Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2019, 20:01

Саң ҡағырға ваҡыт...Электрон тәмәке арҡаһында 33 кеше үлгән

Ул ҡәҙимге тәмәкегә альтернатива ғына булып тора, тик бер нисек тә никотинды алмаштырыусы зыянһыҙ ғәмәл йәки тәмәке тартыуҙан ҡотола торған ысул түгел.

Етештереүсе лә иҫкәртә: электрон тәмәке никотинлыға тиң. Шул уҡ ваҡытта ул иркен һатыуҙа, сикләүҙәр юҡ. Электрон тәмәкене тартыуҙың регламенты булмағас, тимәк, һатыу даирәһе лә киңәйгәндән-киңәйә барасаҡ, сөнки етеште­реүсегә тауарын таратыу зарур.

Кисә “360” телеканалында ғалим-кардиолог Ярослав Ашмихин электрон тәмәкеләрҙең зыяны хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәре буйынса, рәсәйҙәр уны йышыраҡ һатып ала башлған, әммә уның зыяны ҡот осҡос. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, АҠШ-та 15 октябргә ҡарата 24 штатта 33 кеше үлгән. Шулай уҡ 1,5 мең кешенең үпкәһендә үҙгәрештәр теркәлгән. Уларҙың барыһы ла электрон тәмәке йәки вейп ҡулланғаны билдәле. Тәмәке өсөн ҡулланылған ҡатнашмала күп осраҡта тетрагидроканнабинол, йәғни киндер составында булған матдә табылған.

Сирҙең төп сәбәбе асыҡланмаған. Әммә Америкала милләт һаулығы өсөн етди борсола башлағандар һәм вейптарҙы, электрон тәмәкеләрҙе тыйыу мәсьәләһе тикшерелә.

Быйылғы йылдың май айында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡалъян, вейп һәм башҡа тәмәке ҡатнашмаларын бәлиғ булмағандарға һатыуҙы тыйырға тәҡдим иттеләр. Тиҙерәк был закон проекты ҡабул ителһә икән.
Читайте нас: