Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2019, 01:01

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам!

Бишбүләк районы Дүсән ауылында "Төбәк-ара шәжәрә" байрамы үтте. Сарала йәше лә, олоһо ла берҙәй ҡатнашты.

Шәжәрә байрамы халыҡтың үҙ тамырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеүгә, милли йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур этәргес.

Меңдәрҙең күренекле бейе Ҡәнфәрҙең портреты, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан, Бишбүләк районы һәм Ҡоролтай байраҡтары ҡуйылған залда мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Н.Ғ.Ғатауллин, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Р.Н.Әхмәтшин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Ғ.Ф.Зарипов, шағирә, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Л.Х.Абдуллина, Республикабыҙ телевидениеһында “Тарихи мөхит” тапшырыуын алып барыусы, продюсер, тарих фәндәре кандидаты С.И. Хәмиҙуллин, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе С.А.Әсфәндиәрова сәхнә түренән урын алғандан һуң, президиум үҙ эшен башланы. Уны “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов етәкләне.

Мәшһүр “Урал” гимны менән башланған сараны, һәр ваҡыттағыса, район хакимиәте башлығы Наил Ғабдулла улы Ғатауллин асты һәм йыйынға килеүселәрҙе сәләмләп үтте. Артабан микрофон ойоштороусылар ҡулына күсте.

Яҡташыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Ғаяз Фазулла улы Зарипов үҙенең сығышында йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм киләсәктә иң мөһиме булып, Меңдәрҙең күренекле бейе Ҡәнфәргә һәйкәл ҡуйыу бурысы тора, тип белдерҙе ул.

Билдәле тарихсы Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллиндың сығышы һәр кем өсөн дә мауыҡтырғыс булды. Ул Мең ырыуы вәкилдәренең Дим буйынан башлап, Өфөнөң Ҡашҡаҙан биләмәһенә тиклем көн итеүен, Дүсән, Айыт, Йылбулаҡтамаҡ ауылында йәшәүселәрҙең, йәғни һарайлы-мең ырыуы башҡорттарының бөгөнгө Татарстан ерҙәренән күсенеп килеүе хаҡында ҡыҫҡаса бәйән итте. Әйтергә кәрәк,.Дүсән ауылының ғорурлығы булған легендар шәхес, совет дипломаты Кәрим Хәкимов сығышы менән башҡорт.

Белеүебеҙсә, Бишбүләк ере күренекле шәхестәргә бай. Илдар Ғимаев, Булат Имашев, Таһир Ахунйәнов, Фәтих Кәрим, Ярлы Кәрим. Һуңғыһы - Ғабдулла Кәримов тураһында журналист, тарихсы, Республика архивының бүлек мөдире Азат Шакирйән улы Ярмуллин һөйләп үтте:

- Айыт ауылынан Фәтих Кәримдең ағаһы Ярлы Кәрим башта ауылдың мәхәллә мәктәбендә, һуңынан Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә белем ала. Башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылда Петроградты һаҡлауҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Ғабдулла Кәримов унда политрук була. Тыныс тормошта иһә “Башҡортостан” гәзитендә сәйәси секретарь, комиссар хеҙмәтен атҡара.

Азат Шакирйән улы үҙенең “Башкирские войска на защите Петрограда” тигән китабын әүҙем ҡоролтай ағзаларына бүләк итте.

Район ҡоролтайы советы ағзаһы Ләлә Хәлиуллинаның сығышы иһә урындағы ауыл исемдәре, ер-һыу атамаларына бәйле ине. Мәҫәлән, Ҡасҡын ауылының боронғо исеме Рәхимҡол, Бикҡол ауылының атамаһы Бейек ҡул тигәндән алынған, Айыт ауылы иһә ике өлөштән торған: Оло Айыт һәм Бәләкәй Айыт.

Тантаналы ултырыштың һуңында резолюция ҡабул ителде. Киләсәккә билдәләнгән пландар хаҡында “Мең ырыуы”ның йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Альфред Әхәт улы Шәймәрҙәнов әйтеп үтте.

Байрамдың икенсе өлөшө шәжәрәләргә арналды. Башҡортмон тигән башҡортҡа етмеш төрлө һөнәр өҫтөнә ете быуынға саҡлы үҙенең ата-бабаларын, үҙ ырыуының шәжәрәһен,ил-йорт тарихын яҡшы белеүе шарт. Улай ғына ла түгел, һәр кем үҙ ырыуын башҡаларҙан айырыусы билдәләрҙе белергә тейеш, тигән боронғолар. Бында ла Мең ырыуының тамғалары, ағасы, ҡошо һәр ерҙә сағылдырылғайны.

Ғәрәп теленән ингән “шәжәрә” һүҙе ағас тигән мәғәнәне белдерә. Быуындарҙың бер өҙлөкһөҙ алмашынып тороуын ботаҡлы ағасҡа оҡшатып төҙөлгән шәжәрәләр яҙыу электән үк килә. Аҙнай ауылынан ошондай шәжәрә ағасы алып килгән китапханасы Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы ауылда йәмәт, ишти, сирвай, замбулат, имаш, буҙан нәҫелдәре киң таралыуын һәм Камаевтар, уларҙың бер тармағы булған Мөлкамановтар нәҫеле тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Улар ике яҡты ла өйрәнеп, 200 кеше теркәгән. Шуныһын да билдәләп үтке килә, Аҙнай ауылында данлыҡлы Имашевтар нәҫеле бөгөн үҙ шәжәрәһенә 4000-дән ашыу кешене теркәгән.

Ҡасҡын ауылынан Вилдановтар байрамға үҙҙәренең шәжәрәһен генә түгел, ә ата-бабаларынан килгән боронғо шөғөлдәре – ҡортсолоҡ әйберҙәренән балауыҙ, кәрәҙле бал да алып килгәйне. Уҙған йыл Ҡаныҡайҙа үткән ауыл байрамындағы кеүек, күп кенә ғаиләләр үҙҙәренең шәжәрә ағасын бында ла тәҡдим итте. Архивта һаҡланған ревизия кенәгәләренә таянып 13-14 быуынға тиклем шәжәрәһен төҙөгән Абдрахманвотар, үҙ тамырҙарын төптән барлаған Хәкимовтар, Әсфәндиәровтарҙың нәҫелдәре ишле. Бикҡол ауылынан Ҡасимовтар шәжәрә ағасынан тыш, ата-олатайҙарының наградаларын да ҡуйған, үҙҙәренең ғорурланырҙай кешеләре хаҡында мәғлүмәт туплаған. Шулай уҡ Айыт ауылынан - Мөхтәсимовтар, Ғәтиәтуллиндар Дүсәндән - Халиҡовтар, Йәрмөхәмәтовтар шәжәрә ағасын тәҡдим итте.

Был көндә Мең ырыуының тарихын документаль нигеҙҙә өйрәнгән Камил Файруша улы Хәмитовтың исеме ҙур йылылыҡ менән телгә алынды. Ул Йылбулаҡтамаҡ ауылындағы ғына түгел, ә тирә-яҡтағы ғаиләләрҙең дә шәжәрәһен төҙөргә ярҙам иткән кеше ине.

Эйе, шәжәрәләр беҙҙе үткәнебеҙ менән тоташтыра, кем булыуыбыҙҙы асыҡларға ярҙам итә. Был юлы балалар араһында ла шәжәрә төҙөү конкурсы ойошторолдо. Ҡаныҡай урта мәктәбе уҡыусыларынан Булат Буранғолов, Айрат Батраев, Әхмәтшина Азалия, Бишбүләктән - Алия Мөхәмәтова, Зарипова Камилла, Алһыу Фәйзуллина һ.б. үҙ эштәрен яҡланы. Сараның һуңында, жюри рәйесе, республиканың үҙәк архивының бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәбит улы Ғәтиәтуллин бәйгегә йомғаҡ яһаны. Урындарға килгәндә, уҡыусылар араһынан Радмила Әхмәҙуллина (етәксеһе Г.Ғ.Ғәлимова), Алһыу, Ринат, Фәйзуллиндар (З.З.Муллағәлиева), Илүзә Хәмитова (Л.Р.Лотфыева), Алһыу һәм Ҡәҙриә Мөхтәсимовалар (Э.М.Мөхтәсимова) һ.б. лайыҡлы баһаланған уҡыусыларға бүләктәр тапшыршырылды. Өлкәндәр араһында төрлө номинациялар буйынса Гөлсинә Кәлимуллина (Айыт), Мәрсиә Фазылова (Дүсән), Ғәлиә Хәмитова (Йылбулаҡтамаҡ), Фәнисә Камаева (Аҙнай), Сара Вилданова (Ҡасҡын), Сарбиназ Сабитова-Әсфәндиәрова (Ҡаныҡай) һәм Урал Ғатауллиндыр (Бикҡол) билдәләнде.

Эйе, үҙ тарихын белгән, үткәндәренә иғтибарлы булған халыҡ һәр ваҡыт ныҡлы аҙымдар менән алға барасаҡ, юғалып ҡалмаясаҡ.

Был көндә милли кейемдәге йәше-ҡартын, балаларҙы күреү - үҙе бер һөйөнөс ине. Күргәҙмәләргә ҡуйылған аҫалы балаҫтар, төрлө башҡорт милли ризыҡтары иһә Дим буйы ҡатын-ҡыҙҙарының оҫталығын тағы бер ҡат иҫбатлай ине. “Хазина” халыҡ ансамбле, “Ынйылар”, “Мираҫ”, “Дим биҙәктәре” кеүек фольклор коллективтарының йырлы-моңло сығыштары һәм Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтарҙың йырҙары байрам биҙәге булды.

Ләйлә Ғүмәрова,

автор фотолары.
Читайте нас: