Интернетта Рәсәй гражданы паспортын , водитель танытмаларын, медицина справкаларын, электр ҡармаҡтар, газ, һыу счетчиктарының эшләүен ваҡытлыса туҡтатып тороу өсөн магниттар һатыу тураһында иғландар булған. Хатта Ҡыҙыл Китапҡа ингән хайуандарҙы ла һатып алырға тәҡдим иткәндәр. « Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһындағы» законда ҡаралағанса, енәйәт һәм административ яуаплылыҡ ҡаралған мәғлүмәтте таратыу тыйыла. Рәсми документтарҙы һатып алыу, ялғанын эшләтеү, енәйәт һанала. Браконьерлыҡ өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.