Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2019, 14:35

Ауыл хужалығы — иҡтисад локомотивы: иҫбатларлыҡ һәм күрһәтерлек нәмәләр бар

Бишбүләк районы ауыл хужалығы районы булып тора. Шуға күрә, уның иҡтисадының нигеҙен 89 йыл инде ауыл хужалығы тәшкил итә. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идараһы начальнигы Ғәзинур Хисмәтов менән әңгәмә ваҡытында район төп тармағының торошо hәм уны үҫтереүҙең перспектив пландары тураһында һүҙ барҙы.

— Ғәзинур Мөхәммәт улы, 2019 йылда райондың ауыл хужалығы етештереүселәре игенселектe hәм малсылыҡтаы ниндәй һөҙөмтәләргә иреште?

— Районда ауыл хужалығы менән 20 ауыл хужалығы ойошмаһы, 73 крәҫтиән (фермер) хужалығы, һигеҙ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы hәм 8700 шәхси хужалыҡ шөғөлләнә. Райондың ауыл хужалығы етештереүселәре, hауа торошо ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, быйыл игенселектә hәм малсылыҡта билдәле уңыштарға иреште. Барлыҡ сәсеү майҙандары 70 мең гектарҙы биләй: иген культуралары — 44 мең гектар, техник культуралар — 13 мең гектар. Яҙғы ҡырауҙарға ҡарамаҫтан, алты мең гектарҙан артыҡ майҙанда көҙгө культура сәсеүлектәре зыян күрҙе, башланғыс үлсәмдә 85 мең тоннанан ашыу иген йыйылды, ә уҙған йыл 43 мең тонна ине.

Урып-йыйыу эштәрендә иң яҡшы һөҙөмтәләргә Киров исемендәге кооператив иреште (тулайым йыйым 4442 тонна тәшкил итте), «Шатлыҡ» йәмғиәте — 3731 тонна, «Урожай» йәмғиәте — 3128 тонна, Калинин исемендәге йәмғиәт — 9976 тонна hәм башҡалар. Райондың агросәнәғәт комплексы үҫешенә 73 крәҫтиән (фермер) хужалығы ҙур өлөш индерҙе. Уларҙың сәсеү майҙаны 29 мең гектарҙан артыҡ (41%) тәшкил итте. Уларҙа 4520 баш һыйыр малы аҫрала. Быйыл хужалыҡ эшсәндәре күпкә яҡшыраҡ эшләне: орлоҡ, аҙыҡ-түлек hәм фураж тупланы, етeрлек аҙыҡ әҙерләне. А.П. Трофимов (арыш уңышы — 39 ц/га), Г.Х. Хәйҙәров (бойҙай уңышы — 25 ц/га), С.В. Антонов (тритикале уңышы — 28 ц/га) фермер хужалыҡтарын билдәләп үтке килә. 23 мең гектарҙа ерҙе туңға һөрөү башҡарылды, шуның менән киләһе уңышҡа яҡшы нигеҙ һалынды. 11100 гектарҙа көҙгө культуралар сәселде. «Шатлыҡ» йәмғиәте, «Марс» кооперативы, «Переработка» йәмғиәте, А.П. Трофимов крәҫтиән-фермер хужалығы, С.К Михайлов крәҫтиән-фермер хужалығы А.Н Милютин крәҫтиән-фермер хужалығы h.б. хужалыҡтарҙа һөрөү эштәре яҡшы темптарҙа барҙы. Хәҙерге ваҡытта хужалыҡтарҙа техниканы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыу теүәлләнеп килә, орлоҡтарҙың сәсеү стандарттарына еткерелә. Хужалыҡтар иҡтисадын үҫтереүҙә малсылыҡ мөhим роль уйнай. Малдар ҡышлатыуға ойошҡан төҫтә күсте. Ағымдағы йылдың 1 ноябренә барлыҡ категория хужалыҡтарҙа 18 мең баштан артыҡ эре һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 8500-е — һыйырҙар. Ун айҙа районда 25 мең тонна һөт етештерелде. «Урожай» йәмғиәтендә, Киров исемендәге кооперативта С. Юлаев исемендәге кооперативта, «Марс» кооперативында hәм «Самарская» агрофирмаһы йәмғиәтендә уны етештереүҙе уңышлы үҫтерәләр hәм арттыралар. Малдарҙың һаны арта, малсылыҡ продукцияһы етештереү арта. Алдынғы фермер хужалыҡтарынан — Рим Ямалетдинов, Александр Милютин hәм Усман Албогачиев хужалыҡтарында билдәләп үтергә мөмкин.

— Билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа, hис шикһеҙ, заманса технологиялар менән фина нс ҙур роль уйнай. Был уңайҙан нимә әйтә алаһығыҙ?

— Әлбиттә, беҙҙең аграрийҙар ирешкән ҡаҙаныштар финанс керемдәренән башҡа мөмкин булмаҫ ине. Ағымдағы йылда 25 миллион һумдан ашыу суммаға 27 берәмек яңы техника һатып алынды. Район федераль hәм республика бюджеттарынан 61,7 миллион һумлыҡ ярҙам алды. Был уҙған йыл дәрәжәһенән 45 процентҡа күберәк. Был аҡсалар элиталы орлоҡтар, минераль ашламалар, техник hәм технологик модернизация, һөт hәм ит етештереү тармағын үҫтереүгә йүнәлтелде. Беҙҙең халыҡ, алдағы йылдар менән сағыштырғанда, ауыл хужалығы программаларына әүҙемерәк ҡушыла hәм льготалы кредиттарҙан файҙалана. «Йәш фермерҙарға ярҙам итеү», «Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» hәм «Агростартап» программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Фидан Ситдиҡов, Радик Ҡәйүмов, Эльвира Ямалетдинова, Ольга Әхмәтова hәм Илһөйәр Албогачиева грантҡа эйә булды. Гранттарҙың дөйөм суммаһы 23 миллион 770 мең һум тәшкил итте.

— Киләһе йылда ниндәй эштәр план лаштырыла?

— Беҙгә киләһе йылда ирешелгән уңыштарҙы нығытырға кәрeк. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу юлдарын эҙләргә hәм табырға, тәжрибә уртаҡлашырға hәм бер-береһенән күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк. Ауыл хеҙмәтсәндәренең еңел булмаған крәҫтиән хеҙмәте өсөн яҡшы хеҙмәт хаҡы менән яҡшы хеҙмәт hәм ял шарттары тыуҙырыу мәжбүри. Yҫемлекселек hәм малсылыҡ продукцияһының тулайым етештереүен эшкәртелә торған ерҙәрҙең майҙанын арттырыу менән бергә, яңы алдынғы фәнни технологиялар менән дә арттырыу зарур. Һыйыр малының баш һанын арттырыу өсөн мал-тыуар аҫрау өсөн биналар, продукция етештереү цехтары, төрлө инвестициялeр йәлеп итеп, район ауыл хужалығы етештереүенә шәхси капитал һалыу өсөн цехтар төҙөргә кәрәк.

В. Смолов әңгәмәләште.
Читайте нас: