Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2019, 17:37

Үҙ тигәнендә ныҡ тора

Райондың шәхси эшҡыуарҙары араһында автотранспорт сараларына ремонт hәм техник хеҙмәт күрһәтеү, бигерәк тә двигателдәр ремонтлау менән шөғөлләнеүсе көслө заттар күп түгел. Улар һанаулы ғына, тип әйтһәң дә була. Был эш менән мөләйем, көслө ихтыярлы йәш ҡатын-ҡыҙҙың уңышлы ғына шөғөлләнеүе ғәжәп тә.

— Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе двигателдәрҙе, теләһә ҡайһы техниканы бик яҡшы белеүсе дуҫымдың өгөтләүенә күнеп, 2010 йылда үҙ эшемде башлап ебәрҙем, — ти иркен ремонт цехы хужаһы Ләйсән Риф ҡыҙы. — Беҙ КамАЗ, МАЗ, ЗИЛ, ГАЗ автомобилдәренең, ЮМЗ hәм МТЗ тәгәрмәсле тракторҙарын ремонтлау менән шөғөлләнәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн ҡулай хаҡҡа ремонтлыйбыҙ. Накладнойҙарға ҡарамайынса, «Марс» кооперативынан, Калинин исемендәге предприятеһынан ремонтланған двигателдәрҙе атай алам. Миәкәләр hәм пономаревкалар менәи хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Тыйнаҡлығымдан сығып, шуны әйтә алам — беҙҙе башҡа төбәктәрҙә лә беләләр. Беҙ хаҡтарҙы арттырмайбыҙ hәм сифатлы ремонт яһайбыҙ. Ремонт цехында двигателдәр дефектовка үтә, уларҙы тулыһынса деталдәргә һүтеп бөтөрәләр. Унан Яр Саллы ҡалаһында эшкәртеүгә илтәләр. Барлыҡ запас частәр ҙә аралашсыларҙан һатып алынған түгел, ә заводтыҡы. Цехҡа алып ҡайтҡас, двигателдәрҙе йыялар.

— Цех яҡшы йыһазландырыдған, — тип дауам итә Ләйсән Садыҡова. — Кранбалка, ҡарау соҡоро, керхер — ҡайнар пар менән йыуыу урыны бар. Цехта слесарҙар hәм мотористар ялланып эшләй, тик бихисап заказдар аркаһында эшсе ҡулдар етмәгән саҡтар ҙа була. Беҙгә Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк филиалы уҡыусылары ярҙам итә. Улар бында йыл һайын бер өҙлөкһөҙ производство практикаһын уҙалар. Беҙҙә шундай уҡ практиканы беҙҙең райондан Өфө автотранспорт колледжы уҡыусылары уҙа, hәм уларғ ахарактеристикалар, белешмәләр бирелә.

— Эш көндәрендә эшһеҙ ултырмайым, — тип йылмая ханым. — Эш процесы менән етәкселек итеү — еңел эш түгел. Бында ныҡлы булыу кәрәк. Бөгөн яҡшы автослесарь табыу ҙур проблема. Өҫтәүенә, мин хисапсы ла, диспетчер ҙа, склад мөдире лә. Автомобиль руле артына ултырырға hәм ремонт өсөн етешмәгән ваҡ запас частәр эҙләргә лә тура килә. Ремонт цехында эшләүселәрҙең барыһына ла ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләнә, ял көнө бирелә. 9.00 сәғәттән алып 18.00 сәғәткә ҡәҙәр эшләйбеҙ.

Владимир Смолов.

Автор фотоһы.
Читайте нас: