Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноябрь 2019, 18:48

Һыңар ҡанатлы ҡош алыҫҡа оса алмай

Йыш уҡ булмаһа ла, Өфө ҡалаһына юл төшөп тора. Бына әле лә эштәремде теүәлләп, иртәрәк ҡайтыу ниәте менән “Попутчики”ҙан ҡарап, машина белешә һалдым.

Алдан һөйләшкәнсә, магазиндар буйлап йөрөй торғас, шаҡтай ауырайған сумкамды һөйрәп, Әй ура­мындағы туҡталышҡа килеп баҫтым. Мыжғып торған транспорт ағымын күҙәтеп торған арала, бер аҙ ситкәрәк килеп туҡтаған көмөшһыу төҫтәге машина водителенең сигнал биреүенә һиҫкәнеп киттем. Унан төшкән ыҫпай кейемле 40 йәштәр тирәһендәге ир-егет ҡул болғап саҡырҙы ла кеҫә телефонынан кемгәлер шылтыратырға тотондо.

– Көндөҙ үк ике студент ҡайтмаҡсы булғайны, килмәнеләр, ахырыһы. Тағы биш минут көтөрбөҙ ҙә ҡуҙғалырбыҙ, – тине ул, бер аҙ кәйефе ҡырылған төҫтә.

Динар тыумышы менән беҙҙең яҡ кешеһе булып сыҡты. Тәүҙә һөй­ләшергә бигүк иҫәбе булмаған водитель менән йәнәшә, йәғни алғы ултырғысҡа ултырғаныма үкенә биреп тә ҡуйғайным. Һүҙ артынан һүҙ сығып, аралаша торғас, ул асылып китеп, үҙенең ғаилә тарихын һөйләне.

– Өйләнеүемә ун йыл тигәндә айырылышып та ҡуйҙыҡ, апай, – тип һалмаҡ тауыш менән үҙенең хикәйәтен башланы ул.

Эйе, Динар менән Эленаның да парлы тормошо, барлыҡ йәштәрҙеке кеүек үк, Мендельсон маршы аҫтында ап-аҡ туй күлдәге һәм аҡ теләктәрҙән башлана. Яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙең йәшәр-торор урыны ла шунда уҡ ыңғай хәл ителә: кәләштең баш ҡалалағы атай-әсәйҙәренең фатирында йәшәй башлайҙар. Бер нисә йылдан үҙҙәре лә атай-әсәй була, тормоштарына ҡот, йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуа. Ә тағы ике йылдан һуң ғаиләләре тағы ла тулылана: Динәгә ҡусты алып ҡайталар. Фатирҙары балаларҙың сағыу тауыштарына күмелә. Элена иһә бала бағыу менән генә мәшғүл була.

Йәштәр Өфөлә ныҡлы төпләнә. Динар студент йылдарында һәр боролошо таныш булған урамдарҙы әҙ тапамай. Ә ике йыл элек йәш ғаиләгә тағы бәхет ҡояшы йылмая: Динарҙың эшенән өс бүлмәле фатир бирәләр. Балаларҙың үҙ мөйөштәре була, яйлап барлыҡ уңайлыҡты ла булдыралар. Аҡсаның кемгә еткәне бар, тиһәләр ҙә, матди яҡтан ул тиклем үк мохтажлыҡ кисермәйҙәр. Ни тиһәң дә, үҙ машиналары булғас, йыш ҡына ике яҡлап та ата-әсәләренә ҡайтып йөрөйҙәр, улары иһә ҡулдарынан килгәнсә ит-май, бәрәңге-йәшелсә менән тәьмин итә.

Халҡыбыҙ йәмғиәттә һәм ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың асылын “Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы” тип ҡыҫҡа, әммә бик тапҡыр баһалаған. Ысынлап та, йортта йәм, уңайлыҡ тыуҙырыу һәм ғаилә усағын һаҡлау, тәү сиратта, гүзәл зат өлөшөнә төшә. Динар әйтеүенсә, ҡалала тыуып үҫкән Элена декрет ялында ултырғанда ла йорт эштәре менән булышырға һис кенә лә яратмаған. Һыуытҡыс аҙыҡ-түлек менән тулы булыуға ҡарамаҫтан, ашарға бешерергә лә, балалар тәрбиәләргә лә бигүк теләге булмаған. Мәҫәлән, ҡышҡы һыуыҡта балалар йоҡа кейемдә уйнарға сыҡһынмы йәки йыуылмаған күлдәк-салбар менән балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә барһынмы, дәресен әҙерләмәй насар билдәләр алһынмы йә ауырып торамы – әсә кеше булараҡ, уның быға иҫе лә китмәгән. Уҡытыусылары ҡыҙҙарының уҡыу торошо хаҡында телефондан хәбәр иткәс: “Ни эшләп ул ҡыҙым насар билдә алғас та был турала шылтыратмаған”, – тип уҡы­тыусыны ғәйепләй. һәр баланың электрон көндәлеге бар бит, көн һайын ҡарағыҙ, тигәс, мин уның паролен юғалттым, тип аҡлана.

– Үҙем яҡшы ғына урында эшләп йөрөйөм. Элена ике йыл элек эшкә сыҡты, мин иртән иртүк уны – эшенә, ҡыҙымды – мәктәпкә, улымды балалар баҡсаһына илтә инем, шунан кискеһен барыһын да ҡабат йыям. Күп осраҡта үҙемә ашарға әҙерләргә тура килде. Сөнки эше күплеккә һылтанып, кәлә­шемдең эшендә тотҡарланыуы йышай­ғандан-йышайҙы. Балаларҙың дәресен әҙерләшеү һәм уларҙы сәнғәт мәктәбенә йәки бассейнға илтеү ҙә һәр саҡ минең өҫтә булды. Шулай арманһыҙ булып арып ҡайтыуыма ҡарамаҫтан, балалар хаҡына барыһын да эшләргә әҙер инем, әммә түҙемлектең дә сиге була, – әңгәмәсем оҙаҡ ҡына тынып торҙо.

Мин дә был тынлыҡты бүлдерергә ҡыймайым. Һәр кем үҙ уй-кисе­реш­тәренә бирелеп, юл буйындағы инде япраҡтары ҡойолоп бөткән ҡайын­дарҙы ҡарап бара торғас, ул һалмаҡ ҡына тауыш менән ҡабат һүҙ ебен ялғаны.

– Уның туң йәнлелеге, ғаиләгә, балаларға булған һалҡын мөнәсәбәте, көн һайын интим тормоштан башлап беҙҙең ғаилә хәлдәрен ата-әсәһе, апаһы менән тикшереүе һәм уларҙан инструктаж алыуы шул тиклем үҙәккә үтте. Артабан йорт мәшәҡәттәрен тулыһынса минең елкәгә ауҙарыу өсөн ул киске сәғәт 9-ҙарҙа ғына эштән ҡайта башланы. Ҡайтҡас та телефонын ҡулынан төшөрмәй: әсәһе йәки әхирәттәре менән бер өҙлөкһөҙ һөй­ләшеүҙән бушамай. Минең, киске тамаҡҡа әҙерлә, тиеүем йәки балаларҙың үтенесе стенаға борсаҡ һибеү менән бер. Беҙ уға телефондан һөйләшергә ҡамасаулай тип, ул хатта бәҙрәфкә йәки ванна бүлмәһенә бикләнеп һөйләшә торғайны.

“Ғаиләнеке ғаиләлә ҡалһын, ике кеше араһындағы сер – ул ҡара урман, ара­ғыҙға сит-яттарҙы индермәгеҙ” тип парлы тормош юлын башлағандағы теләктәр ана шулай һүҙҙә генә ҡала. Көтөп алған йәйге ялдар мәлендә лә бик һирәк кенә бергәләп ял итә улар. Дөрөҫөн әйткәндә, һәр ҡайһыһы үҙенең тыуған йортонда булыуҙы хуп күрә.

– Балаларҙы йыл һайын каникул мәлендә ауылдағы олатай-өлә­сәй­ҙә­ренә ҡайтарҙыҡ. Ҡатыным бала­ларҙың хәлен белергә бик һирәк ҡайт­ты. Ә инде улар минекеләрҙә булғанда, бө­төнләй ҡайтманы һәм, әсәй кеше булараҡ, бер тапҡыр ҙа шылтыратып, уларҙың хәлен белешмәне. Интеллигент ҡарашлы атай-әсәйем моңһоҙ килендәренең бындай ҡылығына аптырай торғайны. Быйыл да йәйгеһен улым һәм ҡыҙым олатай-өләсәйҙәре ҡара­мағында булды. Кәләшем мин түләп алған йүнәлтмә буйынса уларҙы хатта балалар лагерына ла йөрөтөргә те­ләмәне. Ә инвалид улыбыҙға йыш ҡына һаулығын тикшерергә, дауаланыу курсы үтергә кәрәк, – тип эсен бушатыуын дауам итте ул. – Әйтеүемсә, беҙҙең ғаилә тормошо менән Эле­наның ата-әсәһе лә хәбәрҙар ине. Әсәһе йыш ҡына ҡыҙын яҡлап: “Эшлә­һен, әйҙә, ир кеше бит ул. Мин дә кейәүгә сыҡҡанда бәрәңге лә бешерә белмәй инем, ирем барыһын да эшләне. Ваҡыты еткәс, өйрәнер әле. Ә балалар ни, үҫә инде улар”, – тип ҡыҙын яҡлауҙан бушаманы.

Эйе, нимә генә тиһәң дә, һуңғы йылдарҙа айырылышыуға ғәҙәти нә­мәгә ҡараған кеүек ҡарай башланылар. Был бер кемде лә аптыратмай. Ололар әйтмешләй, кисә ҡауышып, бөгөн айырылышҡан парҙар быуа быуырлыҡ. Динар менән Эленаның да ғаилә карабы ҡомға терәлә. Ҡатын иренән айырылыу өсөн тәү башлап судҡа ғариза яҙа. Ғаиләне емереүгә, йәғни еңел генә уйлап, уны тарҡатыуға нимә сәбәп булған һуң?

Интернет селтәрендәге “Серҙәштәр” кеүек сәхифәләрҙе уҡыһаң, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ иренең алама холҡона, бер ҡайҙа ла эшләмәүенә, эсеүенә йәки ҡул күтәреүенә зарлана. Күптәр ҡыйыр­һытыуҙарға, кәмһетелеүҙәргә түҙә алмайынса, айырылырға ҡарар итә. Ә Динарҙа ундай сифаттар булғанға оҡшамаған.

Ғаилә ныҡлығы үҙ-ара килешеп, бер-береңде ҡәҙерләп, һайлап алған икенсе яртыңдың тормошо менән йәшәү һәм йәш саҡтағы йылы мө­нәсәбәт осҡонон һүндермәй һаҡлауҙан тора. Ир кеше ғаилә усағы булдырырға тейеш булған кеүек, ҡатын үҙендә уны һүндермәҫкә көс табырға бурыслы.

– Ҡатыным уҙған йылдың көҙөндә үк, балаларҙы алып, тәүҙә йәшәгән фатирыбыҙға сығып киткәйне. “Миңә ирек кәрәк”, тип аңлатты ул саҡтағы был ҡылығын. Улай ғына ла түгел, йыйынып сығып киткән сағында, әй­берҙәрен күккә сөйөп: “Ур-ра, свобода!” – тип ҡысҡырғанын иҫләһәм, әле лә тәнем семерҙәп китә. Әйтерһең, мин уны бикләп тотҡанмын. Кеше ыңғайына сит илдә лә ял иттек, ә инде кредитҡа уға машина алғас, бөтөнләй бәйҙән ысҡынған эт кеүек ҡыланды. Йомошо булһа ла, булмаһа ла руль артына ултырып, ҡайҙалыр сығып китер ине.

Эйе, Элена ирекле ҡошҡа әйләнә. Әммә күп тә үтмәй уның икенсе ир-егет менән йәшәй башлауы асыҡлана. Бары тик “йылы урын” кәрәк булған ир уның балаларына бар иғтибарын, атай наҙын бирә алырмы икән һуң?

Ишетеүемсә, һәр йома кисендә Элена, балаларҙы алып, Өфөләге фатирына инеп тә тормайынса, ҡала си­тендәге апаһы йәшәгән йортҡа ашыға. Балаларҙы шунда ҡалдыра ла үҙе яңы ире менән ҡалаға ҡайтып күңел аса.

Бына тағы аҙна аҙағы яҡынлаша. Динар йәнә улы һәм ҡыҙы янына юл аласаҡ. Аҙна һайын супермаркеттан тәм-томон, емеш-еләген тейәп, балаларына илтергә күнеккән. Улар янында мөмкин тиклем күберәк булырға тырыша. Килтергән күстәнәстәренән, үҙе­некеләрҙән тыш, тағы биш балаға – апайыныҡыларға ла өлөш сыға. Ә бит апайының матди хәле зарланырлыҡ түгел, шуға ҡарамаҫтан, алимент аҡ­саһы һәм инвалид баланың пенсияһы уларҙың ғаиләһе өсөн китеп тора. Һәр ғаиләнең матди сығымдары айырым булырға тейештер, моғайын.

Динарҙың ҡатыны менән ос­рашҡаны ла юҡ. Әйтеүенсә, ул Динә менән Артурҙы бында килтереп ташлай ҙа үҙе яңы ире менән, ҡалаға ҡайтып, төнгө клубтарҙа күңел аса.

Бөгөн Динарҙың, атай кеше булараҡ, балалары өсөн йәне әрней. Тамаҡтары туҡмы, ниндәй тәрбиә алырҙар, кем булып үҫерҙәр тигән уйҙар тынғы бирмәй. Көндәре кеше араһында, эштә үтһә лә, кистәрен тынғыһыҙ уйҙар күңелен өйкәй.

Һәр кем үҙ уйҙарына сумып, тын­лыҡты боҙорға баҙнат итмәй. Мәңге йәшел ҡарағайҙар ышығына һыйынған алтынға мансылған ҡайындар, бейе­гәндәй, бер-бер артлы артта ҡала. Шул саҡ сәйер тауыштар ишетеп, икебеҙ ҙә бер юлы өҫкә ҡараныҡ. Сыңрай-сыңрай офоҡто телеп, торналар сылбыры оса ине. Эйе, ҡоштоң ике ҡанаты булһа ғына ул күккә күтәрелә, өйрөлөп оса, ә һыңар ҡанат менән алыҫ китеп булмай. Әҙәм балаһы ла бәлиғ булған көнөнән алып ошо ҡоштарҙай бәхетле оя ҡорорға хыяллана түгелме?

Яңылыҡ авторы: А. ИРНАЗАРОВА
Читайте нас: