программаһы 2019 – 2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.

“Уға ярашлы быйыл Республика кардиоүҙәгенә биш заманса ҡоролма ҡуйыласаҡ. Уларҙың икеһен алдыҡ, – тине Евгений Ермолаев. – 2019 йылдың аҙағына тиклем велоэргометр, функциональ карауаттар һәм вакуум-прессотерапия өсөн аппарат көтәбеҙ. Ҡорамалдарҙың күбеһе фуккциональ диагностика өсөн тәғәйенләнгән”.

Етәксе әйтеүенсә, әле алынған ике аппаратта ай һайын 200 самаһы пациент тикшеренеү үтә һәм квалификациялы ярҙам ала аласаҡ.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: