«Әлеге ваҡытта һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ошондай дәүләт ярҙамына хоҡуғы бар. Беҙ ошо түләүҙе алыу хоҡуғын 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә лә таратырға тәҡдим итәбеҙ. Йәштәр, ҡағиҙә булараҡ, мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа уҡый һәм ата-әсәһе ҡарамағында ҡала. Күптәре тап 23 йәшкә һөнәр үҙләштереп, үҙҙәрен тәьмин итә башлай. Шуға күрә ишле, шул иҫәптән 18-ҙән 23 йәшкәсә «балалар» тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә социаль ярҙамға мохтаж», — тип белдерҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Уның һүҙҙәренсә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам суммаһы даими индексациялана, тәүҙә туғыҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә ярҙам күрһәтелде.
«Уҙған йылдың көҙөндә депутаттар аҡса алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр категорияһын киңәйтеп, законға үҙгәрештәр индерҙе, — балалар һанына талап туғыҙҙан һигеҙгә тиклем кәметелде. Хәҙер беҙ сираттағы тапҡыр ярҙам алыусылар даирәһен киңәйтергә тәҡдим итәбеҙ».