Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2019, 17:22

"Батыр торҡаһы"

Боронғо башҡорт ҡаһармандарына ҡуйылған һәйкәл.

Батыр торҡаһы” – Пермь крайы Пермь районы Башҡултай ауылындағы батырҙар торҡаһы өлгөһөндә боронғо башҡорт ҡаһармандарына бағышланған һәйкәл. Һәйкәлдең авторы – халыҡ оҫтаһы, ябай слесарь Әнәс Мырҙаҡаев.

Әнәс Сабир улы Мырҙаҡаев 1935 йылдың 20 сентябрендә хәҙерге Пермь крайының Пермь районы Башҡултай ауылында тыуған. Тыуған ауылында ете класты тамамлағандан һуң, һөнәрселек-техник училищеһында электр үткәргесендә – ЛЭП-тарҙа эшләгән монтажсы һөнәрен алған.

Атаһы Сабир Мырҙаҡаев Бөйөк Ватан һуғышы яланында ятып ҡалған. Утыҙ йыл уҙғас, улы Әнәс Псков өлкәһендә уның ерләнгән урынын барып таба. Шунда һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары һәм урындағы хакимиәт ярҙамында туғандар ҡәберлеген тәртипкә килтерәләр. Киләһе йылдан ул инде тимер йәбештереү конструкцияларын алып барып төшә һәм ҡәбер һәйкәлен дә, ҡоймаһын да йүнәтеп ҡайта. Тулыһынса тәртипкә килтергәнсе ул бер нисә йыл Псковҡа барып йөрөй.

1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына ауылдың мәҙәниәт йортонан йыраҡ түгел Әнәс Сабир улы һуғыш шәһиттәренә бағышланған, өс ҡалҡандан торған обелиск эшләй. Унда шәһиттәрҙең тулы исемлеге һәм ҡайҙа һәләк булғандары ырып яҙылған. Ауылдаштары уға мәғлүмәт туплаша, яҙыуҙарҙы эшләшә.

1986 йылда Ә.С. Мырҙаҡаев “Россия” колхозының балыҡ үрсетеү быуаһы эшләтергә йыйынғанын белеп ҡала, етмәһә, шунда ҙур силос соҡоро ҡаҙып ҡуйған булалар. Ә был урын “Алтынтау” тип аталған боронғо археологик ҡомартҡы тип иғлан ителгән. Әнәс Сабир улы Көңгөр районынан 12 тонналыҡ эзбизташ һатып алып, шул урынға килтертеп ҡуя. Ташҡа “Алтынтау”ҙың тимер быуат археологик ҡомартҡыһы булғанын яҙҙырта. Колхоз үҙ ниәтенән баш тартырға мәжбүр була.

1992 йылда Башҡултай ауылына 400 йыл тула. Ә.С. Мырҙаҡаев был ваҡиғаға дүрт йыл алдан әҙерләнә башлай. Ул батыр торҡаһына һәйкәл төҙөргә була. Проект, материал әҙерләй, тутыҡмаҫ ҡоростан дүңгәләктәр ҡырҡа. Махсус белеме булмаһа ла, тәжрибәле тимер оҫтаһы юғары инженерлыҡ әҫәре тыуҙыра. Ваҡыты менән дә, аҡсаһы менән дә, тимер йәбештереүҙең зарарлы эш булыуы менән дә иҫәпләшеп тормай, яңғыҙы шул бөйөк эште атҡарып сыға.

Һәйкәл ауылдың тимер быуат археологик ҡомартҡыһы Алтынтауҙа урынлаштырылған. Рәүеше менән төп нөсхәнең теүәл өлгөһөнә ярашлы башҡарылған торҡа өс аҫҡормаға ҡуйылған. Ул өс өлөштән – ҡолаҡтарҙы һәм маңлай менән танауҙы һаҡлаған бүлкәттән тора. Маңлай өлөшөнә ғәрәпсә доға яҙылған.

Аҫҡормаларҙың һәр береһенең түбәнге өлөшөндә тимер-бетон плитәләрҙә ауылдың 400 йыллыҡ датаһына арналған мәғлүмәттәр һәм билдәле кешеләренең – Хәниф Ғарифйән улы Мырҙаҡаевтың, Зәүәрә Ғабдрахман ҡыҙы Сәйҙәшеваның, Миңнулла Шакирйәновтың, шулай уҡ сығышы менән Татарстандан Хөсәйен Баһауетдин улы Мәүлетовтың исем-фамилиялары яҙылған.

Һәр таяу 1,8 метр тәрәнлектә урынлаштырылған нигеҙгә ҡуйылған. Һәйкәлдең уртаһына киләсәк быуындарға хат — мөрәжәғәт һалынған капсула күмелгән. Ул 2042 йылда, 50 йыл үткәс, асылырға тейеш.

Ҡоролманың техник тасуирламаһына килгәндә, бейеклеге – 5,30 метр, шпиле менән – 6,80 метр. Диаметры – 5,20 метр. Дүңгәләктәр һаны 12000-дән ашыу.

Ауылдың шәжәрәһен төҙөү идеяһын да ул уйлап сығара һәм ауылдашы Фаил Кәрим улы Сәйҙәшевте Башҡортостан архивтарына барырға өгөтләй. Һәм Ф.К. Сәйҙәшев ошо изге эшкә башкөллө сума, һаман эҙләнеүен, документтарҙы өйрәнеүен дауам итә.

Ауыл зыяраты кәртәһен, ҡапҡаһын да сәнғәти итеп эшләп ҡуя Әнәс Сабир улы. Уның тирәләй ағастар ултырта. Уҡыусы балалар менән Тирмән йылғаһын таҙартырға ла йөрөй. Автобус туҡталышындағы матур павильон да – уның эше.

Ул 2009 йылдың 12 апрелендә оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән.

Был мәғлүмәтте Башҡорт Википедияһы өсөн яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова әҙерләгән. Мәғлүмәт табышып биргән өсөн ул Пермдәге төбәк музейы директоры Альберт Мәхмүдовҡа һәм Башҡултай ауылы хеҙмәт ветераны, тыуған ауылы шәжәрәләрен йыйып ҙур эштәр башҡарған Фаил Сәйҙәшевкә оло рәхмәтен белдерә.

Автор: Гүзәл Ситдиҡова
Читайте нас: